Күмәс бешереүселәр Лариса Әбдрәшитова,
Нажия Закирйәнова менән Лариса Сибәғәтуллина.
Райпо икмәкханаһында күмәс һәм икмәк бешереүселәр, үлсәп төрөүселәр эшләй. Көн һайын бында өс тоннанан ашыу икмәк-күмәс һәм ике тонна самаһы кондитер изделиелары бешерелә. Продукция ассортиментында – биш төр икмәк, 10 төрлө күмәс һәм шунса уҡ кондитер изделиелары, шул иҫәптән керәндил, сохари, печенье һәм башҡа күп нәмәләр.
Күмәс бешереүселәр үҙ эштәрен яуаплы һәм сифатлы башҡара. Улар-ҙың оҫталығы һөҙөмтәһендә Мәсетле ҡулланыусылар йәмғиәтенең ҡамыр аштарын мәсетлеләр яратып ашай. Хуш еҫле күмәстәр, яңы бешкән печенье һәм рогаликтар магазин кәштәләрендә оҙаҡ ятмай.
– Көн һайын беҙ унар партия икмәк-ҡалас изделиелары бешерәбеҙ, – тип уртаҡлаша өлкән күмәс бешереүсе Лариса Әбдрәшитова. – Көнөнә беҙ 100 килограмдан ашыу продукция етештерәбеҙ.
Оҫта бешеренеүселәр үҙ эштәрен ярата, шуға ҡамыр аштары ла улар-ҙың шәп килеп сыға.
Йылдар үтеү менән бешереү технологиялары, шулай уҡ продукция сифатына талаптар ҙа үҙгәрә. Был йәһәттән Мәсетле ҡулланыусылар йәм-ғиәте бер урында тормай. Етәкселек ассортиментты киңәйтеү, шулай уҡ сеймалды яҡшыртыу юлы менән икмәк сифатын күтәреү өҫтөндә эшләй. Әле күптән түгел генә продукцияны ҡаптарға төрөү линияһы эшкә ҡушыла. Ундай продукция санитария йәһәтенән дә маҡсатҡа ярашлыраҡ, оҙағыраҡ та һаҡлана. Планда – икмәкхананың барлыҡ продукция-һын төрөп һатыу.