Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Fleur” сәскә кибете

Ҡатын-ҡыҙ күңелен затлы гөлләмә менән яулап булыуы бер кемгә лә сер түгел.


Фотосессия өсөн Анна Окунцева биҙәгән бәүелсәк.



“Fleur” сәскә кибете Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тракт урамы, 12 адресы буйынса урынлашҡан. Уның эшендә төп йүнәлештәр:

- залдарҙы һәм урындар-ға сығып никах теркәү урындарын, юбилейҙарҙы, балаларҙың тыуған көндәрен биҙәү;

- кәләш гөлләмәһе, бутоньерка;

- гелий тултырылған шарҙар, һындар;

- бүләктәрҙе төрөү һ. б.

Эшҡыуар Анна Александровна Окунцева был өлкәлә байтаҡ йылдар эшләй. Ул флористика буйынса Урал мәктәбендә курстар үткән, гөлләмә йыйыуҙа тиҙлек өсөн дипломы бар. Сәскәләр ассортиментын киңәйтеү – магазиндың принципиаль позицияһы. Бында һәр ваҡыт яңы ғына өҙөлгән сәскәләр һатыла. Бөтә гөлләмәләрҙе һәм сәскәләрҙән композицияларҙы Анна үҙе эшләй. 8 март байрамы алдынан “Fleur” сәскә кибете бөтә ир-егеттәрҙе сәскәләр һатып алырға саҡыра. Бында тере сәскәләрҙең, әҙер гөлләмә- ләрҙең киң ассортименты тәҡдим ителә. Раузалар, хризантемалар, тюльпандар, лилиәләр һәм башҡа бик күп сәскәләр бар. Гөлләмәләргә хаҡтар 500 һумдан башлана, шулай уҡ урындарға алып барып биреү хеҙмәте эшләй: 8 мартта Оло Ыҡтамаҡ буйынса алып барып биреү – 100 һум, район буйынса – такси хаҡы менән. Ҡәҙимге көндәрҙә район үҙәге буйынса – 70 һум.

Һуңғы ваҡыт өйҙә ди-ванға ултырып йәки стена янында түгел, ә студиялар-ҙа фотоға төшөү модаға инеп китте. Хәҙер беҙ ҙә, район халҡы, матур интерьерҙа профессиональ фотолар эшләтеү мөмкинлегенә эйәбеҙ. Анна Окунцева Екатеринбург ҡалаһынан фотограф-видеограф Зенфира Бердышева менән хеҙмәттәшлек итә. Улар тематик фотосессиялар ойоштора. Анна фото төшөү зоналарын биҙәй. Фотосессияла ҡатнашып өлгөргәндәргә улар-ҙың эштәре бик оҡшай. Һәм былар бөтәһе лә ҡалаға бармай ғына ҡулайлы хаҡтар менән.

Тел. 8-927-962-46-53. “Бәйләнештә” төркөмөндә адрес: https://vk.com/ okuncevaanna/.

Реклама хоҡуғында.