Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
26 Февраль 2018, 17:35

Ҡорғандар тегеү – сифатлы, матур, профессиональ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылында Ольга Лукьянованың ҡорғандар салоны тәҙрәләрҙе биҙәү буйынса инде биш йылдан ашыу эшләй: шәхси һәм йәмәғәт интерьерҙары өсөн стилле, элиталы ҡорғандарҙы, йоҡа һәм ҡалын туҡымаларҙан ламбрекендарҙы сифатлы һәм стилле итеп әҙерләй.


Ҡорғандар өйҙәребеҙҙе йәмле һәм стилле итә.

Бында һәр ваҡыт продукцияны һайларға ярҙам иткән, консультация һәм эскиздарын әҙерләп бирерлек оҫталар эшләй. Шулай уҡ һеҙ туҡымалар өлгөләре менән өйгә барып үлсәүсе хеҙмәттәренә иҫәп тота алаһығыҙ.

Блэкаут, ике ҡатлы софт, сатен һәм баҫмалы вуаль, шулай уҡ башҡа тәбиғи һәм синтетик туҡымаларҙы Ольга Сергеевна Өфө, Екатеринбург һәм Мәскәү ҡалаларының эре тәьмин итеүселәренән ала. Яҡын арала салондың https://vk.com/versalsalonshtor адресы буйынса интернет-магазины барлыҡҡа киләсәк. Заказдар бөтә Рәсәй буйынса ҡабул ителеп, почта аша ебәреләсәк.

Теләгегеҙ булғанда һеҙ 1500, 3000, 5000 һумлыҡ сертификаттар эшләтә һәм уларҙы 8 Мартҡа йәки юбилей- ҙарға бүләк итә алаһығыҙ. Ә ундай бүләкте алған кеше ҡорғандарҙы үҙ зауығы буйынса тектереү мөмкинлегенә эйә.

Бында шулай уҡ кейем-һалымға ваҡ-төйәк ремонт яһайҙар, сәхнә өсөн һәм милли костюмдар тегәләр.

– Ҡорғандар салонының иң төп бурыстарының береһе – клиенттар-ҙың зауыҡтарын ҡәнәғәтләндереү. Клиенттың идеяларын һәм теләктәрен тормошҡа ашырыу, өйҙәрҙе йәмле һәм стилле итеү беҙҙең өсөн мөһим, – ти Ольга Сергеевна.

Ҡорғандар салонының адресы: Тракт урамы, 1 (“СВ-компьютер” бинаһы, ҡабырғанан инелә, 1-се ҡат). Тел. 8-917-752-73-73 (ватсап).

Реклама хоҡуғында.