Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
26 Февраль 2018, 17:32

“Ленинский” АПК-һынан сифатлы һәм тәбиғи продукт

“Ленинский” ауыл хужалығы производство кооперативы 10 йылдан ашыу инде ярымфабрикаттар етештереү менән шөғөлләнә.


Ошондай тәмле ризыҡтар тәҡдим итә “Ленинский” ҡыҙҙары.



Хужалыҡта икмәкхана, ярымфабрикаттар һәм колбаса цехтары бар. “Ленинский” АПК-һы продукцияһы өҫтәмәләр, төрлө ҡушылмалар һәм тәм көсәйткестәр ҡулланмайынса, тик тәбиғи сеймалдан ғына етештерелә һәм ярашлылыҡ сертификаттарына эйә. Ит үҫтерелеү һәм һуйыу процесында ҡаты ветеринария кон-троле үтә. Малдар бөтә талаптарға тап килгән, махсуслаштырылған цехта һуйыла.

Ярымфабрикаттар цехында билмәндәр, кәтлиттәр, чебуректар, бөйөрөктәр, голубцы, манты һәм баш-ҡалар – барлығы 13 төрлө продукция етештерелә. Колбаса цехы “Башҡорт-остан продукты” сауҙа билдәһе менән “Озерская” һәм “Липецкая” ярым- ыҫланған колбасалары, купаты, шашлыҡ һәм башҡа күп нәмәләр әҙерләп сығара.

Кооперативтың икмәкханаһы икмәк-булка изделиеларының 20 төрөн: икмәк, күмәстәр, шәңкәләр, төрлө эслектәр менән бәлештәр бешерә.

Былтыр хужалыҡта 24 мең килограмдан ашыу ярымфабрикат һәм 13 мең килограмдан ашыу колбаса продукцияһы етештереп һатылған.

Етештерелгән продукцияһын “Ленинский” АПК-һы Түбәнге Бобин, Кесе Ыҡтамаҡ һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылдарындағы (Үҙәк урамдағы элекке “Виктория” магазины һәм пром- зоналағы Йәштәр урамы, 1 адресы буйынса Башҡорт гимназияһы эргәһендә) үҙ магазиндары аша һата. Магазинда һәр ваҡыт яңы етештерелгән ярымфабрикаттарҙы, ит, икмәк-күмәс изделиеларын, бергә килгән тауарҙарҙы, шулай уҡ иген фуражы һатып алырға мөмкин. Магазиндарға көн һайын яңы продукция килтереп торалар.

Һатып алыусылар менән тығыҙ бәйләнеш тоталар, улар һәр ваҡыт кәрәкле продукцияға заявка бирә һәм тауар сифаты хаҡында фекерҙәрен яҙып ҡалдыра ала.

Реклама хоҡуғында.