Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
8 Февраль 2018, 18:06

“Сулпан” – юғары уңыш гарантияһы

Бына яҙ ҙа етеп килә, ә уның менән бергә – баҡса миҙгеле. Шуның менән бәйле орлоҡтар һәм сәсеү материалын һайлау мәсьәләһе әле бөгөн үк актуаль булып тора.


Магазин хужаһы һәм һатыусы Алина Зиннурова бына 10 йыл инде баҡсасыларҙы сифатлы тауар менән ҡыуандыра.


Һатып алыусылар йыш ҡына сәсеү материалының насар шытыуына һәм уңышты насар биреүенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Ысынлап та, орлоҡтар – ул тере организм һәм күп нәмә уның нисек һаҡланыуына бәйләнгән. Тышта ятҡан орлоҡтар йыш ҡына температураның ҡырҡа үҙгәреүҙәренә дусар була: көндөҙ йылыналар һәм ҡалын төргәктәрҙә тирләйҙәр, кисен һыуыналар. Был сифатҡа һәләкәтле тәьҫир итә. Орлоҡтарҙы баҙарҙарҙа, аҙыҡ-түлек һәм хужалыҡ кәрәк-яраҡтары магазиндарынан һатып алыу ысынға оҡшатып сығарылғандарынан һаҡлауҙы, юғары сифат һәм сорт-ҡа тап килеүҙе гарантияламай.

Юғары сифатлы орлоҡтар һәм ултыртыу материалын фәҡәт махсуслаштырылған магазиндарҙан ғына алырға кәрәк. Ун йылдан ашыу эшләгән “Сулпан” баҡсасылыҡ магазины ана шундай магазиндарҙың береһе.

Ҙур тәжрибә һәм орлоҡтар менән тәьмин итеүсе иң яҡшы фирмалар менән хеҙмәттәшлек итеү уларҙың шытым һәм таҙалыҡ, сорттарҙың берҙәй булыу гаранты булып тора. Мул уңыш алыу өсөн магазинда эффектлы һәм шул уҡ ваҡытта кеше һәм тәбиғәт өсөн ҡурҡыныс булмаған үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары тураһында ла хәстәрлек күрелгән.

Бынан тыш, “Сулпан” магазинында һеҙҙе йәшелсәселектә һәм сәскәләр үҫтереүҙә компетентлы булған һатыусы-консультанттар хеҙмәтләндерә, ә һатып алыусыларға консультацияларҙы үҫемлектәрҙе ҡый үләндәренән, сирҙәр-ҙән һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлау буйынса 30 йыл стажы булған агроном бирә.

Урал өсөн районлаштырылған яңы сорттар эҙләү, заявкаларҙы үтәү һәм һатыусыларға белдекле консультациялар биреү – “Сулпан” магазины эшендәге ғәҙәти практика.

2018-2019 йылғы яңы баҡса миҙгеленә йәшелсә һәм сәскә культураларының яңы орлоҡтары, сифатлы тупраҡ һәм баҡса инвентары килтерелде.

Магазин көн һайын 9.00-дән 18.00, ял көндәрендә 15.00 сәғәткә тиклем эшләй.

Реклама хоҡуғында.