Был магазин 2007 йылда универмагтың беренсе ҡатында асылған. Башта бында кеҫә телефондарын йүнәтәләр, шулай уҡ уларға аксессуарҙар һатып алырға мөмкин була. Әммә төп айырма – һәр төрлө техника пульттарын һайлап алыу мөмкинлеге.
Әйтергә кәрәк, Әлфиә Кафланованың һәр бер улының үҙ эше бар: береһе мебель менән сауҙа итә, икенсеһе аҫылмалы түшәмдәр менән шөғөлләнә. Күптән түгел улар үҙ икмәкханаларын асҡан. хәҙер Кафлановтарҙың бойҙай һәм бой-ҙай-арыш икмәктәрен Оло Ыҡтамаҡ магазиндарында һатып алырға була.
Бөгөн көнкүреш кәрәк-ярағы һәм электротехника өсөн аксессуарҙар магазины универмагтың икенсе ҡатында эшләй. Пульттарҙан тыш, бында радиоприемниктар, аккумуляторҙар, аккумулятор батарейкалары, наушниктар һәм телефон корпустары, заряд ҡоролмалары, радио һәм телевизорҙарға һәр төрлө кабелдәр, антенналар һәм көндәлек тормошобоҙҙа бик тә кәрәкле күп нәмәләр табырға мөмкин. Магазин хужаһы һәм шул уҡ ваҡытта һа-тыусы Әлфиә Кафланова һеҙҙе иғтибарлы хеҙмәтләндерәсәк, һәм кәрәкле тауарҙы һайлап алырға ярҙам итәсәк.
Магазин, йәкшәмбенән тыш, көн һайын сәғәт 10-дан 17.30-ға тиклем эшләй.
Магазинға килегеҙ, бында һеҙгә һәр ваҡыт шат буласаҡтар!