Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
22 Ғинуар 2018, 16:52

“Милан”ға рәхим итегеҙ!

“Милан” магазины ете йыл элек асылғайны. Ошо ваҡыт эсендә ул райондың күп кенә кешеләре өсөн сифатлы тауар һатып алырға мөмкин булған урынға әйләнде.

Эшҡыуар Ольга Нәҙершина сумкалар һәм тире галантереяһы өлкәһендә ҙур тәжрибәгә эйә. Уның магазины Оло Ыҡтамаҡ ауылында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Юҡҡамы ни, “Милан”да сумка йәки аҡса янсығы һатып алғанда, халыҡ һәр ваҡыт ҡәнәғәт ҡала.

Күптәр белмәй, ләкин былтыр “Милан” “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәгенән яңы “Баҙар”ҙың беренсе ҡатына күсте. Элекке кеүек үк, магазинда сумкалар һәм тире галантереяһының киң ассортименты тәҡдим ителә. Төрлө стилдәр, төҫтәр һәм фактуралар – һәр кем үҙ зауығына тап килгән әйберен таба ала. Магазинда, кеҫә ҡалынлығына ҡарап, төрлө хаҡтар менән бәләкәй генә клатчтарҙан алып ҙур юл сумкаларына ҡәҙәр бар. Шулай уҡ уның ассортиментында – йыл әйләнәһенә мәктәп биштәрҙәре, бирсәткәләр, ҡайыштар, аҡса янсыҡтары, тәбиғи һәм яһалма күндән тышлыҡтар, билдәле сауҙа маркаларының ҡатын-ҡыҙҙар колготкиҙары һәм эске кейемдәре, йәйгеһен – ҡояштан һаҡлаусы күҙлектәр.

Һатып алыусылар Рәсәй, Италия һәм Ҡытай фабрикалары етештергән тауарҙарға заказдар яһай ала.

Тағы ла бер айырылып торған һыҙаты бар был магазиндың – “France RENI parfum” парфюмерия фирмаһынан ҡойоп һатыла торған киң ассортимент. Ул – үҙеңә генә түгел, ә яҡындарыңа ла шәп бүләк.

Әгәр һеҙ бүләкте дөрөҫ һайлауығыҙға икеләнһәгеҙ, 500 һумлыҡ бүләк сертификаттары бик яҡшы альтернатива була ала.

Бында һәр һатып алыусыға мөмкин тиклем ҙур иғтибар бүлергә һәм һайлап алырға ярҙам итергә әҙерҙәр. Һеҙҙе көн һайын “Баҙар” сауҙа үҙәгенең тәүге ҡатында көтәләр.

“Милан” магазинына рәхим итегеҙ!

Реклама хоҡуғында.