Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Урал ирекмәне

Мәсетле районы 5 май-ҙа Екатеринбург ҡалаһында старт алған, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 73 йыллығына арналған автоуҙышта ҡатнашты. Сараны ойоштороусы – “Баш-ҡорттар ҡоролтайы” Свердловск төбәк башҡорт халҡы мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү йәмәғәт ойошмаһы.

Башҡортостан менән сиктә автоуҙышта ҡатнашыусыларҙы Мәсетле районы вәкилдәре ҡаршы алды. Унан улар Оло Ыҡтамаҡ ауылының Наил-хажи исемендәге мәсетенә йүнәлде, ҡунаҡтарға тәмле төшкө аш тәҡдим ителде. Артабан автоуҙышта ҡатнашыусылар Еңеү паркында булды. Күршеләрҙе хакимиәт башлығы Әнис Әсәҙуллин сәләмләне.

Бында булғандарҙы шулай уҡ Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Тюменцева ҡотланы.

Үҙәк майҙанда концерт программаһы үтте, унда хәрби-патриотик номерҙар менән Свердловск өлкәһенән килгән ҡунаҡтар һәм Йәштәр үҙәге йәш илһөйәрҙәре, район мәҙәниәт һарай хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны.

Сарала “Йәш мәсетле”, “МГЕР”, “МИР” һәм “Юнармия” ойошмалары ағзалары әүҙем ҡатнашты. Ирекмәндәр ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу һәм һыйлауҙы ойоштороуҙа бик ҙур ярҙам күр-һәтте. Шунан улар йыйыл-ғандарҙың барыһына ла Еңеү символын тапшырып, “Георгий таҫмаһы” акцияһы ойошторҙо.

Шулай уҡ автоуҙышта ҡатнашыусылар район Мәҙәниәт һарайы фойеһында район тарих-тыу-ған яҡты өйрәнеү музейы тарафынан ойошторолған күргәҙмәне ҡараны. Бында Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова ҡунаҡтарға Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповҡа арналған папка тапшырҙы.

Автоуҙышта ҡатнашыу-сыларҙы мәсетлеләр Дыуан районы сигенә ҡәҙәр оҙатып барҙы. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Закирйән Ғатауллин юлын улар менән бергә Өфөгә тиклем дауам итте.

Республика баш ҡалаһында автоколоннаны Мәсетле районы яҡташлығы ағзалары ҡаршы алды. Улар Советтар Союзы Геройы А. Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәренә, Бөйөк Ватан һуғышының ике генерал-геройы Миңлеғәли Шайморатов һәм Таһир Күсимов бюстарына сәскәләр һалды.

Айгөл ШАРАПОВА

әҙерләне.