Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар

Көн ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, Әләгәҙҙә иртәнән байрам атмос- фераһы хөкөм итте. Ауылдың төп май-ҙанында кешеләр тантаналы сараға йыйылды. Күптәр һуғыш ветерандарына ихтирам күрһәтеү һәм хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн килде.

Ауылдың үҙәк урамы буйлап мәктәп уҡыусылары строевой аҙымдар менән атлап үтте. Ҡулдарына улар байраҡтар, флагтар, шарҙар һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронттарҙа еңеү яулаған һәм хәҙер беҙҙең арала булмаған ауылдаштары фотоһүрәттәрен тотҡайны.

Ауыл биләмәһе башлығы Тәлғәт Вәлитовтың байрам телмәренән һуң, һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Ҡотлау һүҙҙәре менән шулай уҡ Әләгәҙ мәктәбе директоры Наил Хажиев һәм “Агросоюз” йәмғиәте вәкиле Антонина Искорцева сығыш яһаны.

Тантаналы митингынан һуң һуғыш ветерандарын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен сәйгә саҡырҙылар. Кисен барыһын да Еңеү көнөнә арналған концерт көтә ине.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.