Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Герой иҫтәлегенә

8 майҙа Яңы Мишәр ауылында летчик-штурмлаусы, авиация полковнигы, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповҡа мемориаль таҡта асыу тантанаһы булды.

Тантаналы сараға район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, Ҡотдос Ҡәниф улының һеңлеһе Нәсимә Кәлимуллина, шулай уҡ Яңы Мишәр ауылынан сыҡҡан, ошо ауыл мәктәбендә эшләгән, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәүсе һәм коррекцион мәктәп директоры булып эшләүсе Булат Баев, Яңы Мишәр ауыл биләмәһе башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров, район ветерандар советы рәйесе Юрис Сафиуллин һәм башҡалар саҡырыл-ғайны.

Билдәле осоусы менән ауылдаштары һәм Мәсетле районы ғына түгел, ә бөтә республика халҡы ғорурлана. Бәләкәйҙән унда ғәҙеллек һәм тоғролоҡ тойғоһо ныҡ үҫешкән була. Бөгөн Ҡотдос Латипов күп малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм сыҙамлылыҡ кәүҙәләнеше булып тора. Саҡырылған ҡунаҡтар үҫеп килгән быуында тыуған ергә һөйөү һәм илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүҙең ни тиклем мөһим булыуы хаҡында һөйләне.

Мемориаль таҡтаны асыу хөрмәтенә Әнис Әсәҙуллин, Гөлназ Ҡадирова, Нәсимә Кәлимуллина һәм Булат Баев эйә булды.

Әйтергә кәрәк, Булат Баев туған мәктәбенә яҡшы сюрприз эшләне – ошо уҡ мәктәпте тамамлаған Ҡотдос Латипов тураһында стенд бүләк итте. Был стенд уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн файҙалы әсбап булыр, тип ышанғы килә.

Тантаналы өлөштән һуң Яңы Мишәр мәктәбе һәм балалар баҡсаһы ихатаһындағы Ҡотдос Латипов аллеяһында йәш ағастар ултыртылды.

Был көндө халыҡ Еңеү көнөн дә билдәләне. Үҙәк урам буйлап Үлемһеҙ полк үтте. Уҡыусылар ҡулдарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡарт олаталары һәм ҡарт өләсәләре фотоһүрәттәрен тотоп барҙы. Обелискыға сәскәләр һәм веноктар һалынды.

Байрам саралары һуңында Еңеү көнөнә арналған концерт булды.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.