Ҡурҡыу белмәгән яугир тыныс тормошта хоҡуҡ тәртибе һағына баҫа

Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙҙең һәр кешеһенең яҙмышында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Тарихҡа исемдәре яҙылған миллионлаған геройҙар араһында Нәжиб Хәбибулла улы Ҡушановтың фамилияһы ла бар. Уның биографияһында һәр көнө һынауҙарҙан торған фронт йылдары ла, тыныс ваҡытта халыҡ мәнфәғәтендә хеҙмәт менән тулы осор ҙа бар.

Ҡурҡыу белмәгән яугир тыныс тормошта хоҡуҡ тәртибе һағына баҫаҠурҡыу белмәгән яугир тыныс тормошта хоҡуҡ тәртибе һағына баҫа
Ҡурҡыу белмәгән яугир тыныс тормошта хоҡуҡ тәртибе һағына баҫа

Нәжиб Хәбибулла улы 1923 йылдың 9 ноябрендә Һабанаҡ ауылында тыуған. Үҫмер йылдары ла шунда үтә буласаҡ ил һаҡсыһының. Урындағы башланғыс мәктәптең 4-се класын тамамлап, артабан алты йыл күрше Ләмәҙтамаҡта уҡый.
1942 йылдың ғинуарында 18 йәшендә мобилизациялана, апрелдә егетте 107-се айырым юл-төҙөлөш батальонына ебәрәләр. Батальон командиры инженер-майор Крунталин уның был йылдарҙағы хеҙмәтен шулай тип һүрәтләй: “Медицина хеҙмәтенең кесе лейтенанты Ҡушанов часта үҙен дисциплиналы һәм башҡарыусан офицер итеп күрһәтә. Рота фельдшеры булып эшләгәндә, яугирҙарҙы санитар хеҙмәтләндереүҙе юғары кимәлгә ҡуя. Улар тураһында атайҙарса хәстәрлек күрә. Рота командованиеның хәрби заданиеларын үтәгәндә иптәш Ҡушанов иң хәүефле урындарҙа булды, яралыларға һәм контузия алғандарға ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтте. Ул ҡурҡыу белмәй: яраланған взвод командирын алмаштырып, хәрби заданиены үтәүҙе тәьмин итте...”
Батырлығы һәм хәрби ҡаҙаныштары өсөн Нәжиб Хәбибула улын 1945 йылда “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр.
Бынан тыш, Мәсетле һалдаты “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалына һәм II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була.
1947 йылда йәш офицерҙы демобилизациялайҙар. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, Нәжиб Хәбибулла улы эшкә тотона. Ул Ләмәҙтамаҡ ауыл советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Шул йылдарҙа Кесе Ҡыҙылбай ауылынан Мәсҡүҙә Әхйәм ҡыҙына өйләнә.
Өс йылдан Ҡазан юридик мәктәбенә уҡырға инә, уны тамамлағас, Йәрмәкәй, ә һуңынан Ҡырмыҫҡалы районы халыҡ суды судьяһы була. 1965 йылдан 1982 йылға тиклем, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Балаҡатай участка халыҡ судында судья булып эшләй. Батыр яугир тыныс тормошта ла ҡыйыу булып ҡала: ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк юлында хеҙмәт батырлыҡ һәм тәүәккәллек талап итә. Нәжиб Ҡушанов ошо сифаттары менән коллегалары, хеҙмәткәрҙәр өсөн өлгө булып тора.
Нәжиб Хәбибулла улы ҡатыны менән Пальмир исемле ул тәрбиәләп үҫтерә, ул 1979 йылда “Быраулау” һөнәре буйынса Өфө нефть институтын тамамлай һәм Аҙнаҡай быраулау эштәре идаралығында эшләй.
Ветеранды 1992 йылда тыуған ауылы Һабанаҡта ерләйҙәр. Уның өс ейәне Өфөлә йәшәй.
Ләйсән ХАФИЗОВА,
Балаҡатай район-ара судының матбуғат секретары.

Автор: