Батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ өлгөһө булды

Мин 1939-1940 йылғы Финляндия һәм 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атайым Мөхәмәтрәхимов Сабир Мөхәмәтрәхим улы тураһында яҙам. Атайым тураһындағы мәғлүмәттәрҙе хәрби комиссариат архивы юллап бирҙе.

Батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ өлгөһө булдыБатырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ өлгөһө булды
Батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ өлгөһө булды

Сабир Мөхәмәтрәхимов 1911 йылдың 15 октябрендә Яуыш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Революция ваҡытында мәктәптәрҙә уҡытыу булмай, ул үҙе уҡырға, яҙырға өйрәнә.
1930 йылда әрме сафтарына хеҙмәт итергә алына. Өс йыл Эске эштәр ғәскәрендә хеҙмәт итә. Унда таҙа кәүҙәле, оҙон буйлы егеттәрҙе һайлап алалар. Был осор илебеҙ тарихында иң көсөргәнешле мәл була – коллективлаштырыу киң ҡолас ала. Ул заманда илебеҙҙә төрлө ҡаршы ойошмалар, кешеләр (кулактар) күп була. Уларға ҡаршы көрәштә Эске эштәр ғәскәрен файҙаланалар.
Атайым 1939–1940 йылдарҙағы СССР һәм Финляндия ҡораллы көстәре араһындағы һуғышта үҙ теләге менән ҡатнаша.
1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, сентябрь айында хәрби комиссариат атайымды Башҡорт кавалерия дивизияһына күнекмәгә йүнәлтә. Кавалерияла һуғыш алымдарына һәм ҡоралдан атыу оҫталығына өйрәнә. “Күнекмәләр үткәргән саҡта “отлично”ға ата торғайным, – тип һөйләгәйне атайым. – Бында координатты, аралыҡты билдәләй белергә, траекторияны һәм елдең ҡайһы яҡтан иҫеүен күҙ уңында тоторға кәрәк. Күп егеттәр был һынауҙы үтә алманы, уларҙы кавалерияға ебәрҙеләр. Мине Благовещенскиҙан уҡ артиллерияға ҡабул итергә тигән рекомендация менән оҙаттылар”.
Атайым атты дөрөҫ дағалай, яҡшы тынысландыра белә ине, хатта бергә ятып ял итергә өйрәтәләр аттарҙы.
Аттары менән вагонға тейәп, ноябрь айында һалдаттарҙы фронтҡа оҙаталар. 1941 йылдың 9 декабрендә 2-се Украина фронтының 97-се гвардия уҡсылар дивизияһына, артиллерия батальонына тәғәйенләйҙәр. Аттар ҡоралдарҙы һөйрәтеп күсереп йөрөтөүҙә файҙаланыла. Атайым ошолай һуғышҡа инеп китә.
1942 йылдың 22 декабрендә уға өлкән сержант исеме, бынан тыш “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалы бирелә, ә бер йылдан, 1943 йылдың 1 февралендә, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Миҙалдың награда ҡағыҙында былай тип яҙылған:
«1 февраля 1943 года в бою в районе СТЗ метким огнем орудия под командой товарища Мухаметрахимова уничтожено: 2 пулеметные точки противника с расчетом и разбиты три блиндажа с открытой позиции, два вражеских танка».
Белгород йүнәлешендәге һуғыштарҙа ла ул батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһөнә әүерелә. 1943 йылдың 7 авгусында Новоборисовка торама пункты өсөн барған һуғыш-тарҙа уның расчеты һөжүмгә күскән немецтарҙы – бөтәһе 18 һалдат һәм офицерҙы – юҡ итә, ике орудиены ҡулға ала. 12 августа Гавриши станцияһы районында дошмандың танк контрһөжүмен кире ҡаҡҡан ваҡытта уның расчеты урта танкыны сафтан сығара һәм дошмандың пулемет нөктәһен баҫтыра. Күрһәтелгән батырлыҡтары өсөн атайым Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.
1945 йылдың 7 мартында II дәрәжә “Бөйөк Ватан һуғышы” ордены менән бүләкләнә. Был наградаға ул ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 йылдың 26 һәм 27 ғинуарында Германия территорияһында Одер йылғаһы аша сыҡҡанда плацдармды киңәйтеү буйынса һуғыштарҙа ул беренселәрҙән булып йылға аша үҙе менән туп (пушка) алып сыға. Взвод командиры һәләк була, шул саҡта ул командалыҡ итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Дүрт контрһөжүмде баҫтыра, дошмандың ете ут нөктәһен, пехота взводын юҡ итә. Шул рәүешле ул беҙҙең һалдаттарға алға барырға мөмкинлек бирә.
1945 йылдың 26 майында тағы ла бер юғары награда ала – III дәрәжә Дан ордены, “Иң яҡшы артиллерист” билдәһе бирелә. Бынан тыш, фронт гәзиттәренән уның тураһында мәҡәләләр, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар һаҡланмаған.
Һуғыштан һуң атайымды Чехословакияның баш ҡалаһы Прагаға госпиталгә һалалар. Ашҡаҙанын, һыуыҡ алдырғандан һуң үпкәһен дауалайҙар. Иосиф Сталин орден кавалерҙарын өйҙәренә хәрби парад кейемдәрендә ҡайтарырға бойороҡ бирә, ә наградаһы булмағандар үҙҙәре һуғыш ваҡытында кейеп йөрөгән көндәлек әйберҙәрендә әйләнеп ҡайта.
1945 йылдың август айында атайым тыуған төйәгенә ҡайтып төшә. Әсәйем Менәүәрәне (1923 йылғы) һуғышҡа тиклем алып китә. Атаһы Мөхәмәтрәхим, әсәһе Сәмсикамал һәм әсәйем Менәүәрә, атайымды көтөп, дүрт йыл бергә йәшәйҙәр.
Һуғыштан һуң оҙаҡ ял итергә бирмәйҙәр. Күп тә тормай райондың беренсе секретары Тимерғәли Ғәликаев атайымды халыҡтың теләге менән Яуыш ауылы рәйесе итеп тәғәйенләй. Был вазифала 1951 йылға тиклем алты йыл эшләй. 1951 йылда Яуыш, Иҫке Мишәр, Төрөпкилде һәм Исмәғил ауылдарын Әй йылғаһының икенсе ярында урынлашҡан Яңы Мишәргә ҡушалар – берләштерәләр, йәнәһе, колхоз ҙур булырға тейеш. Шулай итеп Фрунзе исемендәге колхоз барлыҡҡа килә. Идаралыҡ, ауыл советы Яңы Мишәрҙә була. Һыу аша булыуы халыҡҡа уңайһыҙлыҡ килтерә, яҙғы, көҙгө айҙарҙа элемтә өҙөлә.
1969 йылда Яуыш, Иҫке Мишәр, Төрөпкилде “БАССР-ҙың 50 йыллығы” колхозы исеме менән кире айырылып сыҡты. 1989 йылда Яуыш ауылы халҡы үҙҙәрендә ауыл советы асыуға өлгәшә алды.
Һуғыш эҙемтәһендә икенсе төркөм инвалид булған атайым, яуҙа алған сирҙәренән 24 йыл яфаланып, 1969 йылда 58 йәшендә вафат булды.
Сәлихйән РӘХИМОВ,
Яңы Яуыш ауылы.

Автор: