Мәсетле тормошо
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповтың 100 йыллығына

14 июлдә яҡташыбыҙ, легендар летчик-штурмовик, авиация полковнигы, Мәсетле районының берҙән-бер Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповтың тыуыуына 100 йыл тулды.

Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповтың 100 йыллығына
Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповтың 100 йыллығына

Ҡотдос Ҡәниф улы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҙур өлөш индерҙе, ул 187-се гвардия авиация полкы звеноһы командиры, гвардия лейтенанты.
Ҡотдос Латипов Яңы Мишәр ауылында башҡорт крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлаған. Армияға алынғансы Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Белорет аэроклубында уҡый.
1941 йылда Башҡорт АССР-ының Мәсетле район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла. Шул уҡ йылда Свердловск хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлай.
1941 йылдың декабренән 1942 йылдың мартына тиклем 704-се төнгө бомбардировкалау авиация полкы летчигы була. Волхов фронтында һуғыша. “У-2” самолетында дошманды бомбаға тотоу өсөн 3 хәрби осош һәм алғы һыҙыҡтағы совет частары менән бәйләнеш тотоу өсөн бер нисә тиҫтә осош яһай.
1942 йылдың майынан ноябренә тиклем – Ижевск ҡалаһында 34-се запас авиация полкы летчигы. 1942 йылдың ноябренән 1943 йылдың февраленә тиклем Владимир өлкәһендә Ундол станцияһында 783-сө штурм авиация полкы летчигы була. Шул уҡ ваҡытта “Ил-2” штурмовигына уҡып сыға.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 14 июлендәге 28е һанында уҡығыҙ.

Автор: