СӘЛӘХОВ Фәхерйән Сәләх улы
1916 йылдың 20 февралендә Әжекәй ауылында тыуған. Совет һәм партия эшмәкәре була. Юғары партия мәктәбен тамамлай. 1933-1936 йылдарҙа Оло Аҡа уҡыу йорто мөдире, ВЛКСМ-дың Башҡорт-остан өлкә комитеты курсанты булып эшләй.
1936 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1942 йылдан алып Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша. Башҡорт кавалерия дивизияһының 112-се полкында ВЛКСМ-дың яуаплы секретары вазифаһын башҡара. 1942 йылдың апреленән 1943 йылдың авгусына тиклем Воронеж, Дон һәм Брянск фронттарында ут взводы командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Ауыр яралана һәм госпиталгә оҙатыла.
Яраланғандан һуң демобилизациялана, Мәсетле район Советы секретары, рәйесе булып эшләй. “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. 1959 йылда вафат була.
* * *
КАЕВ Ғабдулла Шәмбағол улы
1911 йылғы Ләмәҙтамаҡ егете 1941 йылдың 18 авгусында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 56-сы гвардия кавалерия полкының гвардия рядовойы дәрәжәһендә хеҙмәт итә.
1941 йылдың декабренән һуғыш аҙағына тиклем легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы составында хәрби юл үтә. 1945 йылдың октябрендә генә демобилизациялана. Кавалеристың күкрәген Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн” һәм башҡа миҙалдар биҙәй. Һуңыраҡ ул II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана.
1990 йылда вафат була.
* * *
БЕРСЕНЕВ Александр Михайлович
1923 йылдың 16 февралендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. 1941 йылда армияға алына. Икенсе гвардия һауа-десант Проскуров дивизияһының Дүртенсе гвардия һауа-десант уҡсылар Мукачевск полкы комсоргы. 1943 йылдан алып – ВКП(б) ағзаһы. Мәскәү һәм Сталинград янындағы алыштарҙа ҡатнаша.
1941 йылдың 20 февраленән 1943 йылдың 30 сентябренә тиклем Төньяҡ-Көнбайыш фронтта һуғыша. 1942 йылдың көҙөндә яраланғандан һуң Мәскәү ҡалаһына ҡыҫҡа ваҡытлы офицерҙар курсына ебәрелә. 1943 йылдың йәйендә Курск эргәһендәге һуғышта яңынан яралана. Мәскәү ҡалаһы госпиталендә дауалана.
Дивизияға Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда ҡушыла.
Карпат өсөн барған һуғышта өсөнсө тапҡыр яралана.
1944 йылдың авгусынан полк комсоргы итеп тәғәйенләнә.
Армияла 25 йыл хеҙмәт итеп, полковник дәрәжәһендә запасҡа сыға.
Ике Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, ВЛКСМ Үҙәк Комитетының маҡтау грамотаһы, ун биш миҙал менән наградланған.