Бөтә яңылыҡтар

Ул еңеү менән ҡайтты

Быйыл халҡыбыҙ Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын билдәләп үтте. Әләгәҙ ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 556 кеше киткән. Уларҙың 221-е генә иҫән-һау тыуған еренә аяҡ баҫа. Еңеү менән ҡайтҡан батырҙар араһында Хәлимов Ғәли Хәлим улы ла бар.

Хәлимов Ғәли 1911 йылдың 17 февралендә Мәсетле районының Әләгәҙ ауылында мулла Сафин Хәлим ғаиләһендә донъяға килә. Был ғаилә ауылда иң ярлы ғаиләләрҙең береһе була. 1918 йылда Ғәлиҙең ата-әсәһе аслыҡтан үлеп ҡала. Ете йәшлек малай, йән аҫрар өсөн, аҙыҡты үҙе табырға мәжбүр була. Бер телем икмәк, бер тәрилкә аш өсөн ул ниндәй генә эштәр башҡармай. Ауылдан-ауылға йөрөп эшләй. Шунан өс йыл армияла хеҙмәт итә. Бында ул шофер һөнәрен үҙләштерә.
1941 йылдың 22 июне. Фашист Германияһы илебеҙгә вәхшиҙәрсә баҫып керә. Хәлимов Ғәли һуғышҡа 1941 йылдың 24 июнендә үк Свердловск өлкәһе Урал хәрби комиссариатынан алына. “Полуторка” йөк машинаһында рядовой шофер була. Һөжүм иткәндә уның автомашинаһы һәр ваҡыт әҙер һәм төрлө ауыр шарттарҙа ла ул заряд базаһын тейешле урынға илтеп еткерә. Электр энергияһы алғас, телеграф станцияһы туҡтамай, элемтә дауам итә. 675-се айырым элемтә батальоны көрәше ваҡытында Хәлимов Ғәлиҙең автомобиле бер ҙә ватылмай, авария яһамай, һәр ваҡыт әҙер тора. Һуғыш шарттарында автомашинаһын юғары дәрәжәлә һаҡлаған һәм ҡулланған өсөн Хәлимов Ғәли Хәлим улы “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Был 1945 йылдың 1 авгусында була. Шул уҡ йылдың 8 авгусында ул Белорус фронты 53-сө уҡсылар корпусы составында немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлыҡтары өсөн СССР Юғары Советы тарафынан Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була. Был наградаларға “Кенигсбергты алған өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Варшаваны алған өсөн” миҙалдары өҫтәлә. 1944 йылдың 3 октябрендә ул ҡаты яралана. Госпиталдә дауалана.
“Ленинград блокадаһы ваҡытында Ладога боҙло күле аша ҡалаға медикаменттар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ташыныҡ. Ә ҡаланан яралыларҙы, балаларҙы, ҡарттарҙы алып сыҡтыҡ. Дошман әле уң яҡтан, әле һул яҡтан бомбаға тота. Йөк тейәгән машиналар һыу төбөнә китә. Бик ҡурҡыныс булды”, – тип һөйләй ветеран һуғыштан һуң балаларына.
Һуғыштан Ғәли бабай 1945 йылдың 14 ноябрендә генә ҡайта. Свердловск өлкәһенең Боғалыш ауылында туғандары янында туҡтала. Бында Шафиҡова Хәкимә менән таныша һәм йәштәр өйләнешә. 1948 йылда игеҙәк балалары – улдары Хәбиб менән ҡыҙҙары Зәйнәп – тыуа.
1953 йылда Хәлимовтар Оло Ыҡтамаҡ ауылына килеп урынлаша. Ғәли Хәлимов “Сосновый бор” шифаханаһына шофер булып эшкә урынлаша. Ул ғүмеренең һуңғы көнөнә ҡәҙәр шунда эшләй. 1971 йылдың 1 июнендә ветеран был яҡты донъяларҙан китә. Уға бары 60 йәш була. Ғәли бабайҙың игеҙәк балалары, ейәндәре бөгөн беҙҙең арала йәшәй. Улар атай-олатайҙары менән ғорурлана. Ләкин шуныһы ҡыҙғаныс: утты-һыуҙы кискән Хәлимов Ғәли Хәлим улы тураһында хәҙерге көнгәсә бер ҡайҙа ла яҙылмаған. Һуғыштан иҫән-һау, Еңеү яулап ҡайтҡан батырҙар исемлегендә уның да хаҡлы урыны булырға тейештер, тип уйлайым мин.
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолорға тейеш түгел. Улар беҙҙең тыныс күгебеҙ, хәҙерге матур тормошобоҙ өсөн үҙҙәрен-үҙҙәре аямайса көрәшкән.
Минзәлә НАФИҠОВА,
Әләгәҙ урта мәктәбе
музейы етәксеһе.
Һүрәттә: Ғәли Хәлимов – уңдан беренсе.