Минең олатай – Әжекәй ауылынан Мөжипов Вәкил – 74 йыл хәбәрһеҙ юғалған булып иҫәпләнде. Элегерәк, Подольск ҡалаһына барғанда, Оборона министрлығының үҙәк архивында миңә хәбәрһеҙ юғал-ған һалдаттар тураһында мәғлүмәттәр юҡ, тиһәләр, хәҙер уларҙың һәләк булған урындары тураһында билдәле булды.
2016 йылда Оборона министрлығы архивынан олатайымдың 1942 йылдың 14 февралендә Ржев эргәһендә һәләк булыуы һәм Чернево ауылында ерләнеүе, ә 1954 йылда Тверь өлкәһе Ржев районының Пятницкое ауылында туғандар ҡәберлегендә ҡайтанан ерләнеүе тураһында белешмә ҡағыҙы килде.
2017 йылда миңә олатайым мәңгелек йоҡоға талған урындарға барыу мөмкинлеге тейҙе. Стела янында тыуған еренән алып килгән бер ус тупраҡты ҡалдырҙым. Стелалағы яҙыуҙарҙы барлап, 14 февралдә бик күп совет һалдатының һәләк булыуын күрҙем – был көндө яу ныҡ ҡаты барған һәм ҡан ҡойош күп булған, күрәһең.
Пятницкое ауылында беҙҙе Еңеү көнөнә арналған митингыға саҡырҙылар. Беҙ һәйкәлгә сәскәләр һалдыҡ. Һуңынан һалдат бутҡаһы ашаттылар һәм иҫтәлекле бүләктәр, шул иҫәптән Ржев яуы тураһында китап тапшырҙылар.
Байрамда ветерандар, улар-ҙың балалары, ейәндәре һәм бүләләре ҡатнашты. Ә миңә олатайымды күрергә, уның миҙалдарын тотоп ҡарарға насип булманы. Ул фронтташ дуҫтары менән осрашыуҙарға бара алманы, ул быларҙың береһен дә өлгөрмәне. Ул миллионлаған ғүмерҙәрҙе йотҡан Ржев яуында батырҙарса һәләк булды.
Олатайым Вәкил Мөжип улы һуғышҡа тиклем бик яуап-лы һәм хөрмәтле кеше булған, бригадир вазифаһын башҡарған, колхоз идараһы ағзаһы булған. Яҡшы йәшәү өсөн күп эшләргә тура килә, үҙ ҡулдары менән өй һалып инә, һәр ерҙә тәртип һәм дисциплина булғанын ярата.
Вәкил Мөжиповты фронтҡа шунда уҡ алмайҙар, ә ҡыҙҙарҙы трактор менән идара итергә өйрәтеү бурысы ҡуялар. Үҙенең ҡыҙы Фатима ла тракторсы була һәм һуғыш йылдарында күп ауыл ҡыҙҙары унан өлгө ала. Олатайым фронтҡа киткәндә өйҙә һигеҙ бала тороп ҡала.
Хәрби юлын 355-се уҡсылар дивизияһында башлай, һуғышта бер ай самаһы ғына ҡатнашып өлгөрә – ҡаты алышта батырҙарса һәләк була. Бөгөн уның 26 ейәне һәм 48 бүләһе яугир олаталары менән хаҡлы ғорурлана.
Фәғилә КРУГЛЯКОВА,
Оло Ыҡтамаҡ ауылы.
Белешмә
1941 йылдың 14 октябрендә Волга буйындағы боронғо ҡалаға илбаҫарҙар килеп инә. Мәскәү ҡалаһы янында Ҡыҙыл Армияның еңеүенән һуң, һуғыш Ржев ҡалаһына яҡынлаша. 1942 йылдың 8 ғинуарында Мәскәү һуғышының дауамы – совет ғәскәрҙәренең Ржев-Вяземь һөжүм операцияһы башлана. Һөҙөмтәлә, 15 айға тиклем һуғыш хәрәкәттәре барған Ржев-Вяземь плацдармы барлыҡҡа килә.
И. В. Сталин плацдармға айырым иғтибар бүлә. 1943 йылда уның Ржев ҡалаһы янындағы Хорошево ауылына килеүе осраҡлы түгел. Юғары Баш командующий бер нисә ай көсөргәнештә тотҡан немец оборонаһының үҙәген күрергә теләй.
Маршал Г. К. Жуков Ржев ҡалаһы янындағы һуғыш тураһында былай тип яҙа: “Ржев районында хәл-торошто баһалауҙа беҙ хата ебәрҙек. Беҙ үҙебеҙҙең ғәскәрҙәрҙең мөмкинлектәрен артыҡ баһаланыҡ һәм дошмандыҡын иҫәпкә алып еткермәнек”. Был хата тиҫтәләрсә мең һалдат ғүмеренә торҙо.
Ржев-Вяземь плацдармында Бөйөк Ватан һуғышының иң ҙур десант операцияһы үткәрелә, бында 1942 йылда ике яҡтан да 1500 хәрби техника ҡатнашҡан танкылар бәрелеше уҙа.
Ғазап сиккән ҡала 1943 йылдың 3 мартында азат ителә. 60 меңдән 362 кеше иҫән ҡала, райондың 96 ауылы ер йөҙөнән юҡҡа сыға. Бөтә мәктәптәр, дауахана, завод һәм етештереү предприятиелары юҡ ителә.