Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Фронтташ дуҫтар 27 йылдан һуң осраша

Һуғыш уты һүнгәнгә – 76 йыл. Миллионлаған кеше ошо аяуһыҙ һуғыш һынауҙары аша үтте. Араларында яҡташыбыҙ Мәүлетбай Ғималов та бар ине.

Мәүлетбай ағай Ғималов 1925 йылда Мәсетле районы Әпшән ауылында тыуған (1940 йылға тиклем был ауыл Мәсетле районына ингән). Мәүлетбай ағайға йәшлек йылдарын татырға тура килмәй, сөнки фашист илбаҫарҙарының Тыуған илебеҙгә көтмәгәндә һөжүм итеүе тормош тыныслығын боҙҙо.
Ҡыҙыл Армия сафына баҫҡанда уға 18 йәш тә тулмаған була. 1943 йылдың 12 февралендә Дыуан районы хәрби комиссариаты тарафынан һуғышҡа алына. Сулея станцияһында алты тәүлек булғандан һуң, өлкән лейтенант Гумелев етәкселегендә буласаҡ ил һаҡсыларын Ҡаҙағстандың Аҡтүбә пехота училищеһына ебәрәләр. Уны тамамларға тура килмәй. Һауа-десант ғәскәрҙәренә комиссия үткәреп, 17-се гвардия һауа-десант часына алалар һәм Мәскәү өлкәһенең Ступино ҡалаһында һауа-десант яуы серҙәренә өйрәнеү күнекмәләре башлана. Ул еңелдән булмай: тәүҙә 400 метрҙан һикерергә өйрәнәләр, тәүлектең теләһә ниндәй сәғәтендә лә күнекмәләр туҡтамай. Самолеттан тулы хәрби хәлдә һикереүҙәр башлана. “Дегтяров исемендәге ҡул пулеметы, уның дискылары менән – 3 кг, парашют үҙе генә – 12,5 кг, башҡа һуғыш ҡоралдарын да ҡушһаң, 32 килограмға етә”, – тип хәтерләй ине Мәүлетбай ағай ул ваҡыттарҙы. Тәүҙә һикергән ваҡытта, пулеметты тотҡан килеш вертикаль хәлдә, һуңынан горизонталь ергә төшәһең. Үҙеңде вертикаль хәлдә тотоуҙың сере шул: һауанан дошманға ата-ата төшәһең. Тәүҙә самолеттан һикереү бик ҡурҡыныс ине”, – тип иҫләй торғайны яугир.
1944 йыл башында уларҙы 9-сы армия составында Карелияға десант итеп төшөрәләр. Ләкин был юлы һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашырға тура килмәй. Унан һуң Белоруссияның Могилев, Гомель өлкәләрендә һуғышҡа әҙерлек үтә.
Мәүлетбай ағайҙың хәрби часы беренсе тапҡыр һуғышҡа Яссы-Кишинев операцияһы ваҡытында инә. Кишинев ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша, унан беҙҙең ил сиген үтеп, Румыния сиктәрендә дошманға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Һуғыштың һуңғы осоронда Венгрияны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашырға тура килә.
1945 йылдың февралендә, бер ҡаты алышта, Мәүлетбай ағай фашистарҙың боеприпастар тейәгән автомашинаһын юҡ итеүгә өлгәшә. Батырлығы өсөн ул III дәрәжә Дан ордены менән наградлана. Алыштарҙың береһендә саҡ үлмәй ҡала ул. Дошман пуляһы уның каскаһын үтәләй тишеп үтә. Һуңынан ул, каскаға ағас һап ҡуйып, ашаған ваҡытта котелок урынына ҡуллана башлай.
Венгрияла Балатон күле янындағы алыш Мәүлетбай Ғималовтың хәтерендә айырыуса ныҡ ҡалған. Ҡул һуғышы, ҡорал менән эш итеү алымдарын яҡшы үҙләштергән десантсылар фашистарҙың ҡотон ала. Дошман бөтә көсөнә контрһөжүм яһай. Бик күп совет һалдаты ерҙә ятып ҡала. Ә иҫән ҡалғандар фашистарҙы ҡыуалауҙы дауам итә. Күрһәткән батырлығы өсөн Ғималов I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән наградлана.
Фронт Австрия территорияһына күсә. 1945 йылдың 13 апрелендә Австрияның баш ҡалаһы Вена фашист оккупанттарынан тулыһынса азат ителә. М. Ғималов Вена ҡалаһы янында ҡаты яралана: ике аяғы һәм иңбашы йәрәхәтләнә. Еңеү көнөн ул хәрби госпиталдә ҡаршылай. “Яраларым ауыр булһа ла, был көн иң шатлыҡлы, иң бәхетлеһе булды”, – тип иҫкә ала ине яугир.
Алты ай госпиталдә гипс менән ятҡандан һуң, 1945 йылдың октябрендә генә ике ҡултыҡ таяғына таянып, икенсе төркөм инвалиды булып тыуған яғына ҡайта. Аяҡтарының береһе – һигеҙ, икенсеһе алты сантиметрға ҡыҫҡарып уңала.
Ә уның һуңғы киҫәк икмәген һәм патрондарҙы бүлешеп йөрөгән дуҫы – гвардия рядовойы десантсы Алексей Моисеев, Венгриялағы Балатон күле янында яраланып, ергә ауғандан һуң, уларҙың юлдары башҡаса киҫешмәй. Ҡоралдаш ике дуҫ-яугир – Әпшән ауылынан башҡорт Мәүлетбай менән Иваново өлкәһенең Вичуга ҡалаһынан рус егете Алексей бүтән бер ҡасан да осраша алмаҫ кеүек ине.
Йылдар үтә торҙо. Шагов исемендәге туҡыу фабрикаһында һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар слесарь булып эшләгән Алексей Михайлович Мәүлетбай дуҫының һис шикһеҙ табыласағына, уның тере булыуына ышанып йәшәй, хаттар яҙа.
“Здравствуй, мой армейский и фронтовой друг Мавлетбай! Извини меня за то, что долгое время молчал. Правда, я не знаю, жив ли ты, вернулся ли в родную деревню. Если тебе не посчастливилось увидеть своих родных, то, я верю, мне ответят твои близкие.
Я жив и здоров. В настоящее время живу в городе Вичуга Ивановской области, работаю слесарем на текстильной фабрике. Женат. У меня двое детей: Саша и Валя.
Во время войны в Венгрии недалеко от озера Балатон был ранен в грудь. После госпиталя попал в другую часть, а потом демобилизовался…”
Был хат юлдары, ике яугир-дуҫ бер-береһен яу ҡырҙарында юғалтып, 21 йыл үткәс яҙылған. Хат был йылдарҙа Дыуан-Мәсетле ауыл Советы башҡарма комитетында сәркәтип булып эшләгән яҡташыбыҙ Мәүлетбай Ғимал улы Ғималовҡа адресланған.
Һәм дуҫтар 27 йылдан яңынан осраша. Был юлы һуғыш яланында түгел, ә Вичуга ҡалаһында тыныс тормош менән йәшәүсе Моисеевтар ғаиләһендә.
Мәүлетбай Ғимал улы Ғималов (осрашҡан саҡта Дыуан-Мәсетле ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй) үҙенең тормош иптәше Баныу апай менән бергә 1973 йылдың мартында Моисеевтарҙа ҡунаҡта булып ҡайталар. Полкташтар дәһшәтле һуғыш һәм дуҫлыҡ йылдарын, фашист илбаҫарҙарын еңеү өсөн изге көрәште иҫкә ала.
Ә бына Мәүлетбай Ғималов яҡташы Йыһанур Йәрмөхәмәтов менән бер үк десант бригадаһында хеҙмәт итеүен һуғыштан һуң ғына белә. Мәсетле районынан ошо уҡ бригадала тағы ла бер нисә кеше хеҙмәт иткән. Улар – Оло Ыҡтамаҡтан Валентин Зубарев, Бурансынан Асрәл Фәсхетдинов һәм башҡалар.
Мәүлетбай Ғималов – хеҙмәт ветераны, өлгөлө ғаилә башлығы. Ҡатыны менән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Оло улдары Сәғит Салауат ҡалаһында танылған юғары категориялы хирург ине, ҡаты сирләгәндән һуң донъя ҡуйҙы. Динар – теш табибы. Ҡыҙҙары Әлфиә – шәфҡәт туташы. Илдар – Афғанстан һуғышында ҡатнашты, эшсе. Уртансы улдары Мансур ҙа – эшсе.
Мәүлетбай Ғималовтың арабыҙҙан китеүенә ике йылдан ашыу ваҡыт үтте. Әммә беҙ уны онотмайбыҙ, уның менән ғорурланабыҙ, уның өлгөһөндә Ватаныбыҙҙы яратабыҙ.
Һүрәттә: Низов Леонид, Ғималов Мәүлетбай, Моисеев Алексей
(Вичуга ҡалаһы).

Фәрит ФӘТТӘХОВ,
Ғүмәр ауылы.