Бөтә яңылыҡтар

Беҙ – һуғыш осоро балалары

1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы шауҡымы йылдан-йыл алыҫлаша. Ҡаты ҡан ҡойошло һуғыш башланған ваҡытта тыуған “һуғыш осоро балаһы” булараҡ, үҙемдең иҫтәлектәр менән бүлешергә теләйем. Сөнки минең быуын үҫмерҙәр барыһы ла ошо ҡәһәрле һуғыштың барлыҡ ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татып, күреп үҫте һәм иҫләйһе хәтирәләр күп.

Һуғыш башланғанға тиклем атайым Мирйән менән әсәйем Тайфа һәм өлкән ағайым Йосопйән Йыланыш ауылында йәшәй.
Атайым Бәләбәй механизаторҙар мәктәбен тамамлағас, Мәсетле машина-трактор станцияһында тракторсы, комбайнсы, механик булып эшләй. Был МТС дәүләт тарафынан колхоздарға техник ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған һәм ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин ителгән. Производство базаһы, эшселәргә йәшәү өсөн барак төҙөлә.
Һуғыш башланғас, белгес-ирҙәр фронтҡа китә, улар урынына ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмер балалар сафҡа баҫа. Атайымдың йәшен иҫәпкә алып, хәрби комиссариат уны брондә тота.
Атайым менән әсәйемдең кабинаһы булмаған “Фордзон”, ЧТЗ, Нати, тәгәрмәсле “ЯТЗ” тракторҙары, “Сталинец”, “Коммунар” тағылмалы комбайндары янында төшкән һарғайған фоторәсемдәренә ҡарап, һәр ауылда төҙөлгән аҙ ҡеүәтле колхоздар баҫыуҙары буйлап был техникала күсеп йөрөүҙең ни тиклем ауыр булғанлығын аңлайым.
Урып-йыйыу ваҡытында атайым бер юлы ике комбайнда эшләй: беренсеһендә – үҙе, икенсеһендә ярҙамсыһы менән.
Һуғыш тамамланғас, беҙҙең ғаилә тыуған яғына – Аҙанғол ауылына күсеп ҡайта. 1946 йылдың ҡыш миҙгелендә уны Өфө ҡалаһына техникаға алмаш частар алырға командировкаға ебәрәләр. Тауар поезының тамбурында бара ул, үпкәһенә һыуыҡ алдыра һәм ҡаты сирләп китә. Кәрәкле дарыуҙар булмағанлыҡтан, аяҡҡа баҫа алмай һәм 1947 йылдың майында баҡыйлыҡҡа күсә.
1928 йылда тыуған Йосопйән ағайым Мәсәғүт уҡытыусылар институтында уҡыған ваҡытта (хәҙерге педагогия колледжы) батарейка ярҙамында (ул ваҡытта электр уты үтмәгән була) эшләгән радиоалғыстар урынлаштыра. Аҙанғол ауылында урамдар исеме яҙылған таҡталар элә: Пушкин урамы, Горький урамы.
Уҡыуҙы тамамлағас, ҡатыны менән төрлө мәктәптәрҙә эшләй: Аҙанғол, Тайыш, Яңы Мишәр мәктәптәре, район мәғариф бүлеге етәксеһе, инспектор, һуңынан Һабанаҡ мәктәбе директоры һәм уҡытыусы.
Йосопйән ағайым кесе ваҡыттан үҙен физик яҡтан әҙерләй: турникта төрлө күнекмәләр эшләй, ҡулда йөрөй, гармунда ла яҡшы уйнай.
Мине лә был һөнәргә ул өйрәтте. Елабуға махсус милиция мәктәбендә уҡығанда, зональ ярыштарҙа турникта, бруста, “атта”, дүңгәләк һәм яҫы канатта күнекмәләр эшләп, икенсе урын яуланым һәм миңә Татарстандың “Динамо” физик культура коллективы дипломын тапшырҙылар.
Бала саҡ.
Мин 1941 йылда тыуғанмын. Атайым вафат булғас, беҙгә йәшәү ауыр булды. Өс баланы тәрбиәләү әсәйем иңенә төштө. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар кеүек ул баҫыуҙа эшләне. Ашлыҡты ураҡ менән урҙылар, башаҡты ҡосаҡлап бәйләп өйөп, һуңынан иген һуғыу машинаһына һалып бойҙайҙы һаламдан айырҙылар. Ә мин кесе туғаным Робертты ҡарап ҡыуышта ултырам. Кискеһен әсәйем эшләгән эш хаҡы – ике стакан самаһы ондо келәттән барып алам.
Бик ярлы йәшәнек, нимә тура килә шуны кейҙек. Ҡышҡыһын мал тубығы тиреһенән тегелгән аяҡ кейемендә йөрөһәк, йәй – ялан аяҡ.
Ауылда минең йәштә бала-саға күп булды: Ғәлимйән, Ғәйфулла, Ильяс, Раян, Энгельс, Радис, Ибраһим, Рәйес, Шабан. Төрлө уйындар уйлап сығара торғайныҡ: тауҙан сана, үҙебеҙ эшләгән саңғы, коньки менән ярышыу, сепрәктән тегеп алған туп менән хоккей уйыны. Йәй көнө йүгереү, бейеклеккә, оҙонлоҡҡа һикереү, Әй йылғаһында үҙебеҙ эшләгән трамплиндан һикереү, йөҙөү кеүек ярыштар ойошторабыҙ. Сәғәте булған Мәҡсүт ағай беҙҙең секундомер булды. Йәштәр береһе лә тәмәке тартманы һәм закон боҙманы.
Утын, бесән һәм һаламды санаға тейәп, ә йәйгеһен ике тәгәрмәсле арбаға һалып ташыныҡ. Бер ваҡиға яҡшы хәтерҙә: әсәйем менән арбаға бер ҡапсыҡ бойҙай һалып, Ыҡ йылғаһы буйындағы Коммуна Восход ауылы янындағы колхоз тирмәненә барҙыҡ.
Ауылдың мәсет бинаһында уҡығанда уҡытыусылар тәҡдиме менән беҙ, үҫмерҙәр, өй беренсә йөрөп, көл, тауыҡ тиҙәге йыйып, баҫыуға ошо органик ашламаны сығарып һибәбеҙ.
Ауылға кино күрһәтергә килә торған инеләр. Кино залына үтеү өсөн йоморт-ҡа алып киләбеҙ. Шулай уҡ Тайыш мәктәбендә уҡыған саҡта йылға аша сығыр өсөн Солтан ағайға йомортҡа менән иҫәпләштек.
Электр уты һәм радио ауылға 1955 йылдар тирәһендә килеп етте. Радиоалғысты ауыл уртаһындағы магазин ҡаршыһында элделәр.
Башланғыс класта уҡығанда уҡы-тыусылар, яҙыу матур булһын өсөн, “Союз” ҡаурый ҡәләм менән яҙыуҙы талап итте.
Йәшлек
Бригадирҙар Ғәзиз, Рәхимйән, Марат ағайҙар беҙҙе комбайн артынан башаҡ йыйырға, баҫыуҙы сүп үләненән утар- ға төшөрә ине. Беҙ сәсеүлектәрҙәге үләнде утаныҡ, бесән әҙерләнек, бойҙай ташыныҡ, ырҙын табағында эшләнек.
Миңә комбайндың йыйғысында оҙон һәнәк менән һалам өйөргә, тракторсы Нуретдин Билаловтың ярҙамсыһы булып (НАТИ, һуңынан ДТ тракторҙарында) эшләргә тура килде. Минең бурыс – һабан тағыу, агрегатты эшкә әҙерләү, яғыулыҡ ҡойоу, майлау эштәре. Тракторсылар ял иткәндә, мин идара рычагы артында булдым, бигерәк тә төнгө сменала.
1955 йылда, Тайыш ете йыллыҡ мәктәбенең алтынсы класында уҡығанда, пионервожатыйҙар комсомолға ҡабул итергә әҙерләне. Беҙҙе Оло Ыҡтамаҡ ауылына алып киттеләр. Комсомол район комитеты ике ҡатлы ағас бинала урынлашҡан. Йәнәштә – акация ҡыуаҡтары үҫкән сквер (хәҙер ул урында район Мәҙәниәт һарайы тора). Ҙур өҫтәл артында район комитеты ағзалары ултыра, һорауҙар бирә. Минән каникул ваҡытында нимә эшләнең, тип һоранылар. “Йәйгеһен колхозда эшләнем, бесән әҙерләүҙә ҡатнаштым, ат өҫтөндә һыбай йөрөп кәбән янына бесән тарттым, өс ай эсендә 46 эш көнө йыйҙым”, – тип яуап бирҙем. “Вәт уңған, молодец!” – тип мине хупланылар һәм комсомолға ҡабул иттеләр.
1956 йылда ирле-ҡатынлы уҡытыу-сылар Гөлдәр һәм Рәүил Рәхимовтар етәкселегендә Тайыш ауылында клуб янында беҙгә бүленгән участкала емеш баҡсаһы ултырттыҡ. Алмағас, ҡарағат, крыжовник һәм башҡа ағас-ҡыуаҡтар. 5-7 класс уҡыусыларының һәр ҡайһыһына дүрт ҡыуаҡ беркетелде, улар- ға көн һайын йылғанан ташып һыу һиптек. Бер нисә йылдан баҡса апаруҡ үҫте, уның емештәре мәктәп уҡыусыларына ғына түгел, бөтә ауыл халҡына етерлек ине.
1957-59 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡыным. Ҡотош ауылында фатирҙа торҙом. Ауылға аҙнаһына бер тапҡыр йәй көнө – йәйәү, ҡыш саңғыла ҡайтып киләбеҙ. Әй йылғаһын йөҙөп сығып, Төрөпкилде ауылы, тау, ферма аша Һөләймәнгә төшәбеҙ һәм йылға буйлап Ҡотошҡа киләбеҙ. Бер аҙнаға етерлек аҙыҡ-түлекте биштәргә һалып алабыҙ.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: совет заманында шәхес тәрбиәләү һәм уҡытыу эше юғары кимәлдә булды. Мәҫәлән, Тайыш ете йыллыҡ мәктәбендә иртән, бөтә кластар коридорҙа йыйылып, Советтар Союзы гимнын йырлай торғайныҡ. Ә Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә төрлө түңәрәктәр эшләне. Мәҫәлән, беҙҙең класс етәксебеҙ З. Әхмәтов – радио һәм бейеү, Ф. Ҡлызбаев шахмат һәм фото түңәрәген алып барҙы. Уҡытыусылар эш хаҡын аҙ алһа ла көн оҙоно беҙҙең менән шөғөлләнде.
Аҙанғол мәктәбендә беҙҙе октябряттар сафына алдылар. Был бик ҙур мәртәбә ине! Октябрят сафына яҡшы уҡығандар һәм тәртиплеләр генә алынды. Алдынғылыҡҡа сығырға, яҡшылыҡҡа ынтылыуға маҡсат булды! Шул уҡ принцип буйынса пионерҙар сафына алдылар. Хәтеремдә, байрамдарҙа пионер галстугын тағып, барабан тауышы аҫтында урамдар буйлап сафҡа теҙелеп үттек. Уҡытыусыбыҙ Хәйҙәр ағай Латипов булды.
1959 йылда, ҡулға өлгөргәнлек аттес-таты алғас, колхозда төрлө эштәрҙә эшләнем. Артабан юғары уҡыу йортонда белем алыу өсөн колхоз етәксеһе рөхсәтенән башҡа ҡулға паспорт бирмәнеләр, сөнки ауылда эшсе ҡулдар етешмәне.
Мине, ун ете йәше тулған егетте, дәүләт планын үтәү өсөн урман әҙерләү эшенә бер төркөм менән ебәрҙеләр. 15 көн Дыуан районы Гладких ауылында (хәҙер ул ауыл юҡ) фатирҙа йәшәнек. Билдән кире ҡар кисеп, ағас киҫтек. Ағасты билдәләнгән үлсәмдә ҡул бысҡыһы менән киҫеп, аттарҙа Ҡариҙел йылғаһы ярына ташыйбыҙ, һуңынан уны һал ағыҙыусылар йылға буйлап Өфө ҡалаһына оҙата.
Кискеһен клубта төрлө саралар үткәрелә: спектакль, бейеү, төрлө уйындар. Ауыл клубына тирә-яҡ ауылдарҙан да йәштәр килә.
Өлгөрөү ваҡыты
Армияла хеҙмәт итеү ваҡыты ла килеп етте. Ҡораллы Көстәр сафына оҙата башланылар. Туғандар Рафаэль, Рауфан, Мәғәсүм һәм мин Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмөндә хеҙмәт иттек, Юлай һәм Хәбирйән – Чехословакияла, Рәфис – Польшала, Салауат һәм Марат – сик буйы ғәскәрҙәрендә, Роберт – ракета ғәскәрҙәрендә.
Минең хеҙмәт Берлин ҡалаһы янындағы авиация часында уҙҙы. Мин, УКВ радиостанцияһы начальнигы булараҡ, штаб етәкселеге менән бергә самолеттарҙы радиоэлемтә менән тәьмин иттем.
Хәрби хеҙмәт ваҡытында ауыр мәлдәр кисерергә тура килде: 1962 йылда “Кариб кризисы” ваҡытында ирекмәндәр сафына яҙылып, Кубаға ебәреүҙәрен көттөк, ә 1963 йылда “Берлин кризисы” барлыҡҡа килеп, көнсығыш һәм көнбайыш Германия араһында сиктәр ябыл-ғас, беҙ тулы һәм юғары хәрби әҙерлектә инек. Ә бының нимә икәнен тик хәрбиҙәр генә белә.
Хеҙмәт итеү ваҡытында Брест крепосында булырға, Берлин ҡалаһында Брандербург ҡапҡаһы, “Сан-Суси” сәнғәт музейы, бала тотҡан рус һалдаты һыны ҡуйылған “Трептов парк” һәйкәле янында булырға тура килде. “Зексенхаузен” концлагеры территорияһын күрҙек. Германия хал-ҡы һәм һалдаттары беҙгә асыҡ йөҙ күрһәтте.
Хеҙмәттән һуң, колхоз етәкселеге паспорт бирергә рөхсәт итмәгәнлектән, ауыл советы кәрәкле белешмә бирмәү сәбәпле, колхозда эшләүемде дауам иттем.
1964 йылда участка уполномоченныйы район эске эштәр бүлегенә саҡырҙы, З. Хәкимов менән әңгәмәләшкәндән һуң, Эске эштәр министрлығының медицина комиссияһын үтеп, Елабуға махсус милиция мәктәбенә уҡырға киттем. Ике йыл уҡығандан һуң, Әләгәҙ зонаһында участка уполномоченныйы булып эш башланым. Бында Октябрьск ауылынан алып Жвакиноға тиклем ауылдар, йәғни хәҙерге Әләгәҙ, Аҡа һәм Абдулла ауыл советтары инде. Һуңынан оператив уполномоченный булып хеҙмәт иттем.
Мәскәүҙә СССР Эске эштәр министрлығының юғары мәктәбен тамамлағас, Баймаҡ, Асҡын район эске эштәр бүлегенең оператив часында эшләргә тура килде. КПСС Эске эштәр министрлығының өлкә комитеты килешеүе буйынса, район эске эштәр бүлегенә начальник итеп тәғәйенләнеләр, Бүребай ҡасабаһы район Советы депутаты итеп һайландым.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеү барышында төрлө криминаль ваҡиғаларҙы күрергә тура килде. Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылында, ҡораллы енәйәтсене ҡулға алғанда, башыма пуля эләгеп йәрәхәтләндем.
Хеҙмәт итеү, тормош йылдарында күп ауырлыҡтар аша үттем, әммә үткән ғүмерем, хоҡуҡ һағында торған һөнәрем менән ғорурланам һәм үкенмәйем. Хәҙер хаҡлы ялда булһам да райондың йәмәғәт эштәрендә ҡатнашам. СССР Эске эштәр министрлығының ведомство наградаһы, күп һанлы юбилей миҙалдары, почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләндем. “Милиция отличнигы” түш билдәһенә лайыҡмын.
Еңеү көнө алдынан һуғышта ҡатнашыусыларҙы, һәләк булғандарҙы иҫкә алмай булдыра алмайым. Беҙҙең ырыу-ҙан Мөхәмәтвәли бабай Туғандар ҡәберлегендә ерләнгән, Мөнир һәм Вәсилйән яуҙан яраланып ҡайтып, оҙаҡ йәшәй алманылар.
Былар – минең хәтирәләрҙең бер өлөшө генә.
Белешмә
Һуғыш осоро балалары – 1928 йылдан 1945 йылға тиклем тыуған Рәсәй Федерацияһы һәм элекке СССР граждандары. Улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашмаған, һуғыштан зыян күреүселәр исемлегенә ингән.
Һуғыш ваҡытында улар бала булып ҡала, әммә уның бар ауырлыҡтарын тулыһынса үҙ иңендә татый. Берәүҙәр аслыҡтан интегеп, иректән мәхрүм ителһә, икенселәр – концлагерь һынауҙары аша үтә.
Һүрәттә: Вәлиевтар ғаиләһе.

Вәрис ВӘЛИЕВ,
хеҙмәт һәм Эске эштәр министрлығы ветераны, отставкалағы
подполковник.