1941 йылдың сентябрь уртаһында Ғиззәт Ғибәтов хеҙмәт иткән полк Чернигов өлкәһе Крюков ауылына яҡын шәкәр заводын обороналаған ваҡытта ҡамауҙа ҡала. Иртән фашистар оборонаны өҙә. Килеп еткән элемтәсе полк командирының “ҡамауҙан сығыр-ға” тигән бойороғон еткерә.
Кесе лейтенант Ғибәтов тере ҡалған һалдаттарҙы йыйып ала, һаны буйынса улар бер взводҡа ла тулмаған була.
– Минең арттан! – тип ҡысҡыра ла немец окоптарына ынтыла.
Ҡыҫҡа ғына, ләкин ауыр алышта Ғиззәт контузия ала һәм аяғы яралана.
Әммә фашист тылынан сыға алмайҙар. Яраланған һәм хәлдән тайған һалдаттар лазаретҡа йүнәлә. Тик уның урынына тәҙрәләре ватылып бөткән ярым емерек бинаға барып төртөләләр. Ә немецтар, лазарет бинаһында совет һалдаттары йәшеренгәнен белгәс, уларҙы әсиргә ала һәм икенсе көндө үк Германияға оҙата…
Юғары көсөргәнештәге ток ебәрелгән тимер сыбыҡтар менән уратып алынған концлагер-ға бер саҡ ҡара пальто һәм эшләпә кейгән кеше килә. Ул тот-ҡондарға мөрәжәғәт итеп:
– Беҙ өйгә большевиктар-ҙы һәм коммунизмды еңеп ҡайтырға тейеш. Кем Рәсәйҙе азат итеү армияһына яҙыла, шулар һуғыштан һуң ер һәм мөлкәт аласаҡ, – ти.
“Кем азат итеү армияһына яҙылырға теләй – өс аҙым алға!” командаһына яуап биреүсе булмай. Ул саҡта пальтолағы кеше башҡалар араһында оҙон буйы менән айырылып торған Ғиззәт эргәһенә килә.
– Бына һин – ҡайҙан? – тип һорай. – Башҡортостандан? Беләм, башҡорттар шәп яугирҙар, мәргән уҡсылар.
Ул ҡулдарын уның яурынына һалырға торғанда, Ғибәтов ҡаты ғына итеп ҡысҡырып:
– Эйе, башҡорттар шундай, ләкин беҙҙең арала һинең кеүек һатлыҡтар юҡ! Ҡулдарыңды ал минән! – тип әйтә.
Шул һүҙҙәрҙән һуң лагерь начальнигы пистолеты менән уның башына һуға һәм ҡанһыраған тотҡондо карцерға һөйрәп алып китәләр. Шуның менән “ҡунаҡтың” агитацияһы тамамлана.
Оҙаҡ язалағандан һуң, уны яңынан баракка килтерәләр. Башҡа тотҡондар инде уға бер ни тиклем ихтирам менән ҡарай. Уны табипҡа алып киләләр, ә ул Ҡазан татары булып сыға. Ул Ғиззәткә фашистарҙың тот-ҡондарҙы Дахауға ебәрергә йыйыныуҙары, уның был исемлектә моғайын да беренсе буласағы тураһында әйтә. Ә унда уларҙың барыһын да үлем көтә.
– Һиңә ҡасырға кәрәк, – ти табип, тотҡондо аптыратып. – Польшаға түгел, ә Чехословакияға ҡасырға кәрәк. Унда партизандар һәм ҡаршылыҡ күр-һәтеү отрядтары көсәйә, тиҙәр.
– Һуңынан, барыһы ла һуңынан… Бәлки, һуғыштан һуң һинең менән осрашырбыҙ ҙа әле.
Ләкин уның менән ҡайтанан осрашырға яҙмаған.
Һалҡын февраль төнөндә бер төркөм тотҡон лагерҙан ҡаса, улар араһында Ғиззәт Ғибәтов та була. Уларҙы Дрезден ҡалаһы янында тотоп, төрмәгә ябалар.
Уны һәм Гриценко фамилиялы тағы ла бер тотҡондо сыр ҡайнатыу заводы управляющийы үҙенә эшкә алып китә.
1945 йылдаң мартында Петро Гриценко америка самолеттары утҡа тотҡан ваҡытта һәләк була, ә Ғиззәт шундай атыу- ҙарҙың береһендә заводтан ҡаса ала. Оҙаҡ көткән Еңеүҙе ул Чехословакияла ҡаршы ала.
Окоптарҙа уға оҙаҡ һуғышырға тура килмәһә лә, тот-ҡонда фашистарға ҡаршы ул шундай уҡ һуғыш алып бара. Эштәре менән дә, ҡылыҡтары менән дә бер ҡасан да ул Тыуған иленә хыянат итмәгән, ахырғаса Ватанына тоғро кесе лейтенант булып ҡалған.