Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусы һәм яугир

Ленинградтан отставкалағы полковник Владимир Фарберов 11-се армия составында һуғышҡан яугир башҡорттар тураһында материалдар туплай һәм улар тураһында яҙа.

Улар менән бергә уға Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғышырға тура килә. Ул ваҡытта үҙе “Знамя Советов” гәзитенә мөхәррирлек итә. Мәҡәләләрҙең береһе Оло Аҡа ауылында тыуып үҫкән Таһир Сафинға арналған була.

…Таһир Сафин штаб землянкаһы янында поста тора һәм алыҫтағы һуғыш гөрһөлдәүҙәренә ҡолаҡ һала. Ҡайҙалыр ҡыҙыу алыш бара, тик бында, Ильмен урманы менән уратып алынған аҡланда, тыныс була.

Ҡырҡынты аша ауыл күренә. Баҡсалары менән ул ҡыҙылармеецҡа уның Башҡортостандағы әле яңыраҡ ҡына шау-гөр килеп торған тынғыһыҙ балалар-ҙы уҡытҡан тыуған ауылын хәтерләтә. Ул мәктәптәге дәрестәрҙе, балалар өсөн ҡайғырыуҙарын иҫенә төшөрә. Күпме борсоуға һала уны ауыр уҡыусылары, уның ҡарауы күп көс һалған хеҙмәте бушҡа китмәйенсә, икелегә уҡыған балалар кластың һәм мәктәптең иң яҡшы уҡыусыларына әйләнгән ваҡытта ниндәй ҡәнәғәтлек кисерә!

Уның уҡыусыларҙы ҡалдырып киткән көнөнән алып иҫәпһеҙ күп ваҡыт үткәндәй тойола, әммә улар менән хушлашыу һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалыуҙары бына әле генә кеүек күҙ алдында тора.

…Зуммерҙың шомло сыйылдауы һалдаттың уйҙарын бүлә. Бер минуттан землянка ишегенән командир күренә:

– Шартлатҡыс шешәләр, гранаталар алығыҙ ҙа юлға йүгерегеҙ! Немец танкылары үтеп ингән! Уларҙы туҡтатырға кәрәк!

Таһир йүгереп юлға сыға. Уның менән бергә Попов һәм Зәйдуллин йүгерә. Шоссены ҡарап сыҡҡас, улар өйөлгән туп-раҡта тишек соҡорға ҡарар итә, уның ике яғынан тәрән йырынтылар була.

– Берәүһен генә бәреп йыҡһаҡ та, башҡа фашист танкыларының юлы туҡтап ҡаласаҡ, – тип уйлап ала улар.

Окоптар ҡаҙып ҡына өлгөрәләр, тәүге фашист танкыһы ла күренә. Ул килеп етергә бер нисә метр ҡалғас, Таһир саҡ ҡына ҡалҡынып, уның яғына табан шешә ырғыта. Шешә төҙ ырғытылған булып сыға һәм бер минуттан һауала яныу еҫе һиҙелә. Икенсе танк та шул уҡ хәлгә тарый. Ҡалғандары килеп етеүгә батарея килеп өлгөрә. Танкылар кире борола.

1942 йылдың октябрендә Сафин хеҙмәт иткән 682-се полктың икенсе батальоны Ленинград өлкәһе Вязовка ауылына яҡын оборонала ҡатнаша. Гитлерсылар беҙҙең позицияларға ут яуҙыра һәм шунда туҡтай. Пехотаға ярҙам итеүсе миномет батареяһы ауыр хәлдә булып сыға. Ҙур юғалтыуҙар арҡаһында позицияларҙы үҙгәртеү мөмкин булмай.

Өсөнсө рота командиры взвод командиры Харитоновҡа, старшина Харченко һәм ҡыҙылармеец Сафинға минометсыларға яңы урынға күсергә ярҙам итергә бойора. Инде маҡсатҡа еттек тигәндә, батарея өҫтөнә фашист бомбардировщигы ҙур тиҙлек менән түбәнәйеп һөжүм итә башлай. Сафин юғалып ҡалмай. Ағас янында ышыҡланып, уға ата башлай. Пуляларҙың береһе сәпкә тейә, һәм самолет ергә ҡолай.

Сафин, Харитонов һәм Харченко минометсыларға позицияларын алмаштырырға һәм баҫҡынсыларҙы тар-мар итеүҙәрен дауам итергә ярҙамлаша.

Алыштар Таһирҙы сыныҡтыра. Ул оҫта яугирға әйләнә. Ләкин тынлыҡ ваҡыттарында ул уҡыусыларын тағы ла нығыраҡ һағына башлай. Сафин фашис-тарҙы ни тиклем тиҙерәк тар-мар итһәләр, шул тиклем иртәрәк тыуған яғына әйләнеп ҡайтасағын белә һәм снайпер булып күберәк файҙа килтерәсәкмен, тигән ҡарарға килә.

Таһир яҡшы атыусы була, һәм командир уның теләген хуплай. Яҡташыбыҙҙың уҡытыусылары Төньяҡ-Көнбайыш фронтының танылған снайперҙары Зайцев менән Саҙиҡов була. Улар етәкселегендә ул тренировканы уңышлы үтә. Снайперҙың уңышһыҙлыҡтары – таңдан алып ҡараңғы төшкәнсе засадала ятып, бер генә фашисты ла юҡ итә алмайынса ҡайтҡан саҡтары ла була, әлбиттә. Ләкин уңышһыҙлыҡтары яугир- ҙы һындырмай. Ул күберәк күнекмәләр яһай, яҡшыраҡ йәшенә, “һунар” өсөн “ҡыҙыуыраҡ” нөктәләрҙе һайлай, немецтар өсөн ҡурҡынысҡа әйләнә.

Бер ваҡыт таңда Таһир үҙҙәренекеләргә патронлы йәшник алып китеп бар-ған гитлерсыны атып үлтерә. Фашистар шыуышып ҡына патрондарға яҡынлаша башлағас, ул мәргән атыуы менән уларҙы юҡ итә. Ошоларҙы күҙәтеп торған немец офицеры ҡотороноп китеп, снайпер яғына табан бер нисә тапҡыр ата. Яҡын тирәне улар оҙаҡ ҡына ентекләп ҡарап сыға. Пулемет атыуҙан туҡтағас, совет снайперын юҡ иттек тип иҫәпләгән офицер траншеянан башын сығарып ҡарауы була, Сафиндың пуляһы шунда уҡ уның ғүмерен ҡыя.

Бер фашист офицерын Таһир бер нисә көн ҡарауыллай. Гитлерсы бик һаҡ була: дзоттан-дзотҡа ул ергә эйелеп бик шәп йүгереп күсә.

Снайпер сабыр ғына үҙ мәлен көтә. Иртәнән бирле яуған ямғырҙан һыуланып нығытмала ҡаршы яҡтың окоптарын күҙәтеп ятҡан дошман офицеры, бындай көндө снайпер атыуынан ҡурҡмайынса, траншеянан һонолоп ҡарай һәм шул саҡта күкрәгенә пуля эләгә.

Һуғыш аҙағына Сафиндың иҫәбендә йөҙҙән ашыу юҡ ителгән фашист була. Уның ҡаһарманлыҡтары тураһында 11-се армияның “Знамя Советов” гәзитендә бер нисә тапҡыр хәбәр ителә.

Һуғыштан һуң Таһир Сафин яратҡан һөнәренә әйләнеп ҡайта, Оло Аҡа мәктәбендә балаларға физика һәм математиканан белем бирә. Коллективта һәм уҡыусылары араһында ул ҙур ихтирам менән файҙалана.