Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һаулыҡ теләйбеҙ Һеҙгә, ветеран!

Бөгөн арабыҙҙа иҫән булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бик аҙ ҡалды. Улар-ҙың береһе – яҡташыбыҙ Рәф-ҡәт Вәкил улы Мөслимов тормош иптәше Хәлиҙә Ғималетдин ҡыҙы менән Өфөлә йәшәй.

Күкрәген Ленин, III дәрәжә Дан һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары өсөн 22 миҙал биҙәгән ветерандың ғорурланырлығы бар.

Рәфҡәт Вәкил улы 1925 йылдың 25 ғинуарында Яңы Мөслим ауылында тыуған. Был ваҡытта уның атаһы яңы ғына барлыҡҡа килгән Ямаш волосы Шығай ауылы ерҙәрен бергәләп эшкәртеү ширҡәтенә ингән була. Ошо ерҙәр, райондар барлыҡҡа килгәс, Балаҡатай районы территорияһына инә.

Рәфҡәт Мөслимов 1941 йылда ете йыллыҡ Ямаш мәктәбен тамамлай. Дыуан ауыл хужалығы техникумының икенсе курсынан үҙ ирке менән Ҡыҙыл армияға бара. Хәрби училищеларҙа уҡый, 1943 йылда Көньяҡ-Көнбайыш фронт-ҡа ебәрелә. Курск дуғаһында барған алышта яралана.

Артабан 3-сө Украина фронты составында совет территорияларын, шулай уҡ Румыния, Болгария, Чехословакия һәм Венгрия ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Өс тапҡыр яралана, контузия ала. Һуғыш тамам-ланғандан һуң тағы ла биш йыл хеҙмәт итергә тура килә, майор званиеһында тыуған яғына ҡайтып төшә.

1950 йылда Дыуан ауыл хужалығы техникумында белем алыуын дауам итә. Уны 1952 йылда отличие менән тамамлай. Ямаш МТС-ында өлкән агроном булып эш башлай. 1953-59 йылдарҙа Молотов исемендәге колхоз рәйесе була. Ул иң артта ҡалған колхоздарҙың береһен алдынғы хужалыҡтар рәтенә сығара, шул сәбәпле илдең юғары наградаһы – Ленин орденына лайыҡ була.

1964 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1962 йылда КПСС-тың ауыл хужалығы буйынса Балаҡатай райкомына секретарь итеп һайлана. Рәфҡәт Мөслимовтың хеҙмәт баҫҡысы ғәжәйеп: ул Балаҡатай ауыл хужалығы етештереү идаралығы начальнигы урынбаҫарынан БАССР Ауыл хужалығы министрлығының ойоштороу-колхоз бүлеге начальнигына тиклем үрләй.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Рәфҡәт Вәкил улы Өфө ҡалаһының йәмәғәт тормошона әүҙем ҡушыла. Ул үҙ районының ветерандар советын етәкләй, мәктәп уҡыусылары араһында тәрбиә-ағартыу эшен алып бара.

Ғаилә байрамдары мәлендә ветеран эргәһенә балалары йыйыла: ҡыҙы Резеда – терапевт, кейәүе Наил – хирург, улы Раил Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлаған, инженер-механик. Рәфҡәт Вәкил улының дүрт ейәне, алты бүләһе бар. Ҡатыны Хәлиҙә Ғималетдин ҡыҙы – педагог.

Һеҙ үҫеп килеүсе быуынға үрнәк булып тораһығыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.

Рәфҡәт ХӘМӘТУЛЛИН, Оло Ыҡтамаҡ ауылы.