Был турала беҙгә экспедицияла ҡатнашҡан Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының 90-сы махсус эҙәрмәндәр батальонында хеҙмәт иткән Әләгәҙ ауылы егете Ирек Ярмушев хәбәр иткән ине.
Эҙләнеүҙәр барышында табылған 704 яугир менән хушлашыу Ржев мемориалы янында Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында уҙҙы.
Экспедиция барышында 22 миҙал табылған. Уларҙың эйәләрен табыу –
эҙләнеүселәрҙең төп маҡсаты. Улар табылған медальондар буйынса яугир һалдаттарҙың исемдәрен аныҡлай. Бармаҡ буйындай эбониттан яһалған, бороп ябылған капсула эсендә яугир тураһында төп мәғлүмәт һаҡлаған ҙур булмаған ҡағыҙ киҫәге ята.
– Ҡара менән яҙған һалдаттың танылыуы икеле. Уға һыу теймәгән осраҡта ла, ер аҫтында ятып төҫө уңа, ә ябай ҡәләм менән яҙылған яҙыуҙар яҡшы һаҡланған. Тик ҡағыҙҙарҙың сифаты насар булыуы ла ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, сөнки кем нимә тапҡан, ҡайһылары гәзит киҫәгенә лә яҙған, – тип һөйләй “Рәсәй эҙләнеүселәр отряды союзы” идараһы рәйесе Юрий Смирнов Тверь өлкәһенең бер баҫмаһында.
Күп осраҡта яу яланында баштарын һалған һалдаттарҙың кем икәнен масус экспертизанан башҡа асыҡлау ҡыйын. Шуның өсөн дә быйылғы экспедицияға Рәсәйҙәге берҙән-бер, “юйылған яҙыуҙар”, шул иҫәптән медальон, ҡыҙылармеец кенәгәһен һәм башҡа яҙыуҙарҙы уҡыған махсус лаборатория – “Һалдат медальоны” хеҙмәткәрҙәре саҡырылды. Эҙләнеү барышында улар 12 медальондың кемдеке булыуын асыҡланы. Шуларҙың береһе беҙҙең яҡташ, Петров Василий Григорьевич (һүрәттә) булып сыҡты. Ул 2314-се ялан почтаһында хат ташыусы булып хеҙмәт итә. Әлегә тиклем хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә торған.
Ошо көндәрҙә уны яугирҙың туғаны Геннадий Петровҡа тапшырҙылар.
– Медальонды күргәс, ҡулыма ала алманым, улар ҡалтырай ине. Улыма алырға ҡуштым тип тулҡынланып һөйләй Геннадий Аркадьевич. – Бындай ваҡиға минең тормошомда икенсе ҡабат. Тәүгеһе, атайымды һуғышта хәбәрһеҙ юғалған тигән хәбәр алғас булды. Капсула менән медальон бланкыһын Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү
музейына һаҡларға тапшырырға уйлайым.
Һүрәттәрҙә: Медальон эсенән алынған яҙыу; Сержант Игорь Копылов табылған яҙыуҙы Геннадий Аркадьевичҡа тапшыра.