Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү паркында – яңы объекттар

Оло Ыҡтамаҡ ауы-лының Еңеү паркына СССР ваҡытындағы хәрби машиналар – БТР-70 һәм БМП-7 урынлаштырылды.

Техниканы ағымдағы йылдың апрелендә үк килтергәндәр ине. Әлегә тиклем уны реконструкцияланылар: кузовын йүнәттеләр, буяттылар, иретеп йәбештереү эштәрен башҡарҙылар, етмәгән элементтарын ҡуйҙылар. Парк территорияһында урын әҙерләнеләр, яңы объекттарҙы урынлаштырыу өсөн постамент эшләнеләр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: хәрби техниканы Владимир Крючковтың бағыусылыҡ ярҙамында алыу мөмкин булды. Уның әйтеүенсә, техниканы һатып алыу һәм уны килтереү өсөн бер миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән.
Владимир Иванович 1984-1985 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Баш разведка идаралығының махсус тәғәйенләнешендәге 668-се айырым отряды составында хеҙмәт итә. Ул Афғанстан Республикаһының Логар провинцияһы Бараки-Барак районында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Рәхмәтле афған халҡынан”, “СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл”, “I дәрәжәләге Изге ғәҙел Симеон Верхотурский” миҙалдары менән наградланған. Уның финанс ярҙамы менән афған һуғышында ҡатнашыусыларға арналған “Мәсетле районының яугир-интернационалистары” китабы сығарылған.
Бөгөн, 25 сентябрҙә, яңы объекттарҙы асыу тантанаһы үтте. Сарала Мәсетле районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Әнис Әсәҙуллин һәм Владимир Крючков ҡатнашты.