Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең райондан булған яугир табылған

Мәсетле егете хәрби-тарихи экспедицияла ҡатнаша

Әләгәҙ ауылынан Ирек Ярмушев быйыл яҙ хәрби хеҙмәткә алына. Ул Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлаған. Дүртенсе курста уҡыған саҡта уҡ Дыуан районы “Тиҫтер” эҙәрмәндәр отряды составында экспедиция- ларға йөрөй.
Хәҙер ул Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының 90-сы махсус эҙәрмәндәр батальонында хеҙмәт итә. Экспедиция етәксеһе Михаил Чигвинцев үтенесе буйынса батальонға үҙ теләге менән бара. Ант ҡабул иткәндән һуң, Иректең ротаһы шунда уҡ Калуга янында “Төньяҡ-көнбайыш фронты. Варшава шоссеһы” Бөйөк Ватан һуғышы яуы үткән урындарға экспедицияға сыға. Эҙләнеүҙә Рәсәйҙең 25 төбәгенән 600 кеше ҡатнаша.
Мәсетле егете һуғыш йылдарында һәләк булған һалдаттың ҡалдыҡтарын табыуға ирешә. Табыш янында ул батша көрәге, ҡалаҡ, төрөпкә таба. Шуныһы ҡыҙғаныс, бүтән бер ниндәй ҙә мәғлүмәт һәм документтар һаҡланмаған.
Белешмә өсөн: 1941 йылдың декабрь айында Мәскәү янындағы контрһөжүм барышында 50-се Армия ғәскәре Тула ҡалаһынан дошманды сигендереп, Калуга ҡалаһын азат итә һәм 1942 йылдың ғинуарында Варшава шоссеһына сыға. Калуганан алыҫ булмаған, Варшава шоссеһының 268-се километрындағы ”Ҡуян тауы” бейеклегендә совет ғәскәрҙәре ныҡлы әҙерләнгән дошман менән осраша – был ерҙә һуғыш 1943 йылдың мартына тиклем дауам итә, 100 меңдән ашыу совет һалдаты һәм офицерҙары һәләк була.

3 сентябрҙән 17-һенә тиклем Ирек Ржев ҡалаһы янында уҙған “Ржев. Калинин фронты” Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһының Халыҡ-ара эҙләү экспедицияһында ҡатнаша. Бында 1942 йылдың 5 ғинуарынан 1943 йылдың 21 мартына тиклем ҡан ҡойғос ҙур алыш үтә.
Бындай экспедиция – еңел булмаған эш. Һәр көн иртән тәрән соҡорҙан һыуҙы сығарырға кәрәк, һары балсыҡ диуар әленән-әле ишелеп төшә. Шуның өсөн дә Хәтер вахтаһында ҡатнашыусылар ҙур һаҡлыҡ менән эш итә.
15 сентябргә ҡарата экспедиция барышында 333 һалдат һәм Ҡыҙыл Армия офицеры һөйәктәре табылған. 11 яугирҙың исеме асыҡланған. Төбәк хөкүмәте табылған һалдат һөйәктәрен, яугирҙар-ҙың туғандарын саҡырып, Ржев ҡалаһындағы совет яугирҙары мемориаль зыяратына күсереп ерләйәсәктәре тураһында белдерә. Бында Башҡортостандан бик күп ир-егеттәр һәләк булыуы асыҡланған.
– Минең хеҙмәттәшем Эмиль Заһретдинов беренсе көндө үк миҙал тапты, – тип һөйләй Ирек. – Мин уны асыуҙа ҡатнаштым, был – эҙләнеүҙәр ваҡытында бик тулҡынландырғыс мәл. Берәйһе миҙал тапҡанын иғлан итһәләр, барыһы ла ҡул саба. Ә уны асыу минутында бөтәһе лә тын ҡала. Шул уҡ ваҡытта һәр береһе эсендә яҙыу һаҡланыуына өмөтләнә. Бына миҙал асыла һәм унда “Башҡорт” тип яҙылған документ. Был һүҙҙе уҡығас, мине сикһеҙ шатлыҡ тойғоһо биләп алды. Киләһе яҙыу бер аҙ юйылған, тәүге хәрефтәре генә аныҡ күренә: “Меч...” Мин был һалдаттың беҙҙең райондан икәнен аңланым һәм хәбәр иттем.
Был яугир Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан 1916 йылда тыуған Петров Василий Григорьевич булып сыҡты. Уның туғандары Иректең әсәһе Наталья Ярмушева ярҙамында табыла.
– Иң беренсе мин Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советына, китапханаға хәбәр иттем, – ти ул. – Улар раҫлауынса, ысынында шундай кеше йәшәгән һәм хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Эҙләй торғас, уның Екатеринбург ҡалаһында йәшәгән энеһе табылды.
Ирек Ярмушев әйтеүе буйынса, Бөйөк Ватан һуғышында үҙҙәрен йәлләмәй, яҡты киләсәк өсөн алышҡан һалдат- тарҙы эҙләү эшендә ҡатнашыу – уның өсөн оло хөрмәт.
– Юғалған яугирҙарҙың барыһын да табыу бик мөһим. Сөнки, һуңғы һалдат ерләнмәйсә, һуғыш тамамланмай...
Геннадий Петров, табылған яугирҙың туғаны:
– Василий Петров – минең бабайым, ул атайым Аркадий Петровтың ике туған ағаһы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның балалары тураһында мин бер нимә лә белмәйем. Минең атайым – Кесе Ыҡтамаҡ егете, 1942 йылда һуғышҡа китеп, хәбәрһеҙ юғала. Беҙ уның тураһында бик оҙаҡ мәғлүмәттәр эҙләнек. 2007 йылда ғына таптыҡ. Сталинград эргәһендәге һуғышта һәләк булған, Волгоград өлкәһенә күсерелеп ерләнгән. Уның каскаһын һәм көрәген миңә тапшырҙылар, уларҙы бик ҡәҙерләп һаҡлайым.
Һүрәттә: Ирек Ярмушев (һулда) курсташы Леонид Булатов (Дыуан районы, Яраҫтау ауылы) менән Калуга ҡалаһы янындағы экспедицияла.
Эҙләнеүҙәр шулай үтә (сентябрь, 2020 йыл).