Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Ватан һуғышы тураһында диктант

3 сентябрҙә Рәсәйҙең 7500 майҙансығында «Еңеү диктанты» үтә. Ойоштороусылар иҫәпләүе буйынса, онлайн рәүештә Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса үҙҙәренең белемдәрен һынау өсөн ҡатнашырға теләүселәрҙе иҫәпкә алмағанда, акцияла ярты миллион кеше ҡатнашыуы көтөлә.

Теста – 25 һорау, шуларҙың бишеһе Рәсәй федераль округы буйынса йә “Еңеү диктанты” үткән илдең территорияһы үҙенсәлектәренә бәйле.
Башҡортостанда диктант 80 майҙансыҡта үтә. Шуларҙың 13-сө – Өфөлә, 8-ҙе – республика ҡалаларында, ҡалғандары – муниципаль райондарҙа. Беренсе диктант яҙыу “Өфө” халыҡ-ара аэропорты һәм республиканың Хәрби Дан музейында уҙғарыу ҡаралған. Шулай уҡ, юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәрҙә үтәсәк.
Акцияла ҡатнашыу өсөн “диктантпобеды.рф” проектының рәсми сайтына инеп, бөтә һанлы майҙансыҡтарҙа ла ҡулланылған махсус ҡушымтала теркәлергә кәрәк.
Мәсетле районында диктант яҙыу май-ҙансығы итеп 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейы һайланды.