Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ветерандар

Ветерандар, туғанҡайҙар!
Күп һорауҙар бар һеҙгә.
Башығыҙҙан үткәргәндәрҙе
Һөйләп китегеҙ беҙгә.
Вәли ағай, һорайым әле,
Ауыр булһа ла һеҙгә.
Һеҙҙең әйтер һүҙҙәрегеҙ,
Тоғро юл бирһен беҙгә.
Ветерандар! Һеҙ күргәндәр
Һеҙҙең менән китмәһен.
Алһыу таңдар атҡан саҡта
Ауыр хәбәр килмәһен.
Вәлиәхмәт ағай, һөйлә әле,
Нисек һуғыш башланды?
Атайым Муллабай менән
Сулеяға станцияға киткәнде.
Инәкәйем Зөлҡәғиҙә, апайым Рәйхана
Нисек түҙеп, күҙ йәштәрен һөрткәнде.
Инде беҙ күп һөйләнек тип,
Ҡулдар һелтәп ҡуймағыҙ.
Күпме ҡалды ветерандар,
Шуныһын да уйлағыҙ.
Онотмаһын йәш үҫмерҙәр
Ҡаты һуғыш булғанын.
Илебеҙ ере улдарының
Ҡаны менән тулғанын.
Йәштәр белһен һеҙҙең нисек
Окоптарҙа ятҡанды.
Ҡышҡы һалҡын ҡарҙа ятып,
Фашистарға атҡанды.
Нисә йылдар мунса кермәй
Тура килгән атларға.
Ҡайғыларҙы баҫыр өсөн
Һирәк килгән хаттар ҙа.
Барыһын да һөйләгеҙ һеҙ:
Ут аҫтында нисек яндығыҙ.
Бомбаларға тотҡан саҡта фриц,
Ер аҫтында нисек ҡалдығыҙ.
Тура килгәндер бит күбегеҙгә
“Сәрмән” йырҡайҙарын йырларға.
Бер ураған тәмәкене тартҡан
Яҡшы дуҫтарығыҙҙы ерләргә.
Күргәнһегеҙ нисек янып төшә
Һауаларҙа осҡан аҡҡоштар.
Һеҙҙең күргән шундай ауырлыҡтар
Хәтерҙәрҙә беҙҙең ҡалһындар.
Ветерандар! Белһен ине йәштәр,
Һеҙҙең утҡа нисек кергәнде.
Тыуған иле, ере, халҡы өсөн
Боҙло һыуҙа нисек йөҙгәнде.
Онотмаһын ине йәш үҫмерҙәр
Еңеүҙәрҙең нисек килгәнен.
Күҙ алдына килтерә белһен ине
“Еңеү”ҙәрҙең нисек килгәнен.
Уйлай белһен ине йәш үҫмерҙәр
Ул заманда нисек булғанын.
Ҡара ҡағыҙ килгән һәр ғаиләнең
Ниндәй ҡайғыларға ҡалғанын.
Нисек йөрөнөгөҙ һалҡындарҙа
Ат юлы ла булмаҫ ерҙәрҙә.
Нисек һеҙ түҙҙегеҙ яландарҙа
Аяҡтарҙан йыҡҡан елдәрҙә.
Врачтар ҙа һеҙҙең арағыҙҙа,
Шәфҡәт туташтары ла булған.
Һеҙ һөйләгеҙ, нисек алдығыҙ һеҙ
Һалдат тәндәренән пулялар.
Нисек яманығыҙ пуля тишкәндәрҙе,
Нисек ялғанығыҙ һынғанды?
Кем һанаған, күпме күрҙегеҙ һеҙ
Йәш күҙҙәрҙә нурҙар һүнгәнде.
Ветерандар! Диңгеҙселәр!
Һеҙ ҙә бик күп күрҙегеҙ.
Һыу өҫтөндә генә түгел,
Аҫтында ла йөҙҙөгөҙ.
Кемдәр белмәй һыу аҫтында
Ниндәй һуғыш барғанын.
Һыу аҫтында диңгеҙсенең
Утта янып үлгәнен.
Кемдәр белә: Маринеско
Ниндәй еңеүгә эйә?
Кемдәр уның һәйкәленә
Теҙелеп башын эйә.
Кем күрһәткән фашистарға
Ҡайҙа ҡыҫала ҡышлай.
Бескозырка һәм тальянка
Оноторға бит ҡушмай.
Ветерандар! Һеҙ беләгеҙ
Маресьев кем икәнен.
Бына йәштәр беләме икән
Кожедуб кем икәнен?
Мин йәштәрҙән һорар инем
Муса Йәлил кем булған?
Ниндәй батырлығы өсөн
Уға һәйкәл кем ҡуйған?
Ветерандар! Һеҙ әйтегеҙ
Еңеү нисек килгәнен.
Халыҡ еңеү һалдаттарын
Сәскәләргә күмгәнен.
“Хаталарҙы” күп табалар
Тарихты яҙыусылар.
Уларҙы бит тыя алмай
Ҡәберҙә ятыусылар.
Сит ил геройҙарын белә
Дүрт аяҡлы дуҫтар ҙа.
Еңеү данын беҙ бирәбеҙ
Диңгеҙ арты “дуҫтар”ға.
Ветерандар! Һеҙ хәҙергә
Күп һөйләй алаһығыҙ.
Яҙылған тарихҡа ла
Ныҡлы нигеҙ һалығыҙ.
Тылда булған ветерандар,
Һеҙ ҙә бик күп беләһегеҙ.
Халыҡ нисек эшләгәнен
Һеҙ үҙегеҙ күреп беләһегеҙ.
Һәр кем белә Еңеү өсөн
Бик күп ҡоралдар кәрәк.
Эшләр өсөн ҡоралды
Көстө тупларға кәрәк.
Ветерандар! Әйтегеҙсе,
Нисек урып-һуҡтығыҙ?
Онотмағыҙ шуныһын да
Әпәкәйгә нисек туйҙығыҙ.
Һыуһағанда әгәр һыу булмаһа,
Күҙ йәштәрен яланығыҙ һеҙ.
Әгәр кәрәк булһа, яралыға
Ҡанығыҙҙы бушҡа бирҙегеҙ.
Һалдаттарға еңел булһын өсөн
Төн йоҡламай эштә булдығыҙ.
Улдарығыҙ илде һаҡлаһын тип,
Ас эшләргә риза булдығыҙ.
Онотолғандыр ҙа инде хәҙер
Балтырғандар ашағанығыҙ.
Еңеү көнө килгәс, сабаталар кейеп
Гармун уйнап яр буйында бейегәнегеҙ.
Ветерандар! Кисерегеҙ мине.
Үткән йылдар кире ҡайтмаһын.
Бушҡа эшләнек, тип уфтанмағыҙ,
Күрәбеҙ бит бөгөн файҙаһын.
Тик бер хата булған ул йылдарҙа
Балаларҙы үҫтергән саҡта.
Беҙ күргәнде һеҙ күрмәгеҙ, тип,
Өҙгөләнгәнһегеҙ үҙегеҙ ауырлыҡта.
Әйтә белмәнек беҙ: “Өйрәнегеҙ
Ауырлыҡҡа ҡаршы торорға!
Еңеп сығып һәр бер ауырлыҡты
Матур киләсәкте ҡорорға!”
Ветерандар! Хата беҙҙә ҡала,
Уйламаныҡ былай булыр тип.
Кем уйлаған шундай ваҡыт килер,
Нәҫелебеҙ бик тиҙ кәмер тип.
Ҡыштар буйы була торған ине
Ғашиҡ булғандарҙың туйҙары.
Атай-әсәйҙәрҙең шатлығына
Була ине бәпәй туйҙары...

Мазһар Аҙнабаев,
Оло Ыҡтамаҡ ауылы.