Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өләсәйемдең тормош юлы

Әсәйемдең әсәһе Вәриҙә Нурыйәхмәт ҡыҙы Ғатауллинаға декабрь айында 90 йәш тулды. Туҡһан йәшлек өләсәйебеҙгә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын да ҡаршыларға насип булды!

Илебеҙҙе тетрәткән ҡанлы һуғыш йылдары Вәриҙә өләсәйемдең бала сағына тура килә. Уның атаһы Нурый олатайыбыҙ – өс һуғышты үткән яугир. Ире һуғышҡа киткәс, Мәрғүбә оло өләсәйебеҙ дүрт бала менән тылда ҡала. Өләсәйемдең һуғыш йылдары, фронтовик атаһы тураһындағы һөйләгән хәтирәләрен яҙып китергә булдым.
Вәриҙә Нурыйәхмәт ҡыҙы Ғатауллина 1929 йылдың 7 декабрендә Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында икенсе бала булып донъяға килә. Ҡарағай ағасынан һалынған өйҙәре бик күркәм ерҙә: Сүсәкәй тауы итәгенең көҙгөләй ялтырап, сылтырап ағып ятҡан Ләмәҙ йылғаһы Әйгә ҡой-ған урында, бейек яр башында урынлашҡан. Шуға ла боронғо ата-бабаларыбыҙ, Ҡошсо ырыуы башҡорттары, ошо ерҙе Ләмәҙ тамағы тип атағандар.
Атаһы Нурыйәхмәт Ғатауллин – Беренсе донъя һуғышын, Граждандар һуғышын үткән яугир. 1916 йылда империалистик һуғыштың ҡыҙған мәлендә Ләмәҙтамаҡ егеттәре менән бергә Нурыйәхмәтте лә хәрби хеҙмәткә алалар. Байтаҡ һыуҙар кисеп, һуғыш ҡасафатынан ауыр хәлдә ҡалған ауылдарҙы, ҡалаларҙы күреп, ҡанлы юлдар үтеп, яуҙа бер нисә тапҡыр яраланып, контузиялар алып, тик 1922 йылда ғына Әй буйына ҡайта һуғышҡа киткән һалдаттар. Алты йыл буйына яу юлдарында йөрөгән егеттәрҙе ауылда аслыҡ-яланғаслыҡ, емереклектәр һәм етемдәр ҡаршы ала. (Нурыйәхмәт Ғатауллиндың Беренсе донъя һуғышында һәм Граждандар һуғышында күргән ваҡиғаларын журналист, яҙыусы Ризван Хажиев гәзит биттәрендә яҙып үтте. // “Аҙна”, 18 август, 2008 йыл.)
Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған ир-егеттәр яңы тормош ҡорорға тотона. Олоғай-ған атаһының йортонда бер ни тиклем ял итеп алғас, Нурыйәхмәт тормош йөгөнә егелә. Ауылда совет власы, коммуна ойоштороу эшендә актив ҡатнаша. Күрше Айып ауылынан Мәрғүбә исемле ҡыҙҙы кәләшлеккә әйттереп, ғаилә ҡороп ебәрә. Ауылда колхоз ойошторолғас, йәш ғаилә беренселәрҙән булып колхозға инә.
Мәрғүбә менән Нурыйәхмәт Ғатауллиндарҙың татыу ғаиләһендә, ата-әсәһенә иш булып, бер-бер артлы балалары Тимерхан (1927 йылда), Вәриҙә (1929 йылда), Шакирйән (1936 йылда) һәм Фрат (1940 йылда) тыуа.
Вәриҙә 1936 йылдың көҙө Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға бара. Һуғыш башланып киткән йылда ул 5-се класты тамамлаған була.
Ауыл ир-егеттәре бер-бер артлы һуғышҡа алынғанда, ҡанлы яуҙарҙы күргән Нурыйәхмәт тә фронтҡа алыуҙарын һорай. Тәүҙә 42 йәшлек ирҙе һуғышҡа алмай-ҙар, колхоз эшендә лә тәжрибәле эшселәр кәрәк була. Тик ауылда оҙаҡ торорға тура килмәй. 1941 йылдың ноябрь айында Нурыйәхмәт Ғатауллинға ла повестка килә, ул Мәскәү фронтына ебәрелә. “Максим” пулеметы расчетында беренсе номер, ә ауылдашы Сабирйән Хәйбуллин икенсе номер була. Улар уҡсылар дивизияһында алғы һыҙыҡта һуғышалар.
Декабрь. Фашистарҙың Мәскәү ҡалаһына һөжүменә ҡаршы торған алыштарҙың береһендә, мина шартлағанда, Нурыйәхмәт ҡаты яралана...
Өләсәйемдең ауыр һуғыш йылдары тураһында хәтирәләре: “Әтейем һуғышҡа киткәс, унан 3-4 ай бер хәбәр ҙә килмәне, хат ташыусы апайҙы күреү менән йүгереп ҡаршыһына сығам. Беҙгә тағы бер хат та килтермәй, тип, артынан күҙ йәштәрем сығар-ҙай булып оҙатып ҡалам. Февраль айының һуңдары булғандыр, беҙҙең йортҡа ла өс мөйөшлө һалдат хаты килеп төштө, тик ул атайымдың ҡулы менән яҙылмағайны... Хаттың эстәлеген уҡып сыҡҡас, шуны белдек: әтейебеҙ декабрь айында ҡаты алыштарҙың береһендә, миномет атышына эләгеп, бик ҡаты яралана. Уны Себерҙәге госпиталгә оҙаталар. Мина ярсыҡтары тәненең алты урынына ҡаҙала, уң ҡулының терһәк һөйәге мина ярсыҡтары менән сәрпәкләнгән. Ә хатты уның менән бергә ятҡан башҡорт һалдаты яҙып һала. Атайыма яуап итеп, мин оҙон-оҙон хаттар ебәрәм, хатымды тамамлаған һайын: “Әтей, ҡайтырға тырыш!” – тип бөтөрәм.
Әтейем госпиталдән 1942 йылда, тау баштары ҡарҙан әрселә башлаған саҡта, ҡайтты. Марля менән уралған уң ҡулы муйынына бәйләнгән бауға аҫылынып тора. Беләгендә, ҡултыҡ аҫты тирәһендәге яралары уңалмаған, һүле сығып тора. Әтейемдең хәлен белергә килеп йөрөгән фельдшер апайҙан яраны таҙартырға, уны бәйләргә өйрәнгәс, мин әтейемдем “докторы” булдым. Эрен менән килеп сыҡҡан бармаҡ башындай ғына ике ҡара тимер киҫәген уның тәненән тартып сығарҙым. Әтейемә кейем кейергә ярҙам итәм, ашатам. Ул миңә: “Балам, һин минең уң ҡулым булдың инде,” – ти.
Инәйем менән абзыйым Тимерхан колхоз эшендә. Бәләкәй ҡустыларымды ҡарау минең өҫтөмдә. Үҙем бәләкәйҙән уҡытыусы булырға теләгәс, ҡустыларымды ашатып, өҫтәрен ҡарап ҡына ҡалмайым, уларға мәктәптә өйрәнгән белемдәремде өйрәтергә тырышҡан булам. Йә Хаят әңкәйемдән отоп алған әкиәттәр һөйләйем, йә күмер алып өй бүрәнәһенә хәрефтәрҙе яҙып әйтелештәрен өйрәтәм. Яҙ, тау битләүендә үлән сыҡҡас, ҡустыларымды алып йыуа, балтырған, ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ йыйырға барам. Һарына сәскәһенең тамырын соҡоп алабыҙ. Әсәйем ферманан ҡайтҡансы балтырғандан өйрә бешереп ҡуям. Ҡышҡыһын, бәләкәй сана һөйрәп, абзыйым менән төбәккә ағас ҡороһон йыйырға барабыҙ.
Бер йыл түшәктә ятҡандан һуң, әтейемә хәл керҙе, ул аяҡҡа баҫты. Колхоз эшенә сыҡты. Уны һыйыр фермаһына мөдир итеп ҡуйҙылар. Аслыҡтан, етемлектән интеккән ауылдаштарының аяныслы хәленә әсенеп, нисек булһа ла уларға ярҙам итергә юл эҙләне. Бер ваҡыт атайым фермасы ҡатындарҙан һәм үҫмерҙәр-ҙән торған балыҡ тотоу бригадаһын ойоштороп ебәрҙе. Төндәрен Әй йылғаһынан балыҡ һөҙөп, шул ваҡытта бик күптәрҙе аслыҡтан, үлемдән алып ҡалды. Беҙ, үҫмерҙәр, йылға буйында үҫкән ҡыуаҡлыҡтарҙан йыйыл-ған балан, ҡарағат, муйыл һалын-ған һауыттарҙы, балыҡты бәләкәй арбаға тейәп, иртә таңдан йәйәүләп, ауылдың үрге яғында, Әгәрәү тауы янында ятҡан урыҫ ауылдарына китәбеҙ. Урыҫ ауылдары урман яғында урынлашҡан. Беҙҙәге кеүек киң һыулы йылғалары юҡ. Алып килгән емеш-еләкте онға, шалҡанға, сабатаға алмаштырып алып ҡайтабыҙ. Ул ваҡытта беҙҙә, башҡорттарҙа, бәшмәк ашау булмай торғайны, урыҫтан күреп бәшмәк йыйырға өйрәндек. Ауылға кире ҡайтышлай урманда һары, аҡ гөрзилә (гөрөздә) йыйып алып ҡайтабыҙ. Ашарға бик ярап ҡалды.
Фермала эшләгән малсылар, һалдат ҡатындары, йәйен-ҡышын өйҙәренә ҡайтмай, балалары ла шунда, ферма өйөндә көн күрә. Ҙурыраҡтары инәләренә ярҙам итә. Мал һуйғанды көтөп ала торғайныҡ. Фронтҡа оҙатыласаҡ һыйыр малын салғас та муйынынан аҡҡан ҡанды ялғаш-ҡа йыябыҙ. Һуңынан ул ҡанды ҡаҙанда ҡайнатып һурпа итеп эсәбеҙ. Ҡайһы көндәрҙә малдың эсәк-ҡарыны ла эләгеп ҡала, бындай көндәр балалар өсөн байрам, сөнки тамағы туйып ҡала ине. Ауылдағы күп ғаиләләрҙең балалары һуғыш ваҡытында астан үлгән саҡта, атайымдың хәстәрлеге арҡаһында “ферма балалары” ошолай тере ҡалды.
Яҙлы-көҙлө балалар ололар менән баҫыуҙа эшләне. Инәйҙәр ураҡ менән иген ура, беҙ улар-ҙың артынан көлтә бәйләйбеҙ. Аҙаҡ, көлтәләрҙе бер урынға өйөп, кәбәндәр һалабыҙ.
Һуғыш йылдары булһа ла мәктәптә уҡыу туҡтатылманы. Ҡышын уҡырға йөрөнөк. 1945 йылда хәрби хеҙмәткә 10 класты тамамлаған Тимерхан абзыйымды алдылар. Ырымбур өлкәһендәге Ворошилов исемендәге хәрби авиация училищеһынан һуң, Германияға хәрби хеҙмәткә ебәрелде. Унда ул 7 йыл хәрби аэропортта хеҙмәт итеп, кире тыуған иленә ҡайтҡас та Әстрханда, Һамар өлкәһенең Кинель ҡалаһында хәрби эшен дауам итте.
Һуғыштан һуң әтейемде Дыуан ауыл хужалығы техникумына ветеринар-фельдшер һөнәре буйынса курстарға уҡырға ебәр-ҙеләр. Техникумды тамамлап ҡайтҡас, хаҡлы ялға сыҡҡансы Нуриманов исемендәге колхозда ветеринар булып эшләне. 1979 йылдың 20 майында 82 йәшендә вафат булды”.
Вәриҙә Нурыйәхмәт ҡыҙы 1948 йылда 10-сы класты тамамлай. Ул ваҡытта унынсы класты тамамлар өсөн бөтә фәндәрҙән дә дәүләт имтиханы тапшырырға кәрәк була. Вәриҙә өләсәйебеҙҙең 24 синыфташтары араһынан ни бары ун икеһе генә өлгөргәнлек аттестаты алыу бәхетенә өлгәшә. Шул уҡ йылда ул, Өфө ҡалаһына барып, Башҡорт педагогия институтының математика факультетына документтар тапшыра. Сөнки ул математика һәм геометрия фәндәрен яҡшы белә, институтҡа инеү өсөн бирелгән имтихандарҙы ла уңышлы тапшыра, тик рус теленән түбән балл ҡуялар. Ошо сәбәпле математика факультетына инә алмай. Ҡабул итеү бүлегендә уға документтарын бирмәйҙәр, һәләтле ҡыҙҙы башҡорт филологияһы факультетына йүнәлтәләр.
1952 йылда институтты уңышлы тамамлап, йүнәлтмә буйынса Баймаҡ районы Этҡол ауылына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса эшкә урынлаша. Баймаҡта бер ҡыш уҡытып, йәйгеһен ялға ҡайтҡан ваҡытында Дыуан-Мәсетле ауылы егете Ғабдразаҡ Йосопов менән танышып, уға кейәүгә сыға. Ул ваҡытта документтарҙа фамилияны үҙгәртеү бик мәшәҡәтле булғас, өләсәйем үҙ фамилияһында ҡала. Тормош иптәше был ваҡытта Ләмәҙтамаҡҡа Әй аша ултырған Әбдрәхим ауылындағы колхозда агроном булып эшләгәнлектән, яңы 1953-1954 уҡыу йылын Вәриҙә Нурыйәхмәт ҡыҙы Әбдрәхим мәктәбендә биология уҡытыу-сыһы булып башлап ебәрә. Әб-дрәхимдә торған йылдарҙа йәш ғаиләлә Идуарт улдары (1955 йылда) һәм ҡыҙҙары Лилиә (1956 йылда) тыуа. 1956 йылдың көҙөндә ҡарттайыбыҙҙы Мәсетле МТС-ына баш агроном итеп эшкә күсерәләр. Өләсәйебеҙ Дыуан-Мәсетле мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта. Директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Дыуан-Мәсетле урта белем биреү мәктәбендә уҡытҡан дәүерҙә Вәриҙә Нурыйәхмәт ҡыҙы үҙен яҡшы педагог һәм оҫта ойоштороусы итеп таныта. Юғары белемле педагог булараҡ, үҙ предметын уҡытыу менән бергә ул “Комсомолец” колхозының партия ойошмаһында киске политик уҡыу-ҙарҙа пропагандалаусы булып эшләй. Мәктәптең үҙешмәкәр драма түңәрәге артисткаһы ла була.
Йосоповтар ғаиләһендә тағы Розалия (1958 йылда), Гөлназ (1960 йылда), Зөфәр (1963 йылда), Юлай (1967 йылда) донъяға килә. Балаларҙы ҡарарға олатайымдың әсәһе Фәрзәнә бик ярҙам итә.
1972 йылда тормош иптәше Ғадразаҡ Әхәт улы ауырып мәрхүм булғандан һуң, бер туған ҡус-тылары өләсәйемде тыуған ауылына ҡайтырға өгөтләйҙәр. Ул, бер ҡыш уҡытҡандан һуң, балалары менән тыуған ауылына күсенеп ҡайта. Атаһы менән ҡус-тылары өй һатып алыша. Аҙаҡ та улар, балалары үҫкәнсе, бесән, утын килтереүҙе хәстәрләп, һәр ваҡыт апаларына хужалыҡ эшендә ярҙам итеп торалар. Шакир-йән менән Фрат ҡустылары ла апалары кеүек уҡытыусы һөнәрен һайлайҙар. Шакирйән Нурыйәхмәт улы Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә физкультура дәрестәрен алып бара, ә Фрат Нурыйәхмәт улы Әбдрәхимдә, Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.
Вәриҙә Нурыйәхмәт ҡыҙы 1973 йылдан 1980 йылға тиклем, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә уҡыта. Ул тырыш хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау грамоталары, “В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл”, “СССР төҙөлөүгә 50 йыл”, “Хеҙмәт ветераны”, “Бөйөк Ватан һуғышы тыл ветераны” тигән миҙалдар менән бүләкләнгән.
Бөгөнгө көндә лә яратҡан өләсәйебеҙ беҙҙең менән. Ул 16 ейән-ейәнсәргә, 15 бүлә-бүләсәргә өләсәй.
Ләйсән ИЛЬЯСОВА,
Өфө ҡалаһы.