Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Оло Ҡыҙылбай ауылынан һуғышта ҡатнашыусылар

Тыуған яғымдың тарихы илебеҙ тарихы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән һәм ул фажиғәле ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмаған. Еңеү эшенә беҙҙең Карл Маркс исемендәге колхоз хеҙмәтсәндәре һәм Оло Ҡыҙылбай ауылы халҡы баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән

Беҙҙең ауыл егете тарихы
Сәйфулла Хизбулла улы Хизбуллин 1911 йылда Оло Ҡыҙылбай ауылында Ғәйниямал һәм Хизбулла Сөнәғәтуллиндар ғаиләһендә икенсе бала булып тыуған. Әле бала сағында уҡ гармунда уйнарға өйрәнгән. Ауылда беренсе егет булған. Атаҡлы ит һатыусы Мөбәрәкша Бәҙәмшиндың ҡыҙы Гөлкәйгә өйләнгән. Уларҙың ҡыҙҙары тыуған.
1936 йылда, эшсе көстәрҙе вербовкалаған ваҡытта, Ленинград ҡалаһына сығып киткәндәр. Уларҙың ҡыҙы климатҡа яраҡлаша алмайынса ауырып китә һәм вафат була.
Оҙаҡламай һуғыш башлана һәм уны хеҙмәткә алалар. Ҡатыны менән юлдары айырыла, сөнки ул ауылға ҡайтып китергә ҡарар итә. Сәйфулла Хизбуллин ҡамаулы ҡала эсендә ҡала һәм ул һуғыштың бөтөн ҡот осҡос хәлдәрен үҙ күҙҙәре менән күрә. Ул ҡамауҙы өҙгәндән һуң, иҫән ҡалғандарға нисек итеп бер аҙналыҡ аҙыҡ-түлек таратҡандарын иҫенә төшөрөр булған. Ас һәм яфаланып бөткән кешеләр бер аҙналыҡ нормаларын бер көндә ашап ҡуйған. Уның һүҙҙәренсә, был яңы үлемдәргә сәбәп була.
“Ленинград блокадаһында ҡатнашыусыға”, “Йәшәү юлында ҡатнашыусыға” миҙалдары менән наградланған. Һуғыштан һуң Ленинградта йәшәргә ҡала, рус ҡыҙы Аняға өйләнә. Уларҙың ике ҡыҙы тыуа.
Тыуған ауылына 1951 йылда ҡунаҡҡа ҡайта. Ул нисек итеп ҡамаулы Ленинградта аслыҡтан бесәйҙәрҙе ашауҙарын, нисек итеп ҡамауҙы өҙгәндән һуң 1943 йылдың ғинуарында Яраҫтау өлкәһенән Ленинградҡа дүрт вагон көлһыу төҫтәге бесәйҙәр килтереүҙәре, уларҙың келәттәр һәм магазиндарҙан кимереүселәрҙе ҡыуыуҙары тураһында күҙҙәре йәшләнеп һөйләгән.
Ғүмеренең ахырынаса Сәйфулла Хизбуллин Ленинградта йәшәгән
Тыл хеҙмәтсәндәренең өлөшөн баһалап бөткөһөҙ
Ғәлимйән Әптелғәлимов – Герман һуғышында ҡатнашыусы, һуғыштан 1915 йылда инвалид булып ҡайтҡан. Өйҙә уны ҡатыны Ғилмибаян һәм ҡыҙы Маһинур көткән була, ауылдаштары уны аҡһаҡ Ғәлимйән, тип йөрөтә. 1917 йылдың 14 мартында икенсе ҡыҙҙары Нәғимә тыуа, һуңыраҡ Мәҙинә, Һәҙиә һәм Фазылйән донъяға киләләр.
1930 йылдың апрелендә оҙаҡ ауырығандан һуң Ғәлимйән Әптелғәлимов донъя ҡуя. Олоһо, Маһинур, был ваҡытта инде кейәүҙә була һәм һеңлеләре менән энеһен тәрбиәләүҙәге бөтөн ауырлыҡ уның иңдәренә төшә. Әле атаһы ауырыған саҡта уҡ, өсөнсө класты ла бөтмәйенсә, мәктәптә уҡыуын ташларға тура килә уға.
Уҡыу теләге бик ҙур була, ләкин әсәһенә аттар, һыйырҙар, һарыҡтар аҫралған ҙур хужалыҡта ярҙам итергә кәрәк була. Ә Нәғимәгә әле саҡ-саҡ 13 йәш тула был ваҡытта.
Шунан ғаилә колхозға инә. Йылдар үтә, Нәғимә үҫә төшкәс, яслегә мөдир булып эшкә урынлаша, унда ике йыл эшләп ҡала. Ә һуғыш башланғас, колхоз рәйесе ауылдан биш ҡыҙҙы – Нәғимәне, Мөҡсинәне, Мәфрүзәне, Санияны һәм Рәшиҙәне өс айға Мөслимгә тракторсыға уҡырға ебәрә.
Сменалап бригадала Фәттәх Яҡупов, Яҡуп Ханов, Әмирхан Хоҙайбирҙин менән эшләйҙәр, бригадирҙар Әхәт Солтанов, шунан Вәкил Нурыев була. Ауырлыҡтарҙы бергәләп еңәләр.
Ул ваҡытта тракторҙар тәгәрмәсле, кабинаһыҙ, бәләкәй генә тимер ултырғыслы, рукоятка әйләндереп ҡул менән ҡабыҙыла торған була. Дизель яғыулығын Красноуфмск ҡалаһынан аттарҙа килтергәндәр. Шулай Нәғимә Ғәлимйән ҡыҙы 15 йыл тракторҙа эшләй. Ул яуаплылығы һәм эшһөйәрлеге менән айырылып торған, бының өсөн бер нисә тапҡыр дәртләндерелә һәм почет грамоталары менән наградлана.
Колхоздар, бер-береһенә ярҙам итеп, берҙәм эшләй: ер һөрөргә, һалам өйөргә үҙ тракторсыларын ярҙамға ебәрәләр, ә уңыш йыйыу ваҡытында тракторҙар комбайндар өсөн тягач булып хеҙмәт итә. Йәй көнө баҫыуҙарҙа эшләйҙәр, ә ҡышын тракторҙарҙы МТС-та йүнәтәләр. МТС башта Оло Ыҡтамаҡ ауылында була, һуңынан Мәсетлегә күсерелә.
Бер ваҡиға ғүмерлеккә уның иҫендә ҡалған: колхоздан бер нисә кешене Кесе Ыҡтамаҡҡа уңыш йыйырға ярҙамға ебәрәләр. Ашарға алып барыу мөмкинлеге булмай, һәм улар ике тәүлек аҙыҡһыҙ һәм һыуһыҙ тороп ҡала. Ризыҡ килтереүҙәрен күреп ҡалғас, уларҙың күҙҙәре йәшләнеп китә – шатлыҡтарының иге-сиге булмай.
Күпмелер ваҡыт Нәғимә Ғәлимйән ҡыҙы ашнаҡсы
булып та эшләй, ҡыр хеҙмәтсәндәрен ашата.
1957 йылда ул Һабанаҡ егетенә кейәүгә сыға.
Мәфрүзә Миндиәр ҡыҙы Миндиәрова 1925 йылдың 20 майында Гөлзада һәм Миндиәр Ниғмәтуллиндарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килгән. Тыуған ауылында ете класс белем алған. 1941 йылда Мөслимдә 3 ай тракторсыға уҡый, хеҙмәт юлын МТС-та башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙаҡәр һәм батыр хеҙмәте өсөн Мәфруза Миндиәр ҡыҙы миҙал менән бүләкләнгән.
1952 йылда Оло Аҡа егете Хафиз Ҡәнәфи улы Дәүләтбаевҡа кейәүгә барған, шуға ҡарамаҫтан тракторҙа эшләүен дауам иткән. 1953 йылда фермаға эшкә күскән. 3 балаһы булған. 1963 йылда ире үлгән. Балаларын аяҡҡа баҫтырырға тырышып, пенсияға сыҡҡас та эшен ташламаған. Яҡшы эшләгәне өсөн бер нисә йыл премияға быҙауҙар биргәндәр. 2020 йылдың 28 мартында Оло Аҡала донъя ҡуйған.
Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы Сәмиғуллина, 1915 йылғы, Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуып үҫкән. Ата-әсәһе крәҫтиәндәр булған. Икенсе Донъя һуғышы алдынан Ләмәҙтамаҡ ауылы егетенә кейәүгә сыҡҡан. Һуғыш башында ирен армияға алалар. Ул ҡулында ике йәшлек улы менән тороп ҡала. Күпмелер ваҡыттан иренә похоронка ала. Шунан һуң атай йортона ҡайтырға ҡарар итә. Улын үҫтерешергә ата-әсәһе ярҙам итә. Атаһы мулла һәм грамоталы кеше була. Карл Маркс исемендәге колхоз “Мәсәғүт” совхозы менән ҡушылғанға тиклем тракторсы булып, һуңғы йылдарҙа моторист булып эшләй. Уның намыҫлы хеҙмәте наградалар менән билдәләнгән.
Оло Ҡыҙылбай ауылында 1925 йылдың 10 ноябрендә ғаиләлә бишенсе бала булып Мөҡсинә Яҡуп ҡыҙы Яҡупова донъяға килә. 1930 йылда атаһын, кулак тип танып, һөргөнгә ебәрәләр. Ул ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Һуғыш башланыу менән уны тракторсыға уҡырға ебәрәләр. 1952 йылға тиклем тракторҙа һәм комбайнда эшләй. Оҙаҡ йылдар тыуған колхозында локомобиль моторисы булып хеҙмәт итә. “Бөйөк Ватан һуғышындағы батыр хеҙмәте өсөн”, “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 30 йыл”, “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 40 йыл”, “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл”, “СССР-ҙың хеҙмәт ветераны” миҙалдары менән наградланған.