Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Улар тыуған илде һаҡланы

Атайым Ғәлимйән Хәйҙәр улы Хәсбиуллин 1921 йылда Мәсетле районының Ҡорғат ауылында донъяға килгән. Оло Аҡа мәктәбенең етенсе класын тамамлағас, Мөслим ауылындағы комбайнсылар мәктәбенә уҡырға инә. Уны 1940 йылда тамамлап, бер аҙ комбайнда эшләй. Шул уҡ йылдың октябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына.

Ун кешенән торған команда Сулея станцияһынан Алыҫ Көнсығышҡа оҙатыла. Чита өлкәһенең Магданачи станцияһына килеп төшәләр. Ғилман Багаев менән уны һауа-десант ғәскәрҙәрендә кесе команда составында пехота уҡыу батальонында ҡалдыралар. Ғинуар-февраль айҙарында Азатлыҡ станцияһындағы ишекһеҙ, тәҙрәһеҙ казармаларға урынлаштыралар. Казарманы үҙҙәре рәткә килтереп ала. Күнекмәләр башлана: 40 метрлыҡ вышканан, һуңынан КВ-3 самолетынан парашют менән һикерәләр.
1941 йылда Одесса өлкәһенең Вознесенск станцияһына күсерәләр. Унда ла күнекмәләр дауам итә.
1941 йылдың 22 июнендә иреккә сығарыу ҡағыҙы тапшыралар, әммә һуғыш башлана һәм уларҙы Киевтан 40- 50 километр көнбайышҡараҡ фронтҡа ебәрәләр. Унда артиллерия уҡыу полкы булған. Атайымдарҙы бер ауылға урынлаштыралар. Взвод командиры һалдаттарға патрондар һәм икешәр граната таратып сыға. Был ысын һуғыш башланыуын аңлата.
1941 йылдың авгусында атайымдың күкрәген ярсыҡ яралай. Күкрәге күбеп сыға. Медсестра, ул йоҡлап китмәһен өсөн, бер туҡтауһыҙ
һөйләндерергә тырыша:
“Йоҡлаһаң – үләһең”, – ти. Харьков, Мариуполь госпиталдәрендә ята. Мариуполдә саҡта фашист һөжүм башлап ҡорос заводын тар-мар итә. Мариуполдән яралы һалдатты Ростов госпиталенә оҙаталар һәм ул өс аҙна дауалана. Ярсыҡ йөрәк эргәһендә умыртҡа
һөйәгенә ҡаҙалған була. 1941 йылдың ноябрендә атайым госпиталдән сыға. Ул көндәрҙә фашистар Ворошилов ҡалаһы эргәһендәге түбәне тотҡан булған. Атайымдар ҡала ситендәге өй башында ята. Шунда ул икенсе тапҡыр яралана. Уны Тифлис ҡалаһына оҙаталар.
1942 йылдың ғинуар-февраль айҙарында Диңгеҙ госпиталендә дауалана. 25 апрелдә ауылына ҡайтып килергә отпуск бирәләр. Атайым, Красноуфимск станцияһында төшөп ҡалып, артабан йәйәү
китә. Оло Аҡа ауылы мәктәбенә килеп бер туған ағаһы Таһирҙы осрата (ул да һуңынан фронтҡа алына. Ленинградты ҡамауҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштан һуң Финляндияла йәшәргә ҡала. Оҙаҡ йылдар Мәскәү – Хельсинки поезында машинист булып эшләй. Бер юлы урындағы гәзиттә хәбәрсе була, мәҡәләләрен баҫтыра). Ә Түбәнге Аҡала уны атаһының бер туған ағаһы Әйүп бабаһы көткән була. Шулай ул тыуған ауылына ҡайтып етә.
1942 йылдың июнендә, Дыуанда комиссия үткәндән һуң, атайымды хеҙмәткә яраҡлы тип табалар. Өфөнән хәрби комиссариаттан уны Ульяновск өлкәһендәге танк училищеһына ебәрәләр. Бында ул Лениндың йортонда булған. Чапаевск ҡалаһында танкыларҙы ремонтлайҙар. 1943 йылдың июлендә 511-се зенит-артиллерия дивизияһына йүнәлеш ала. Башҡорт кавалерия дивизияһы менән осрашыу уның өсөн ҙур ваҡиғаға әйләнә. Сочи йылғаһы аша сыҡҡанда осраша улар. Кавалеристар араһында күп яҡташтарын таный һәм һөйләшеп өлгөрә. Таныштары менән аралашҡандан һуң, тыуған яҡтарына ҡайтып килгәндәй була.
Брянск ҡалаһын, Минск ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ Пинск ҡалаһы ҡапҡаһын алалар. Һуңынан тағы
ла Киевҡа ебәрәләр. Атайым, өсөнсөгә яраланып, госпиталдә ята. 1944 йылда танкылар өйрәнә, 3-сө батарея командиры була. Шул уҡ йылда Бериславль ҡалаһында буласаҡ ҡатыны Александра Ковалева менән таныша. Бөйөк Еңеүҙе улар Германияның Крайсбург ҡалаһында ҡаршылайҙар. 1945 йылда атайым Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары, Польша, Чехословакия, Брянск ҡалаларын азат иткән һәм Германияны еңгән өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнә.
Демобилизацияланғандан һуң йәштәр Тула ҡалаһында өйләнешә. Әсәйем Александра сығышы менән Тула өлкәһенең Ленин районы Яковлево ауылынан булған. Ул сығарылыш кисәһенең икенсе көнөнә, 17 генә йәшендә, фронтҡа алына. 1941 йылдан 1945 йылдың 9 майында демобилизацияланғансы һуғышта була.
Һуғыштан һуң атайым Тула ҡалаһында быраулау оҫтаһы булып эш башлай. Оҙаҡламай тәүге улдары, мин, тыуғанмын. Өләсәйем (атайымдың инәһе) ауырыу сәбәпле йәш ғаилә Башҡортостанға ҡайта. Өләсәйем 1947 йылда яҡты донъянан китте. Инәйем, татарса
бер һүҙ белмәйенсә, медсестра, һауынсы булып эшләне. Атайым 1948 йылда бухгалтер-һанаусы курстарын тамамланы. Фронттағы дуҫы Николай Салаников менән Ҡорғат ауылында бәләкәй электр станцияһын төҙөй башлайҙар. Был станция ауылға электр линиялары һуҙғансы хеҙмәт итте. 1952 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһына уҡырға йүнәлттеләр. 1955 йылда уҡыуын тамамланы. Тәүҙә Чкалов исемендәге колхоз рәйесе, һуңынан парторг, зоотехник, агроном булып эшләне. Пенсия алдынан сусҡа фермаһы мөдире булды. Хаҡлы ялда булғанда ул халыҡ контролеры, заправкалаусы һөнәрен башҡарҙы. Инәйем менән улар биш балаға ғүмер бирҙеләр. Атайым 68 йәшендә арабыҙҙан китте, инәйем – 80 йәшендә.
Яугир юлынан
Атайымдың ике туған ағаһы Ғәзизйән Әйүпов та Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙҙе фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Фронт
юлындағы батырлыҡтары өсөн бихисап орден-миҙалдар менән бүләкләнгән.
1919 йылдың 20 декабрендә Әйүп Хәсбиуллиндың ғаиләһендә ир бала тыуа. Уға Ғәзизйән тип исем ҡушып, Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең Ҡорғат мәсетендә теркәйҙәр.
Ғәзизйән 1934 йылда Мәсетле районы Ҡорғат ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай. Өс йыл колхозда эшләгәс, хәрби хеҙмәткә алына. 1939-1940 йылдарҙа Свердловск ҡалаһында 5-се танк бригадаһында курсант-шофер була. 1940 йылдың июненән июленәсә – Әрмән СССРының Ленинакан ҡалаһында 17-се еңел танк бригадаһында рядовой-шофер. 1941-1942 йылдарҙа – Иранда Моран
ҡалаһында 107-се танк полкында шофер. 1942-1943 йылдарҙа – Ҡырым фронтында 40-сы ауыр танк бригадаһында рядовой шофер. 1943-1944 йылдарҙа – Беренсе Украина фронтында 38-се ремонт-тергеҙеү батальонында рядовой шофер. 1944-1945 йылдарҙа
– Беренсе Белоруссия фронтында 223-сө медицина-санитария батальонында шофер.
1945-1946 йылдарҙа – Берлин ҡалаһында атыусы, 712-се, 498-се атыусылар полкының рядовой шоферы. 1946 йылдың майында демобилизациялана.
Яу яланында күрһәткән батырлығы, ҡыйыулығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Берлинды алған өсөн” һәм бихисап юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. Шулай уҡ “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалына, 1977 йылда “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһенә, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ.
Ғәзизйән Әйүп улы 1946 йылдың майынан 1979 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡорғат ауылында “Чкалов” колхозында тракторсы булып эшләне. Фронтты йыш иҫенә төшөрҙө. “Беҙ күргән һуғышты балалар күрмәһендәр. Тормош ҡороп, йырҙар йырлап шат йәшәһендәр. Йәштәр ауылға ҡайтһын, колхоздарҙы күтәрһен”, – тип васыят әйтеп ҡалдырҙы.
2000 йылдың авгусында 81 йәшендә вафат булды.
Валерий ХӘСБИУЛЛИН,
Ҡорғат ауылы.