Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ

Олатайым Кәрәмәтулла Ғиниәт улы Ғиниәтов 1916 йылда Һөләймән ауылында тыуған. Буласаҡ яугирҙың бала сағы Әй йылғаһы буйындаүткән, 1929 йылда ул дүртенсе класты тамамлаған.

Тормош олатайымды иртә сыныҡтыра, ул заман балаларына ололар менән бер рәттән эшләргә, тормоштоң әсе-сөсөһөн татырға тура килә. 1937- 1939 йылдарҙа хәрби хеҙмәткә алына, махсус саперҙар батальонында хеҙмәт итә. 1942 йылдың сентябрендә фронтҡа китә олатайым. Ул 120-се уҡсылар полкында – уҡсы, НКВД-ның 91-се, 56-сы тимер-юл полкында – пулеметсы, 37-се сик буйы һәм уҡсылар полкында пулеметсы була. 1946 йылдың сентябрендә демобилизациялана. Олатайым һөйләүенсә, һуғыш тамамланғас, улар Көнбайыш Украинала бандеровсылар менән һуғышҡан.
Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн Кәрәмәтулла Ғиниәтов “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Венаны алған өсөн”, “Будапештты алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
Бергә фронтҡа киткән Мозафар ағаһы кире әйләнеп ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғала. Өләсәйем һөйләүенсә, ул ағаһын ғүмер буйына ҡайтыр тип көтә.
Һуғыштан һуң олатайым бухгалтер, әҙерләү пунктында йыйыусы, иҫәпсе, һаҡсы булып эшләй, ревизия комиссияһы ағзаһы була. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән наградлана. Өләсәйем Нәғимә Ғафи ҡыҙы – тыл ветераны. Һуғыш башланғанда уға 13 йәш булған, ғаиләләрендә биш ҡыҙ тәрбиәләнгәс, хеҙмәт армияһына атаһы ғына киткән. Өләсәйемдең иңенә аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр тормош төшә.
– Һыйыр быҙаулаһа, хөкүмәткә ит заданиеһына – быҙауын, йылына 100 йомортҡа тапшырҙыҡ. 1943 йылда, йылға ташып, бесән һыу аҫтында ҡалды. Ҡомло бесәнде ашап аттар үлеп бөттө, һыйырҙарҙы егеп ер һөрҙөк. Һуңынан аслыҡ күбеһенең башына етте, ас көйөнсә эшләүе ауыр ине. Йүкә, балтырған, кәзә һаҡалы, йыуа, ҡаҡы кеүек үҫемлектәрҙе ашап иҫән ҡалдыҡ. Еңеү көнөн яланда ҡаршыланыҡ, кемдер һуғыштан аяҡ-ҡулһыҙ ҡайтһа, кемдер бөтөнләй әйләнеп ҡайтманы. Атайым да домна мейесендә суйын ҡайнатып аяҡтан яҙғайны, – тип иҫтәлектәрен һөйләп ҡалдырҙы өләсәйем.
Инде олатайым да, өләсәйем дә – гүр эйәләре. Улар ауыр һуғыш йылдарындағы батырлыҡтары, сабырлыҡтары, оҙаҡ йылдар колхозда фиҙаҡәр хеҙмәт итеүҙәре менән беҙгә өлгө булып тора. Беҙ улар тураһында иҫтәлекте ғорурланып һаҡлайбыҙ, баш эйәбеҙ. Уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!