Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тере йәшен

Бөйөк Еңеү илебеҙ халыҡтарының ҡаһарманлығы, берҙәмлеге, милләт-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ, һөҙөмтәһендә яуланды. Уларҙың һәммәһен дә бер хис берләштерә – Ватанға һөйөү, кәрәк икән, уның өсөн ғүмереңде фиҙа ҡылыу. Беҙ ҙә уларҙы хөрмәтләп иҫкә алайыҡ.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Айып ауылының 17 йәшлек егете Биктимер Әхкәмов үҙе теләп фронтҡа китә. Полк мәктәбен тамамлағандан һуң, 159-сы уҡсылар дивизияһының 136-сы айырым артиллерия дивизияһы составында, Калинин янында, ул беренсе тапҡыр һуғышҡа керә.
Танылған фронтовик шағир
Мәхмүт Хөсәйенов. 1987 йыл.
1943 йылда Биктимер Татарстандың буласаҡ шағиры, үҙе хеҙмәт иткән взводтың командиры Мәхмүт Хөсәйенов менән таныша. Һуңыраҡ шағир иҫтәлектәрендә башҡорт егетенең батырлыҡтары тураһында күп тапҡырҙар яҙа.
Ржев ҡалаһы янында барған ҡаты һуғыштарҙа Биктимер Әхкәмов дошмандың ете танкыһын яндыра. Немецтарҙың артиллерия һәм миномет расчеттарын сафтан сығарып, беҙҙең ғәскәрҙәрҙең алға барыуына булышлыҡ итә.
“Дошман өсөн дәһшәт ине
Ул иң хәтәр минутта,
Тере ут, тере йәшен, тип
Йөрөттөк үҙен фронтта”, – тигән юлдар бар башҡорт егетенең ҡыйыулығы, ҡаһарманлығы тураһында Мәхмүт Хөсәйеновтың “Тере йәшен” исемле шиғырында.
Смоленск, Вязьма, Орша, Минск янында һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн сержант Биктимер Әхкәмов Юғары Главнокомандующийҙың Рәхмәт хатына бер нисә тапҡыр лайыҡ була. Ә ул хеҙмәт иткән полк гвардия һәм Ломженский исемдәренә лайыҡ булып, Александр Невский, Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнә.
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Биктимер ағайға Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Кенигсбергты алған өсөн” һәм башҡа миҙалдар тапшырыла.
“...1943 йылдың 14 декабрендә ялан госпиталендә аңыма килдем. Башым, аяғым бинтҡа уралған. Бөтөн тәнем түҙә алмаҫлыҡ һыҙлай, ауырта. Дауалаусы табип мине – ауыр тән йәрәхәттәре алған, ҡаты яраланған һуғышсыны – билдәһеҙ һалдаттың ялан госпиталенә килтереп тапшырыуы тураһында әйтте. Кем ул? Иҫән ҡалыуыма кемгә бурыслымын?”.
Утыҙ йыл тынғы бирмәй был һорау элекке взвод командирына. Һуғыштан һуң Ҡазан университетын тамамлап, Татарстандың күренекле шағиры булған Мәхмүт Хөсәйенов, ниһайәт, 1974 йылдың ғинуарында үҙенең ҡотҡарыусыһынан хат ала.
... Сержант Биктимер Әхкәмов Совет Армияһы сафынан демобилизацияланып ҡайтҡас, Салауат Юлаев исемендәге колхозда ең һыҙғанып эшләй башлай. 1970 йылда уны урман хужалығына эшкә саҡыралар. 1974 йылдың ғинуарында район үҙәгенә кәңәшмәгә килә. Тәнәфес ваҡытында, залдағы китап күргәҙмәһе менән танышып йөрөгәндә, бер китаптың тышындағы фотоһүрәт уға таныш кеүек
тойола. Ул китапты ҡулына ала. “Был бит минең фронтташ дуҫым, беҙҙең взвод командиры Мәхмүт. Тимәк, ул иҫән ҡалған, үлемде еңеп сыҡҡан!” – тип ҡысҡырып ебәргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡала. Биктимер Әхкәмов, оҙаҡҡа
һуҙмай, Ҡазанға китап нәшриәтенә хат яҙып һала. Ә ул йылдарҙа Мәхмүт Хөсәйенов шул нәшриәттең етәксеһе булып эшләй.
Биктимер Әхкәмов ул көндө бөгөнгөләй хәтерләй. “Ҡаты бәрелеш бара. Көстәр тигеҙ түгел. Уңдан да, һулдан да дошман
танкылары һөжүм итә. Сержант, шыйыҡса һалынған шешә бәреп, беренсе танкыны туҡтата. Шул ваҡыт командир ҡаты яралана, аңын юғалта, сәстәренә ут ҡаба...” Төн буйы ут ямғырында Биктимер дуҫын эҙләй һәм, уның ярым үле кәүҙәһен табып,
ялан госпиталенә тапшыра. Үҙе һуғыш ҡырына ашыға...
“Офоҡта таң беленеүгә
Һуғыш ҡабат ҡабына.
Фашист танкыларын тағын
Тар-мар итә иптәшем!..
Мең йәшә, башҡорт батыры –
Тере ут, тере йәшен!”
Был шиғыр юлдарын шағир ҡотҡарыусы, дуҫы, ҡурҡыу белмәҫ башҡорт егете Биктимер Әхкәмовҡа бағышлап яҙа.
...Оҙаҡ көттөрмәй, Биктимер ағай Мәхмүт Хөсәйеновтан яуап хаты алыу бәхетенә ирешә. Шулай итеп, фронтта башланған дуҫлыҡ, утыҙ йыл өҙөлөп торғандан һуң, тағы дауам итә.
Күренекле шағир, йөҙҙән артыҡ йыр, 30 китап авторы Мәхмүт Хөсәйенов уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында халыҡ араһында киң танылған ине. Уны “йәшлек йырсыһы” тип йөрөттөләр.
Биктимер ағай ҙа күптән фани донъя менән хушлашҡан. Уның ун өс балаһы, егерме туғыҙ ейәне, 23 бүләһе бөгөн Әхкәмовтарҙың ҙур нәҫелен дауам итә. Ғәҙел, тыйнаҡ, тырыш һәм уңған туғандар бер-береһе менән аралашып, ҡунаҡлашып, гөрләшеп, берҙәм ғаилә булып йәшәй.
Венера ШӘЙХИСЛАМОВА,
Оло Ыҡтамаҡ ауылы.