“Һәр ғаиләнең тарихында Тыуған ил өсөн һәләк булған йәиһә һуғышҡан, яраланып ҡайтҡан һалдат бар. Мин үҙемдең атайым – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны Әмирхан Ҡазихан улы Хажиев тураһында һөйләйәсәкмен.
Ул 1925 йылдың 25 февралендә Һөләймән ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен тамамлаған, шунан тыуған районы мәктәптәренең береһендә уҡытыусы булып эшләгән.
1943 йылдың 13 февралендә үҙ ирке менән фронтҡа китә. 1943 йылдың февраленән июненә тиклем Краснохолм хәрби-пехота училищеһында уҡыу үтә. Уны тамамлағандан һуң Мәскәү өлкәһенең Яхрома ҡалаһында урынлашҡан 18-се Һауа-десант бригадаһына ебәрелә. Бында ул Һауа-десант ғәскәрҙәре программаһы буйынса әҙерлек үтә һәм күнекмә маҡсатында унлаған тапҡыр самолеттан парашютта һикерә. 1943 йылдың һуңында бригадалар гвардия һауа-десант дивизияһына ҡушыла. Шул ваҡыттан алып ул 13-сө һауадесант дивизияһының десантсы-пулеметсыһы булып китә.
1944 йылдың йәйендә етенсе армияның 37-се уҡсылар корпусы 98-се гвардия уҡсылар (һуғыштан һуң – һауа-десант) дивизияһы составында десантсы-пулеметсылар отделениеһы командиры вазифаһында Карелия фронтындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1944 йылдың июнендә гвардеецтар фашист баҫҡынсыларының нығытылған терәк пункттарын тар-мар итә. Аяуһыҙ алыштарҙың береһендә атайымдың аяғы ҡаты яралана. Унан һуң бер нисә ай Киров өлкәһенең Зуевка станцияһында 31-61-се эвакогоспиталдә ята, яраларҙан дауалана. Оҙаҡ ҡына госпиталдә ятҡандан һуң, тыуған яғына – Башҡортостанға ҡайта.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн III дәрәжә Дан ордены, “1941 – 1945 йылдарҙа Германияны азат иткән өсөн”, “Карелия фронты ветераны”, “Свирь йылғаһын азат иткән өсөн”, “Тылдағы батыр хеҙмәте өсөн” миҙалдары һәм тағы ла биш миҙал менән наградлана.
Дары һәм төтөн еҫтәре аңҡыған йылдар артта ҡала. Гвардия Ҡыҙыл Байраҡлы Кутузов орденлы “Свирь” һауадесант дивизияһының ветеран десантсылары күңелдәре менән ҡартаймай. Улар тығыҙ бәйләнештәрен дауам итә. 1982 йылда дивизияның ветерандар советы президиумы Мәскәүҙә полкташ-десантсыларҙың осрашыуын ойоштора. Ветерандар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығында баш ҡалала йәнә осрашырға тигән өмөт менән таралыша. Атайым Әмирхан Ҡазихан улы уны түҙемһеҙлек менән көттө, яуҙаш дуҫтары
менән тағы осрашыуға әҙерләнде. Оло үкенескә, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы йылында – 1985 йылдың 5 февралендә уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. 1982 йылдағы осрашыу уның өсөн һуңғыһы булды...
Беҙ, балалары, ейәндәре һәм бүләләре, уның батырлыҡтары тураһында беләбеҙ һәм хәтерләйбеҙ, атайыбыҙ, олатайыбыҙ һәм ҡарт олатайыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ”.