Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү көнө менән!

Ҡәҙерле яугирҙар, тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле мәсетлеләр!

Һеҙҙе 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Нисә генә йыл үтмәһен, был изге дата берҙәмлектең, ҡаһарманлыҡтың, юғары рухи көстөң һәм легендар еңеүсе быуындың бер ни менән сағыштырғыһыҙ батырлығының һүнмәҫ символы булды һәм булып ҡала. Кешелек тарихы әле ундай күмәк героизмды белмәгән кеүек, беҙҙең халыҡ кисергән шундай оло ҡайғыны ла күргәне юҡ.
Йыл һайын, Бөйөк Еңеүҙе билдәләп, беҙ уның бәйәһе тураһында иҫкә төшөрәбеҙ, яу яландарынан ҡайтмағандарҙы, үҙенең ғүмере менән Тыуған илебеҙҙе һаҡлап ҡалғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Ҡурҡыу белмәй һәм аяуһыҙ һуғыша яҡташтарыбыҙ дошман менән. Һуғышҡа киткән 5387 Мәсетле яугиры араһынан яу яландарынан ҡайтмай ятып ҡалған 3956 яҡташыбыҙҙы беҙ бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.
Тылда ҡалғандар өлөшөнә төшкән яҙмыш та бик ауыр булған. Ялһыҙ-йоҡоһоҙ, көстәрен йәлләмәй, улар фронтты аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, техника менән тәьмин итеү өсөн тир түгә. Яҡташтарыбыҙҙың, Бөйөк Еңеүҙе яулағандарҙың һуғыш һәм хеҙмәт батырлыҡтары менән беҙ ысын күңелдән ғорурланабыҙ.
Беҙҙең изге бурыс – Ватаныбыҙ һаҡсыларының ҡылған батырлығына лайыҡлы булыу.
Фашизмды еңеү өсөн ғүмерҙәрен биргәндәргә мәңгелек дан! Ветерандарға түбәнселек менән баш эйәбеҙ!
Ихлас күңелдән барлыҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һаулыҡ, оҙон ғүмер, иртәгәһе көнгә ышаныс, изгелек һәм ғаиләләренә именлек теләйбеҙ!
Бөйөк Еңеү көнө менән!
Муниципаль район Советы һәм хакимиәте.

* * *
Һеҙҙе Еңеү байрамы менән ҡайнар ҡотлайым! Оҙаҡ көткән Еңеү һүҙе яңғыраған ул тарихи датанан алып 75 йыл үткән. Был көн – илебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡал-ғандар өсөн ғорурлыҡ символы. Баш өҫтөндәге тыныс күк йөҙө өсөн, илебеҙҙе дошмандан ҡаһармандарса һаҡлағанығыҙ, ғәйәт ҙур тырышлыҡ менән был ҡот осҡос һуғышта бирешмәгәнегеҙ һәм еңеп сыҡҡанығыҙ, емереклектәрҙән илде аяҡҡа баҫтырып, унан бөйөк держава эшләй алғанығыҙ өсөн Һеҙҙең алда түбәнселек менән баш эйәбеҙ.
Был Еңеү байрамы көнөндә Һеҙҙең бөйөк эштәрегеҙ, ҡаһарманлығығыҙ һәм батырлығығыҙ өсөн иң ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы, һөйөүе һәм хәстәрлеген теләйем. Байрам менән! Еңеү көнө менән!
Р. Фәтихов,
Башҡортостан Республикаһының Дыуан,
Мәсетле һәм Салауат райондары хәрби комиссары.