Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҡташыбыҙҙың данлы тормош юлы

Ҡай саҡ һуғышта ҡатнашҡан һәм ут уртаһында булған, үлем менән күҙмә-күҙ осрашҡан һәм “ура” ҡысҡырып яуға барған кешеләр-ҙең күңелдәрендә ышаныстарын, өмөттәрен һәм һөйөүҙәрен һаҡлап ҡалыуҙары ғәжәп. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙән һуң, илгә тыныслыҡты ҡайтарып, әлеге һалдаттар емерелгән ҡалаларҙы төҙөргә, икмәк сәсергә, ер һөрөргә, иген үҫтерергә һәм Тыуған илдәре хужалығын аяҡҡа баҫтырырға тотона.

Беҙ, еңеүселәрҙең ейәндәре һәм бүләләре, ошо ысын мәғәнәһендә героик кешеләрҙең ҡаһарманлығы һәм ныҡлығы алдында баш эйәбеҙ.
Сәфиулла Сөнәғәтуллин тыныс ваҡытта ипле һәм баҫалҡы кеше була, һуғыштан һуң да шундай булып ҡала.
Ул Һабанаҡ ауылында тыуып үҫкән. Мәктәп белемен күрше Ләмәҙтамаҡ ауылында ала. Ауыр ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, тырыш һәм өлгөлө уҡыусы була. Мәктәптән һуң хисапсылар һәм бухгал-терҙар курсын тамамлай. Йәш белгесте Мәсетле район ҡулланыусылар союзына эшкә ебәрәләр, шунда ул хеҙмәт юлын башлай. Эшкә һәләтле һәм яуаплы 30 йәшлек хеҙмәткәрҙе 1935 йылда Красногорск райсоюзына баш бухгалтер итеп ҡуялар.
Тыуған илебеҙгә яу менән дошман килгәс, Сәфиулла Сөнәғәт улы ғаиләһе менән күсеп килгән Белорет ҡалаһындағы оборона заводы бухгалтерияһына етәкселек итә.
Ул хеҙмәттән азат ителә, ләкин иле һәм халҡы яҙмышына битараф булмағанлыҡтан, ситтә ҡала алмай. Фашистар – көслө һәм күп. Дошман – хәйләкәр һәм уйлап эш итә. Илебеҙ граждандары, ниндәй милләттән, диндән һәм сәйәси ҡарашта булыуҙарына ҡарамаҫтан, тупланып, Ватаныбыҙҙы һаҡларға күтәрелә. Араларында Сәфиулла Сөнәғәтуллин да бар. Ул Волганан алып Германиялағы Одер йыл-ғаһына ҡәҙәр етеп, һуғыштың бар ауырлығын үҙ иңендә татый.
Фронтҡа яҡташыбыҙ 1942 йылдың сентябрендә китә. 1943 йылдың мартынан һуғыш тамамланғансы отделение командиры урынбаҫары – тоҫҡаусы була.
Еңел түгел яу ҡырҙары. Ул ике тапҡыр яралана, һәм икеһендә лә, госпиталдә дауаланып алғас, кире фронтҡа бара. Ҡыҙыл Армияның ҡурҡыу белмәҫ яугиры Икенсе Белорус фронты ғәскәрҙәре сафында һуғыша. Алыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.
Сәфиулла Сөнәғәтуллин Юғары баш командующий Иосиф Сталиндың ете рәхмәтенә, Икенсе Белорус фронты командующийы маршал К. Рокоссовскийҙың рәхмәт хатына лайыҡ була.
Һуғыш тамамланғандан һуң, тыу-ған яҡтарына ҡайтып, Мәсәғүт райпоһында, Бакал ҡалаһында (Силәбе өлкәһендәге шахта) баш бухгалтер булып эшләүен дауам итә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр ваҡыт коллегаларының һәм халыҡ араһында ҙур абруй менән файҙалана. Уны белгән кешеләр тәжрибәһенә һәм белеменә ышана, шуға күрә өс тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлайҙар. Тыныс ваҡытта ла ул етәкселектең почет грамоталары менән бүләкләнә.
1957 йылда хаҡлы ялға сыға. Ул ваҡытта илебеҙҙә таралған атеизм-ға ҡарамаҫтан, үтә лә динле кеше була. Әле полкташтарын бер-бер артлы үлем үҙенә алған ул ҡот осҡос һуғыш фронттарында уҡ Сәфиулла Сөнәғәт улы үҙ-үҙенә: “Ҡәҙерлеләрем янына иҫән әйләнеп ҡайтһам, Аллаһы Тәғәләгә табынасаҡмын”, – тип һүҙ бирә. Һүҙендә тора ла: биш тапҡыр намаҙҙарын уҡый, Сәғүд Ғәрәбстанына хаж ҡыла.
Ул бик әҙәпле һәм инсафлы кеше, һоҡланғыс ғаилә башлығы була. Ҡатыны Фатима Фәхертдин ҡыҙы менән татыулыҡта 57 йыл бергә ғүмер итәләр. Ғаилә пары алты бала тәрбиәләп үҫтереп, белем алырға ярҙамлашҡан. Аталары уларға һәр ваҡыт тирә-йүндәгеләр менән намыҫлы булырға, һәм иң мөһиме, үҙ-үҙеңә, үҙ намыҫыңа тоғро булырға өйрәткән.
Балалары оло ихтирам һәм рәхмәттәр әйтеп, ата-әсәләрен хөрмәтләп иҫкә ала һәм алдарында баш эйә.