Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уттар һәм һыуҙар аша...

Ватаныбыҙға Бөйөк Еңеү тураһында шатлыҡлы-ҡыуаныслы хәбәр килгән көн алыҫыраҡ булған һайын, барыбыҙға ла тыныс тормош бүләк итеүсе яугирҙарыбыҙ арабыҙҙа һирәгәйә бара. Ошо ҡурҡыу белмәҫ һуғыш ветерандарыбыҙҙы оноторға беребеҙҙең дә хаҡы юҡ. Улар тураһындағы иҫтәлек халыҡ хәтерендә йәшәй, беҙҙең аранан киткән яугирҙарҙың даны мәңгелек булып йөрәк- тәрҙә һаҡлана. Бөгөн уларҙы хөрмәт итеп, иҫкә алыу беҙҙең изге бурыс булып тора.

Атайыбыҙ Шәрифулла Төхвәтулла улы Хәлилов 1925 йылдың 18 сентябрендә Мәсетле районы Яуыш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә өлкән бала булып донъяға килә. 1943 йылдың 15 февралендә Ватаныбыҙҙы фашистарҙан һаҡлау өсөн Ҡыҙыл Армия сафына алына. 18 йәше тулыр-тулмаҫтан һуғышҡа киткән ир-егет башҡа яугирҙар менән бер сафта Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн йәнен-тәнен аямай алыша. Шулай итеп, совет һалдаттары утты-һыуҙы кисә, яралана, имгәнә, әммә төшөнкөлөккә бирелмәй, тыуған ерҙе дошмандарҙан һаҡлап алып ҡала. Отделение командиры кесе сержант Шәрифулла Хәлилов хәрби бурысты уңышлы үтәгәне өсөн III дәрәжә Дан ордены менән наградлана. Һуңынан Белоруссия өсөн ҡан ҡойошло алыштар, Европа илдәрен фашис-тар иҙеүенән азат итеү өсөн һуғыш бер-бер артлы дауам итә.
Шәрифулла Төхвәтулла улы – кире сигенеүҙән әрнеүен дә, ил баҫҡынсыларға ҡаршы һөжүм иткәс, алыштар шатлығын да кисергән яугир. Бына шулай яуҙа сапер кесе сержант Шәрифулла Хәлилов дошмандың өңө – Берлинғаса етә. Һалдаттарыбыҙҙың һәм халҡыбыҙҙың аяуһыҙ һуғыштағы бөйөк Еңеү көнө.
Гвардияның кесе сержанты бул-ған атайыбыҙға 1945 йылдың 6 ноябрендә ”Берлинды алған өсөн” миҙалы тапшырыла, 1946 йылдың 30 майында ”Варшаваны азат иткән өсөн” һәм дә ”Наше дело правое, мы победили” миҙалдары менән наградлана. Шулай уҡ 1948 йылдың 7 ноябрендә “Совет Армияһының һәм флотының утыҙ йыллығын байрам итеү хөрмәтенә” юбилей миҙалы менән бүләкләнгән.
Һуғыш тамамланып, Еңеү көнө етһә лә, һалдаттарҙы шунда уҡ ҡайтарып ебәрмәйҙәр. Атайыма ла тағы өс йыл хеҙмәт итергә тура килә. Тыуған ауылы Яуышҡа 1950 йылда ғына әйләнеп ҡайта ул.
1951 йылда күрше Көршәле ауылы һылыуы Рәхимә Сәлимйән ҡыҙына өйләнеп, бер ҡыҙ, ете ул тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхоздың үҙәк ремонт оҫтаханаһында тимерсе булып намыҫлы эшләй, үҙ бурыстарын ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡара атайыбыҙ. Механизаторҙарҙың заказдарын ваҡытында үтәй, уның эше менән барыһы ла ҡәнәғәт булдылар. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны тыуған колхозының хужалыҡ төҙөлөшөн үҫтереү эшенә үҙенең лайыҡлы өлөшөн индерҙе.
Атайыбыҙ һәр ваҡыт беҙҙең өсөн намыҫ, эшсәнлек өлгөһө булды һәм беҙ уны хөрмәт иттек. Бына ун ете йыл инде атайыбыҙ беҙҙең арала юҡ, ошо ваҡыт эсендә уны иҫкә төшөрмәгән бер генә көнөбөҙ ҙә юҡтыр. Беҙ барыбыҙ ҙа атайыбыҙҙың рухына тоғро ҡалабыҙ, уны хөрмәтләп иҫкә алабыҙ һәм бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Яугирҙарға мәңгелек дан!
Ҡыҙы Зәйтүнә ХИЗБУЛЛИНА,
Иҫке Мишәр ауылы.