Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Улар Еңеү көнөн беҙҙең менән ҡаршылай

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәсетле районынан 5387 ир-егет Тыуған илде фашист илбаҫарҙарынан һаҡлау өсөн сафҡа баҫҡан, уларҙың 2197-һе илебеҙ азатлығы өсөн яу яланында башын һалған, 700 яҡташыбыҙ төрлө тән йәрәхәттәре алған, 360-ы инвалид булып ҡайтҡан, 1759 яугир хәбәрһеҙ юғалған. 2580 фронтовик СССР орден һәм миҙалдары менән бүләкләнгән. 2447 тыл эшсәненә “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәт өсөн” миҙалдары тапшырылған. Райондан 37 ҡатын-ҡыҙ һуғышҡа киткән. Яңы Мишәр ауылынан Ҡотдос Ҡәниф улы Латипов ҡаһарманлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.

Бөгөн дүрт һуғыш ветераны һәм 180 тыл эшсәне беҙҙең менән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылай.
Ләбип Атип улы Зарипов 1924 йылдың 2 июнендә Әләгәҙ ауылында тыуған.
Фронтҡа 1942 йылдың авгусында китә. Өфөлә дүрт айлыҡ хәрби әҙерлек курсы үткәндән һуң Волхов фронтына ебәрелә, шунан Ленинград фронтында 1025-се уҡсылар полкының өсөнсө уҡсылар батальонында һуғыш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеү бүлексәһе командиры вазифаһында, Беренсе Украина фронтында уҡсылар бүлексәһе командиры һәм етенсе рота взвод командиры ярҙамсыһы вазифаларында хеҙмәт итә.
Ул 1944 йылдың ҡыш-йәйендә Ленинград, Псков өлкәләре һәм Эстон ССР-ын азат итеүҙә ҡатнаша. Ләбип Зарипов – Польша, Германия, Чехословакияны азат итеү өсөн бар-ған һуғыштарҙа ҡатнашыусы. Еңеүҙе Прагала ҡаршы ала.
Ләбип Атип улы өсөн һуғыш 1947 йылдың 18 апрелендә Алыҫ Көнсығышта тамамлана.
Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ул III дәрәжә Дан, I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл байраҡ ордены, күкрәккә тағыла торған знактар һәм миҙалдар менән наградланған.
Һуғыштан һуң Оло Ҡыҙылбай һәм Октябрьск мәктәптәре директоры булып эшләгән.
Александр Федорович Топычканов 1925 йылдың 1 сентябрендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. 1943 йылда армияға алына, хәрби һөнәре – элемтәсе. Орлов-Курск, Корсунь-Шевченково, Яссо-Кишинев хәрби операцияларында ҡатнаша. Украинаны, Бессарабияны һәм Көнсығыш Европаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Кесе сержант дәрәжәһендә Еңеүҙе ҡаршылай. Ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Юбилейҙар айҡанлы һәм хеҙмәтендә наградаларға лайыҡ була. Тыныс тормошта район сәнәғәт комбинатында балта оҫтаһы, артабан уның директоры була.
Таиф Хәким улы Зарипов 1924 йылдың 31 ғинуарында Һабанаҡ ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда уға 17 йәш була. Йәш офицер курсы үткәндән һуң, Беренсе Украина фронтына эләгә. Был Бөйөк Ватан һуғышында һынылыш йылы була. Днепр аша сыҡҡанды ул ғүмерлеккә хә-терҙә ҡалдыра. Киев өсөн төп булып иҫәпләнгән йүнәлештә ҡаты һуғыш бара. Дошман күкте ракеталар менән яҡтырта, кисеүҙе тойоп ҡалһа, ут аса. Әммә совет һалдаттары ярға барып етә һәм яуға әҙерләнә. Ә таң атҡас, алыш башлана. Ҡаһарманлығы өсөн йәш офицер наградаларға тәҡдим ителә: I һәм II дәрәжәләге Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, миҙалдар һәм юбилей наградалары уның хәрби юлы тураһында һөйләй.
Һуғышта Таиф Хәким улы ике тапҡыр яралана һәм контузия ала.
Һуғыштан һуң райсоветта, Нуриманов исемендәге колхозда бухгалтер, иҫәпсе, ферма мөдире булып эшләй.
Прасковья Афанасьевна Крючкова 1923 йылдың 10 октябрендә тыуған.
1942 йыл-да ул үҙ ирке менән фронтҡа китә.
Башта уларҙы Өфө-гә ебәрәләр, ә унан – Алыҫ Көнсығышҡа. Ул инде фронт, хәрби батырлыҡтар һәм ҡулға мылтыҡ алыу тураһында хыяллана, ләкин ҡыҙҙар эшелонын Приморье крайының Уссурийск өлкәһенә ебәрәләр. Тәғәйенләнгән урынға бер ай баралар. Унда шоферға уҡыталар, аҙаҡтан химиктар курсын үтә.
Приморье крайының Алыҫ Көнсығыш аэродромдарының береһендә урынлашҡан аэродромдарҙы хеҙмәтләндереүсе 810-сы батальон составында хеҙмәт юлын башлай. Йәҙрә һәм химик ҡоралдар зарарлаусы факторҙарҙан шәхси сос-тавты һаҡлау буйынса рота химигы була.
Башта газ һөжүменән ҡотолорға өйрәтәләр, шул уҡ ваҡытта дивизия штабын, самолеттарҙы, һуғыш кәрәк-яраҡтарын, яғыулыҡ-майлау материалдарын ҡарауыллайҙар.
Еңеү көнөн химиктар йыйынында ҡаршылай. Германияны еңгәндән һуң теүәл өс айҙан, АҠШ-тың Японияға, Хиросимаға ҡаршы йәҙрә ҡоралын ҡулланғанынан һуң ике көндән һәм Нагасакиға атом бомбаһын ташлар алдынан, Япония менән һуғыш башлана. Унда Гензань һәм Сангисю порттарында 614-се батальон составында баш химик булып хеҙмәт итә. Ул 1945 йылдың ноябренә тиклем хеҙмәттә ҡала.
Һуғыштан һуң ул Өфө финанс техникумын тамамлай, дүрт йыл райондың социаль тәьмин итеү бүлегендә эшләй. Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеге 4577-се Үҙәк һаҡлыҡ кассаһы менән бәйле була. Унда 1978 йылға тиклем, хаҡлы ялға сыҡҡансы, контролер вазифаһынан алып һаҡлыҡ кассаһы мөдиренә тиклем эшләй.
Тыл эшсәндәре
Абдрахманова С. З. (Дыуан-Мәсетле)
Абдуллина Б. А. (Дыуан-Мәсетле)
Абдуллина Х. А. (Дыуан-Мәсетле)
Абдуллина Х. Г. (Әләгәҙ)
Абдуллина Х. А. (Йыланыш)
Абзанова М. Ш. (Ишәле)
Абҡаҙирова Ф. К. (Ләмәҙтамаҡ)
Ағишева Н. Х. (Оло Ыҡтамаҡ)
Ардаев З. Ф. (Абдулла)
Асҡарова Х. Ю. (Әбдрәхим)
Әфризунова Г. Г. (Теләш)
Әхкәмов Р. А. (Салйоғот)
Әхкәмова Р. С. (Салйоғот)
Әхмәтйәнова Т. А (Оло Ыҡтамаҡ)
Әхмәтова Р. Х. (Абдулла)
Әхмәтханова Х. Г. (Оло Ыҡтамаҡ)
Әхмәтшин М. С. (Тәкә)
Әхмәтйәнов Г. Г. (Ҡаранай)
Әхтәмова Ф. В. (Тайыш)
Баһаманов З. Б. (Иҫке Мишәр)
Бәҙретдинова Ш. Х. (Мәләкәҫ)
Бәҙретдинов Ф. Ф. (Һабанаҡ)
Байрамғәлина Ф. Х. (Яңы Мөслим)
Бариева В. И. (Оло Аҡа)
Батталова Р. Я. (Яңы Мишәр)
Белан Д. Н. (Оло Ыҡтамаҡ)
Белобородова А. Я. (Оло Ыҡтамаҡ)
Беляева К. А. (Ключевой)
Берсенева А. Ф. (Оло Ыҡтамаҡ)
Берсенева В. И. (Оло Ыҡтамаҡ)
Бикиева Ф. М. (Оло Ыҡтамаҡ)
Бикова М. Т. (Бурансы)
Булатова М. А. (Ключевой)
Вәлиева Г. Ш. (Оло Ыҡтамаҡ)
Вәлиева М. Г. (Айып)
Ғәликәйева З. М. (Әләгәҙ)
Ғәлимова Н. Б. (Оло Ыҡтамаҡ)
Ғәлимова Р. М. (Әжекәй)
Ғәлләмова М. Т. (Әжекәй)
Ғәләүетдинова Б. М. (Әләгәҙ)
Ғәниева Ғ. А. (Тайыш)
Ғәниева Г. Х. (Ләмәҙтамаҡ)
Ғәниева Р. М. (Оло Ыҡтамаҡ)
Ғарипова Г. Ш. (Һабанаҡ)
Гәрәева С. С. (Әләгәҙ)
Ғатауллин Р. М. (Оло Аҡа)
Ғатауллина В. Н. (Ләмәҙтамаҡ)
Ғәтиәтуллин А. Т. (Әжекәй)
Ғаянова С. М. (Оло Ыҡтамаҡ)
Ғилметдинова А. З. (Ләмәҙтамаҡ)
Ғиззәтова Н. Х. (Оло Ҡыҙылбай)
Ғилметдинов Ф. З. (Борғатья)
Ғилметдинова Г. К. (Дыуан-Мәсетле)
Дәүләтханова С. Н. (Буртаковка)
Дәүләтшин С. Ю. (Теләш)
Дәүләтшина К. З. (Тәкә)
Дергачева М. К. (Кесе Ыҡтамаҡ)
Дилмөхәмәтова З. К. (Оло Аҡа)
Йәмбулатова М. И. (Оло Ыҡтамаҡ)
Зәйнетдинов М. Ф. (Һөләймән)
Закирова Р. А. (Тәкә)
Запащикова Е. В. (Оло Ыҡтамаҡ)
Зарипова Г. Р. (Аҙанғол)
Зарипова Н. А. (Әләгәҙ)
Йыһаншина Х. М. (Борғатья)
Зиннәтуллина Я. Н. (Әбдрәхим)
Искәндәрова Р. М. (Оло Ыҡтамаҡ)
Искорцева А. К. (Оло Ыҡтамаҡ)
Исламова М. Л. (Әжекәй)
Ҡәҙербаев Т. С. (Йонос)
Ҡадирова С. И. (Әжекәй)
Казанцева А. Я. (Оло Ыҡтамаҡ)
Ҡазыев И. Х. (Йонос)
Камалов Г. А. (Иҫке Мишәр)
Камалова З. Г. (Туҡбай)
Камалова Х. З. (Мәләкәҫ)
Карагодина В. М. (Оло Ыҡтамаҡ)
Кәримов Г. Ю. (Яңы Мишәр)
Ҡәйүмова М. М. (Әләгәҙ)
Кисаметова Р. А. (Әләгәҙ)
Ковина Е. Н. (Оло Ыҡтамаҡ)
Коровкина А. Д. (Әләгәҙ)
Крючкова М. П. (Оло Ыҡтамаҡ)
Крючкова М. И. (Оло Ыҡтамаҡ)
Крючкова Р. А. (Оло Ыҡтамаҡ)
Ҡорбанова Н. Ж. (Яңы Мишәр)
Ҡорбанова С. С. (Мәләкәҫ)
Лоҡманова Ф. К. (Ләмәҙтамаҡ)
Лотфуллин К. Л. (Йонос)
Мәүликаева К. А. (Оло Ыҡтамаҡ)
Миндиәхмәтова Б. К. (Салйоғот)
Миндибаева Х. М. (Бурансы)
Мирсәйетова Х. М. (Абдулла)
Мөғәфина С. Ф. (Ләмәҙтамаҡ)
Муллабаева М. Г. (Яңы Мишәр)
Мөниров М. М. (Урта Аҡа)
Мөнирова Н. М. (Урта Аҡа)
Моратова Г. Г. (Дыуан-Мәсетле)
Мусин М. А. (Абдулла)
Мусина Ж. М. (Юлай)
Мөслимова Ф. Т. (Яңы Мөслим)
Мөслимов Ф. А. (Яңы Мөслим)
Мостаева Г. Ф. (Оло Ҡыҙылбай)
Мофазалова М. Х. (Яңы Мөслим)
Мөхәмәтдинова С. В. (Яңы Мөслим)
Мөхәмәтова Б. М. (Әбдрәхим)
Мөхәмәтова Г. М. (Һабанаҡ)
Мөхәмәтова Т. М. (Ишәле)
Мөхәмәтшина С. Х. (Тимерәк)
Мөхәмәтшина С. Х. (Көршәле)
Мөхәмәтйәнова М. К. (Айып)
Мөхәрмәтова У. С. (Ишәле)
Мөхәрәмова Р. Ф. (Йонос)
Нәжметдинова З. Ф. (Октябрьск)
Назаренко А. Д. (Оло Ыҡтамаҡ)
Нафиҡова Т. И. (Ҡотош)
Ниғмәтуллина С. А. (Ғүмәр)
Ниғмәтуллина Н. Х. (Йонос)
Новоселова Е. В. (Оло Ыҡтамаҡ)
Ноғманов А. И. (Тәкә)
Нурҡаева Ф. Х. (Абдулла)
Нуруллин Б. К. (Әләгәҙ)
Нуриева М. А. (Оло Ыҡтамаҡ)
Нуриева Н. К. (Яңы Яуыш)
Нуриева С. К. (Теләш)
Нухова Р. Б. (Һабанаҡ)
Поезжаева А. А. (Оло Ыҡтамаҡ)
Попов В. В. (Оло Ыҡтамаҡ)
Рәхимова Г. С. (Тайыш)
Редькина Е. Д. (Түбәнге Бобин)
Риянова Х. Р. (Аҙанғол)
Сабирйәнова М. Х. (Әжекәй)
Сәғетдинов Ш. Ф. (Абдулла)
Сәғетдинова В. К. (Абдулла)
Садрыев Г. Ф. (Дыуан-Мәсетле)
Садрыева Н. Г. (Дыуан-Мәсетле)
Сәрүәрова Г. К. (Борғатья)
Сафина М. Г. (Оло Ыҡтамаҡ)
Сәфиуллина Г. К. (Оло Ыҡтамаҡ)
Сәхәүетдинова Ф. Х. (Ләмәҙтамаҡ)
Сибәғәтуллина Ю. М. (Октябрьск)
Сөнәғәтов Т. Г. (Оло Ыҡтамаҡ)
Тәхәүетдинов Р. Г. (Ҡорғат)
Топычканова Е. И. (Оло Ыҡтамаҡ)
Уйылданова К. Г. (Тәкә)
Ушакова Е. М. (Ключевой)
Фәритова Ф. Г. (Оло Аҡа)
Фәрхетдинова Ф. Г. (Яңы Мишәр)
Фәхретдинова С. В. (Оло Ыҡтамаҡ)
Хәбибуллин А. Н. (Оло Ыҡтамаҡ)
Һаҙыева К. В. (Яңы Мөслим)
Һаҙыева С. Ю. (Оло Ыҡтамаҡ)
Хәбибуллина В. Ф. (Оло Ыҡтамаҡ)
Хәйбуллина А. Г. (Ләмәҙтамаҡ)
Хәйруллин В. К. (Яңы Мөслим)
Хәйруллина М. К. (Яңы Мөслим)
Хәлилов В. Н. (Степной)
Хәлимова Г. М. (Мәләкәҫ)
Хәмзина Р. С. (Юлай)
Хизбуллин Ф. Х. (Ҡорғат)
Хисамова Ф. Б. (Һабанаҡ)
Хөрмәтуллин Р. З. (Тимербай)
Хөрмәтуллина Ш. Н. (Тимербай)
Хөсәйенова Ф. К. (Оло Ҡыҙылбай)
Хөснөтдинов Н. Г. (Яңы Мөслим)
Чулкова П. М. (Оло Ыҡтамаҡ)
Чусов М. П. (Оло Ыҡтамаҡ)
Шәйҙуллина У. В. (Оло Ыҡтамаҡ)
Шакиров М. Х. (Һөләймән)
Шакирова С. Г. (Йонос)
Шәмсиева Ф. А. (Әләгәҙ)
Шәмсетдинова А. Л. (Һөләймән)
Шафиҡова С. Р. (Дыуан-Мәсетле)
Швалева Г. Г. (Оло Ыҡтамаҡ)
Йосопов В. Г. (Ләмәҙтамаҡ)
Йосопов С. Г. (Һөләймән)
Ямалетдинова Т. Ш. (Һабанаҡ)
Йәнәхмәтова К. Н. (Мәләкәҫ)
Йәнәхмәтова Х. З. (Октябрьск)
Яхина Х. (Абдулла).