Бөтә яңылыҡтар

Мәңгелек хәтер

Фашистарға ҡаршы йәнен-тәнен аямай ҡаршы һуғышҡан совет һалдаттарының батырлығына бағышлап Мәсетле районында 18 һәйкәл, 10 обелиск һәм 33 стела ҡуйылған.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итер алдынан районда тағы ла бер обелискының барлыҡҡа килеүе ҡыуаныслы: Ҡаранай ауылында Мәүжиҙә Аллаярованың тәҡдиме менән яңы обелиск ҡалҡып сыҡты.
“Һуғыштың тәүге көндәренән үк ир-егеттәрҙе һуғышҡа оҙатыуҙар башланған. Беҙҙең Ҡаранай ауылынан да 60 ир-егет аяуһыҙ һуғышта ҡатнаша. Шуларҙың 36-һы тыуған ил өсөн барған ҡаты алыштарҙа һәләк була, хәбәрһеҙ юғала, ә инде 24-е ауыр яралар алып, ҡайһы – ҡулһыҙ, ҡай-һы – аяҡһыҙ, әммә Бөйөк Еңеү яулап тыу-ған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Күпме генә йылдар үтһә лә, беҙ һәм киләсәк быуын һуғыш ветерандарын онотмаҫҡа, ғорурланып иҫкә алырға тейешбеҙ. Сөнки улар үҙ ғүмерҙәрен аямай, беҙҙең яҡты, матур киләсәгебеҙ өсөн көрәшкәндәр, тыуған илебеҙҙе фашистарға бирмәгәндәр, һаҡлап ҡала алғандар.
Мин үҙем дә Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының ҡыҙы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Шулай булғас, тыуған ауылымда ветерандар иҫтәлегенә обелиск астырыу өсөн бар тырышлығымды һалыр-ға тейешмен, тип уйлап йөрөнөм. Беҙ, һуғыш ветерандарының балалары, ейәндәре тырышмаһаҡ, кем эшләр был эште? Бына бөгөн ошо изге хыялым тормошҡа ашты. Ауылдаштарыма ниәтемде әйткәс, дәррәү күтәреп алдылар, рәхмәт инде улар-ға. Тиҙ арала, миңә ышаныс белдереп, тейешле аҡса йыя алдыҡ. Ауылдың ир-егеттәре лә ҙур ярҙам күрһәтте. Урынын таҙарттылар, ҙур-ҙур плиталарҙы техника ярҙамында һөйрәп алып килеп урынлаштырҙылар. Ул арала обелискының сүкеп яһалған ҡоймаһы ла әҙер булды. Уны, иретеп йәбештереп, урынлаштырып та ҡуй-ҙыҡ, буяттыҡ. Өс мәрмәр плитаға исем-фамилиялар яҙырға заказ бирелде. Бына, ниһайәт, улары ла әҙер булды. Бик тул-ҡынландырғыс мәл ине ул минең өсөн. Тормош иптәшем менән плиталарҙы машинаға тейәп алдыҡ, әкрен генә ҡайтып киләбеҙ, үҙем ошо плиталарға исем-фамилиялары яҙылған яугирҙар менән күҙ йәштәре аша һөйләшәм. Бына ҡәҙерле ауылдаштарым, ҡайтаһығыҙ тыуған яҡтарығыҙға, ауылыбыҙға. Һеҙ хәбәрһеҙ юғал-һағыҙ ҙа, яуҙан ҡайта алмаһағыҙ ҙа, һеҙҙең исемдәр мәрмәр ташҡа яҙылып, ауыл уртаһында мәңгелек тере хәтер булып торасаҡ! Юҡ-юҡ, берегеҙ ҙә, бер кем дә онотолмаған! Бына 75 йылдан һуң ҡайттығыҙ, ҡәҙерле ауылдаштарым!” – тип яҙа Мәүжиҙә апай.