Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ атайыбыҙ менән ғорурланабыҙ

“Һәр ҡала һәм ауылда “Үлем-һеҙ полк” акцияһы үтә, фронтовиктарҙың исемдәре Хәтер кенәгәһенә индерелә. Мин дә атайымдың яҡты иҫтәлеге алдында үҙ бурысымды үтәргә һәм уның тормош тарихы, уның Бөйөк Еңеүгә нисек итеп үҙ өлөшөн индереүе менән уртаҡлашырға булдым, – тип башлана Иҫке Мишәр ауылынан Гөлнәзирә Имамованың хаты.

Уның нисек һуғышҡаны, нисек окоптарҙа өшөгәне, нисек яуға барғаны һәм аслыҡҡа түҙгәне тураһында минең ни тиклем аҙ белеүемде аңлауы шул тиклем үкенесле булды. Мәктәптәргә саҡырһалар ҙа, балалар алдында сығыш яһаһа ла, атайым ул хаҡта һөйләргә яратманы. Ә мин, уның үҙ ҡыҙы, өҙөк-өҙөк кенә беләм, улары ла йылдар үтеү менән онотолоп бара.
Атайым Ғәлиулла Хәсән улы Әхмәтйәнов – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы – 1926 йылдың 13 мартында Иҫке Мишәр ауылында тыуған. Еребеҙгә дошман бәреп ингәндә, уға 15 йәш була. Күп тиҫтерҙәре кеүек, уның да колхозда эшләп йөрөгән сағы. Үҫмерҙәр фронтҡа атлыға, яуыз дошманды туҡмағылары килә, һуғыш бөтөр ҙә, фашис- тарҙы тар-мар итеүҙә ҡатнаша алмай ҡалырбыҙ, тип уйлайҙар. Ләкин һуғыш оҙаҡ бара. Улар ҙа өлгөрә...
Атайым һуғышҡа 1943 йылдың октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле РВК-һы тарафынан алына һәм 1943 йылдың октябрендә уны фронтҡа ебәрәләр. Уға әле 18 йәш тә булмай.
Ул Беренсе Белорус фронтында 365-се уҡсылар полкы составында Николай Ватутин (1943 йылдың декабренән 1944 йылдың мартына тиклем), Георгий Жуков (1944 йылдың мартынан 1945 йылдың майына ҡәҙәр) командалығында ПП 83208-се хәрби часта һуғыша.
Атайым бик күп һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнаша. Шулай итеп, 1944 йылдың июленә ул ефрейтор булып китә. Башта уҡсы булып мотоуҡсылар взводында, ә һуңынан инде снайпер ҙа булып хеҙмәт итә. Ул ҡиммәтле яугир була: башҡорт егете ҙур дистанцияла, аяғүрә тороп, тубыҡтан, ятып та берҙәй яҡшы ата.
1944 йыл һуңында ул венгр парламентын баҫып алыуҙа, 1945 йыл февралендә Будапештты азат итеүҙә, 1945 йылдың апрелендә Венаны алыуҙа ҡатнаша. Артабан башҡа яуҙар ҙа, сигенеүҙәр, яраланыуҙар була. Ләкин Беренсе Белорус фронты ғәскәрҙәре бирелмәй, улар менән атайым Рейхстаг бинаһын баҫып алып Берлиндың үҙенә ҡәҙәр барып етә. Оҙаҡ көткән Еңеү көнөн шунда ҡаршылай.
Унан һуң Берлин тирәһендә үткән Потсдам конференцияһында ҡатнашыусыларҙың береһе була. Конференция бөйөк державалар араһындағы хеҙмәттәшлек өсөн башланғыс һала һәм һуғыштан һуңғы тыныслыҡ, граждандар хәүефһеҙлеге өсөн гарантия менән фашизмды еңеүҙе раҫлай.
СССР-ҙың еңеүенән һәм Бөйөк Ватан һуғышында гитлерсыларға ҡаршы коалициянан һуң Германияла совет оккупация ғәскәрҙәр төркөмө булдырыла, унда Беренсе Белорус фронты ғәскәрҙәре лә инә. Атайым унда 1950 йылдың октябренә ҡәҙәр хеҙмәт итә. Теүәл ете йыл ул Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә һәм Тыуған илебеҙҙе һаҡлай.
Күрһәткән батырлығы, ныҡлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Ғәлиулла Әхмәтйәнов ордендар һәм миҙалдар менән наградлана. Ләкин II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн” һәм “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары уға айырыуса ҡәҙерле ине.
1985 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығында, уға II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены бирҙеләр. Был награда менән һуғыш яланында шәхси батырлыҡ өсөн бүләкләгәндәрен айырып әйтеп үтке килә.
Уның исеме, “Халыҡ хәтере” булараҡ, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Үҙәк архивы материалдары буйынса төҙөлгән Бөйөк Ватан һуғышы документтары банкына индерелгән.
Атайым Ғәлиулла Хәсән улы Әхмәтйәновтың һуғыш юлы тураһында белгәндәрем ошолар. Әлбиттә, ул күпкә ҡатмарлыраҡ, ауырыраҡ була, ҡаһарманлыҡ һәм ихтыяр көсө талап итә. Ләкин ул быуын кешеләре үҙҙәрен геройҙар тип түгел, ә ябай һалдаттар тип иҫәпләй.
Ул өйгә, Иҫке Мишәр ауылына, тик 1950 йылда ғына ҡайта Һуғыштан һуң, күптәрҙеке кеүек үк эш көндәре башлана. Бында ул үҙенең буласаҡ ҡатынын-һылыуҡайҙы осрата, өй һала, ун бер бала тәрбиәләй, уларға белем алырға ярҙам итә. “БАССР-ҙың 50 йыллығы” колхозында келәт мөдире булып эшләй. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән наградлана.
Атайым күптән юҡ инде – һуғыш уғата ла ныҡ һаулығын алған. Беҙ, уның балалары, ейәндәре һәм бүләләре, ә беҙ аҙ түгел: 11 бала, 22 ейән, 19 бүлә, атайыбыҙ, олатайыбыҙ һәм ҡарт олатайыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм Еңеү өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Һәр ғаиләлә Тыуған илебеҙҙе фашизмдан һаҡлаған ветерандарҙың ҡаһарманлығы тураһында иҫтәлек һаҡларға кәрәк – был беҙҙең улар алдындағы изге бурысыбыҙ.
Беҙҙең ғаилә миллиондарса кешеләрҙең героик батырлығы, фашизмды Еңеү иҫтәлегенә һәр ваҡыт “Үлемһеҙ полк” йөрөшөндә ҡатнашасаҡ. Беҙҙең тормош позицияһы – фашизмға ҡабатланырға яҙмаған! Рәсәй бер ҡасан да сит ил баҫҡынсыларына буйһонмаясаҡ! Быға миҫал – Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының үлемһеҙ батырлығы!
Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғышҡан һәм һәләк булғандарҙың барыһына ла баш эйәбеҙ.
Хәтерләйбеҙ, ололайбыҙ, ғорурланабыҙ!
Ышанабыҙ, күп йылдар үткәс тә,
Мәңге онотмаясаҡ һис кем
Майҙа Һеҙ яуланған Еңеүҙе!”