Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Атай-әсәйемдең яҙмышы

Минең инәйем Вазифа Шәрәфетдин ҡыҙы Мөхәмәтйәнова 1926 йылдың 19 июлендә Бурансы ауылында донъяға килә.

Бөйөк Ватан һуғышы башлан-ғанда үҫмер ҡыҙға 15 йәш кенә була. Бына ошондай йәш ҡыҙ-ҙарҙың, малайҙарҙың, ҡатын-ҡыҙҙың иңенә төшә лә инде бөтөн ауырлыҡ. Яланда игендең сүбен утау, ашлыҡты ҡул менән көлтәләү, һуңынан, кипкәс, ашлығын һуғып алыу, мал ҡарау кеүек эштәр башҡарыу ғына етмәй, күрше Свердловск өлкәһендәге Әртә ҡасабаһы янында урынлашҡан артелгә торф киҫергә эшкә ебәрәләр. Инәйем унда нисек интегеп эшләгәндәрен күҙ йәштәре аша иҫкә ала ине:
– Һаҙлыҡлы урындан бер кешегә 10х10 метр ҙурлыҡта ер бүлеп бирәләр, шунан беҙ торфты, кирбесләп киҫеп, өйөп барабыҙ. Киҫә-киҫә соҡор тәрәнәйә бара, киҫкән торфты өҫкә сығарып өйөп барабыҙ. Тәрәнерәк төшкән һайын эш ауырлаша, берҙән ботто ҡаплағансы һалҡын һаҙ һыуында эшләйһең, киҫкән кирбес-торфты юғарыға, ҡороға, ташыйһың, иң үҙәккә үткәне – ләпәкәй себендәрҙең бер ереңде ҡалдырмай тешләүе, – тип һөйләй ине инәйем.
Норманы арттырып эшләгәндәргә ашарға паекты күберәк биргәндәр. Инәйем: “Көнөнә өсәр норма үтәй торғайным”, – тип һөйләр ине.
Әртәгә торф киҫеү эшенә йәй һайын өс йыл рәттән йөрөгәндәр. Беҙҙең яҡтан эшкә йөрөүсе башҡа ҡатындар ҙа бул-ған, инәйем һөйләүе буйынса, уның менән бергә Ғүмәр ауылынан Мәҙкүрә апай Хәсәнова хеҙмәт иткән.
Һуғыштан һуң инәйем Бурансы ауылында сусҡасылыҡ фермаһында эшләгән. 1955 йылда Ҡаранай ауылы егете – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәйретдин Мөхәмәтдин улы Мөхәмәтйәновҡа кейәүгә сыға. Атайыбыҙ 1942 йылдың 5 майында һуғышҡа алынған һәм 52-се запастағы уҡсылар полкына тәғәйенләнгән. 1942 йылдың июль айынан 212-се полкта фашистарға ҡаршы аяуһыҙ һуғыштарҙа ҡатнашҡан. 1943 йылдың июлендә ҡаты яраланып, Мәскәү ҡалаһындағы бер госпиталдә дауалана. Һауыҡҡас, МВД эске ғәскәрҙәренең 541-се полкында хеҙмәтен дауам итә һәм фашистарға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1946 йылдың октябрь айында ғына тыуған ауылына ҡайтып төшә. Тыуған ерендә ул балта оҫтаһы һәм тимерсе булып эшләй. Инәйемде һәм һигеҙ балаһын етем итеп, балаларының үҫеп еткәнен дә күрмәй, 48 йәшендә генә ғүмере өҙөлә: 1967 йылдың ноябрендә, һуғышта алған яралары ныҡлап төҙәлмәү сәбәпле Өфөгә автобуста госпиталгә китеп барғанда, юл фажиғәһенә эләгә һәм атайыбыҙ мәрхүм булып ҡала.
Инәйем бер үҙе һигеҙ баланы бына тигән итеп тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра. Бик ныҡ уңған, тырыш, ҡул эштәренә оҫта ине инәйебеҙ Вазифа Шәрәфетдин ҡыҙы.
Иртән торһам, усағында – уты,
Кисен ҡайтһам, көйрәй күмере.
Исеме лә уның Вазифа шул,
Һәм вазифа – бөтә ғүмере.
Мәүжиҙә АЛЛАЯРОВА,
Дыуан-Мәсетле ауылы.