Бөтә яңылыҡтар

Һауа разведкаһы геройы

Беҙҙең ил өсөн Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү датаһы айырым мәғәнәгә эйә. Ул – беҙҙең тарих, беҙҙең әрнеү. Илебеҙҙең барлыҡ киләһе быуындарының төп бурысы – уның хаҡындағы хәтирәне һаҡлап ҡалыу.Ошо иҫтәлекле дата алдынан Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Нәғим Яҡупов үҙенең атаһы – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Яҡупов Баҡый Шабан улы тураһында һөйләй.

“Минең атайым 1921 йылдың 15 июнендә Мәсетле районының Тайыш ауылында тыуған. 1941 йылда Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен тамамлаған. Хәрби осоусы булыу хыялы менән әле мәктәптә уҡыған ваҡытында уҡ ул хәрби осош училищеһына документтарын әҙерләй.
1941 йылдың 21 июнендә гитлерсы Германия, һуғыш иғлан итеп тормаҫтан, беҙҙең илгә һөжүм башлай. Хәрби комиссариат атайымды Стәрлетамаҡ аэроклубына ебәрә, унда тиҙләтелгән программа буйынса фронт өсөн осоусылар әҙерләгән булалар. 1942 йылда ул аэроклубты уңышлы тамамлай. ПО-2 самолетында үҙ аллы осҡанында уға 21 йәш була. Ул яҡшы уҡыған, һаулығы ныҡ булған, шуға күрә осоу мәктәбен тамамлағандан һуң уны Белоруссиянан Дәүләкән ҡалаһына эвакуацияланған Гомель хәрби разведчиктар авиация училищеһына ебәрәләр.
1943 йылда уҡыуын тамамлағандан һуң, Мәскәүгә, һауа разведкаһы штабына ебәрелә. Уның һуғыш юлы Курск-Орлов операцияһында ҡатнашыуҙан башлана.
Ул полковник Г. К. Пруссаков етәкселегендәге айырым серле взвод составында һуғыша. Хеҙмәтен өлкән сержант званиеһында башлай, бында капитандар, подполковниктар була. Атайымдың хәтирәләре буйынса, ундай айырым взводтар һуғыш ваҡытында икәү иҫәпләнә.
Махсус заданиелар буйынса ул фронттан Мәскәүгә, һауа разведкаһы штабына барып йөрөй. Уға разведка мәғлүмәттәрен армия һәм фронт частарына серле рәүештә, һаҡ аҫтында еткерергә тура килә. Фронттан шулай уҡ 16-сы һауа армияһының совет самолеттары-разведчиктарында ҡуйылған һәр төрлө фотоаппараттар һәм камералар төшөргән аэрофотоһүрәттәрҙе дешифровкалау буйынса үтә лә яуаплы вазифаға тәғәйенләнеүе менән бәйле, трофеялы немец авиация фотоаппаратын һәм камераһын ашығыс рәүештә үҙләштереү мәсьәләһе буйынса Свердловск (хәҙерге Екатеринбург) ҡалаһына килеп йөрөй.
Аэрофотосъемкалар һөҙөмтәләрен файҙаланыу дешифровкалаусыларҙың грамоталылығына бәйле була.
Разведка мәғлүмәттәрен килтереү менән, ул ике тапҡыр Г. К. Жуковҡа ебәрелә һәм уның тарафынан ҡабул ителә.
Атайым Беренсе Белорус фронты составында Белоруссияны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Берлинға барып етә. Рейхстаг стенаһына “Якупов Б. Ш. с Урала” тип үҙ фамилияһын яҙа.
Һуғыш тамамланғандан һуң, 1945 йылдың йәй башында лейтенант званиеһында ҡайтып төшә. 6-сы кластан уҡ дуҫлашып йөрөгән Мофазалова Мәнзүмә Мофазал ҡыҙына өйләнә. Күрше Мишәр ауылында сентябрҙә уҡытыусы булып эш башлай. Ләкин 1945 йылдың көҙөндә артабан хәрби хеҙмәт үтеү өсөн бойороҡ ала һәм Берлин ҡалаһына ебәрелә, унда ул 30 йыл буйы серҙе асмаҫҡа ант бирә.
1947 йылдың мартында өлкән лейтенант званиеһында демобилизациялана. Ордендар һәм миҙалдар менән наградлана.
Һуғыштан һуң Теләш (1947 – 1949), Тайыш (1950 – 1957) мәктәптәрендә уҡытыусы, Әбдрәхим ауыл Советы рәйесе (1958), КПСС-тың Мәсетле (1958-1959) район комитеты инструкторы булып эшләй. Эшенән айырылмайынса Мәсәғүт уҡытыусылар институтында уҡый. 1959-ҙан 1981 йылға тиклем Тайыш мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
Ҡатыны менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Атайым 2004 йылда донъя ҡуйҙы”.