Бөтә яңылыҡтар

Геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алайыҡ

9 май алдынан Йәштәр үҙәге тарафынан “Беҙҙең еңеү – минең тарих” патриотик онлайн-акцияһы башлап ебәрелде.

Мәсетле районында йәшәүселәргә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғандары һәм таныштарының батырлыҡтары тураһында иҫкә төшөрөп, #БессмертныйПолкМечетлинскийрайон #МЫПОМНИМ #Бессмертныйполк #БессмертныйПолкДома #МойПолкДома #БессмертныйПолк2020 #Победа75 #ЛицаПобеды #ГодПамятиСлавы хештегтарын ҡулланып, улар тураһында социаль селтәрҙәрҙә һөйләргә тәҡдим ителә.
Унда ҡатнашыу өсөн “Бәйләнеш”тәге төркөмгә йәки fkbz_223311 @mail.ru почтаһына хат темаһында, “Бессмертный полк” тип яҙып, һалдат фотографияһын һәм уның тураһында билдәле булған бөтә мәғлүмәттәрҙе (фамилияһы, исем-шәрифтәрен, званиелары, наградалары, хеҙмәт урыны, йәшәү йылдары һәм башҡалар) ебәрергә.
Ҡушылығыҙ! Геройҙар тураһындағы иҫтәлекте мәңгелек итеп ҡалдырыу беҙҙең ҡулыбыҙҙан килә!