Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға бына инде 75 йыл үтте, ләкин уның ауазы кешеләр күңелендә әле һаман тынмай. Яңы быуындар үҫте. Әммә һәләк булғандар һәм һуғышты үткәргәндәр алдындағы намыҫ һәм бурыс күп милләтле дәүләтебеҙ йылъяҙмаһының был героик-фажиғәле битен беҙгә оноторға юл ҡуймаҫҡа тейеш. Ул яңынан ҡабатланмаһын өсөн беҙҙең был һуғыштың ҡот осҡос хәлдәрен, хәҙер беҙ йәшәһен өсөн һәләк булған ул һалдаттарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең. Фронт өсөн, Еңеү өсөн эшләгәндәрҙе оноторға тейеш түгелбеҙ.
Халҡыбыҙҙың һуғыш йылдарындағы героик батырлығы тураһында уҡып, мин иң беренсе өләсәйем – Храмцова Клавдия Яковлевнаны (1910 йылғы) иҫемә төшөрәм. Бөтә таныштар һәм туғандар уны Глаша тип йөрөттө.
Беҙгә, уның ейәнсәрҙәренә, һөйләгән хәтирәләрҙең күбеһе хәтерҙән юйыла. Ләкин минең гәзит биттәрендә булһа ла тейешенсә иҫкә алғым һәм өләсәйем һәм аяуһыҙ һуғыш йылдарындағы бөтөн ауырлыҡ иңдәренә ятҡан миллиондарса тиҫтерҙәренә оло хөрмәт менән баш эйгем килә.
Олатайыбыҙ Закомлистов Павел Иванович (1912 йыл-ғы) Мәсетле районының Борғатъя ауылыныҡы. 1942 йылда Сталинград һуғышында һәләк булған. Һуғыш-ҡа тиклем ул Борғатъя ауылында тирмәнсе булып эшләгән, күрәһең, сөнки уны фронтҡа алғас, өләсәйебеҙ тирмәнсе булып китә. Ул бөтә һуғыш йылдары дауамында ауыр ирҙәр хеҙмәте башҡарып, ашлыҡ тоҡтары ташып, тирмәндә эшләй. Ауыр хеҙмәт һөҙөмтәһендә инвалид булып ҡала: муйын һөйәге ҡушылып үҫә.
Өләсәйебеҙ ике ҡыҙын: әсәйебеҙ Антонина (1931 йылғы) һәм Валентинаны (1937 йылғы) бер үҙе тәрбиәләй. Уртансыһы – улы Толя өс йәшендә скарлатинанан үлә.
Өләсәйем ул йылдарҙы йыш иҫенә төшөрмәне, еңел булмаған ул йылдарҙа күптәр шулай йәшәне, тип иҫәпләй ине, ахыры. Ләкин беҙҙең менән уртаҡлашҡандары ғына ла үҙәктәргә үтеп тетрәндерә.
Яугирҙарҙы туйҙырырға кәрәк була. Бар иген фронтҡа ебәрелә. Йәй көнө йән аҫрарға була әле. Алабута ашайҙар, имән сәтләүеген тирмәндә тарттырып йәймә бешерәләр, еләк, бәшмәк йыялар. Ләкин ҡышҡы һалҡындар етә, һәм ауылға аслыҡ килә.
Бигерәк тә күп балалы ғаиләләр интегә. Өләсәйем ҡарға күмелгән ауыл буйлап барғанда ҡайһы бер өйҙәрҙә күптән мейес яғылмауын, ут янмауын һәм өйгә ингән дә, сыҡҡан да эҙҙәр булмауын күреүен иҫенә төшөрә ине. Ауыл кешеләре аслыҡтан шешенеп хатта йөрөй ҙә алмай. Өләсәйем көрпә менән һөттән боламыҡ яһай торған була. Ауылда бер үҙе генә тиерлек һыйыр тота. Хәлһеҙләнгән, астан үлеп барған кешеләргә ул берәр ҡалаҡ боламыҡ ҡаптыра. Күберәк ярамай, аслыҡтан йөҙәгән организм аҙыҡты эшкәртә алмаҫ ине. Бар халыҡ ас була.
Борғатъя тирмәненә күрше рус ауылдары Яраҫтау, Вознесенканан хәлле колхозсылар ашлыҡ тарттырырға килә. Улар ҡайтып киткәс тә, өләсәйем, механизмда саҡ ҡына ҡойолоп ҡалған он сәтләүектәр менән ҡатышһын өсөн ауыл кешеләре йыйған имән сәтләүектәрен тартырға тотона.
Бәлки ул ауыр һуғыш йылдарын һәм бер нисә борғатъя ғаиләһен ҡотҡарып ҡалған өләсәйемдең “шым батырлығын” әле хәтерләгән иҫән кешеләр барҙыр.
Ләкин иң яҡын туғандары ла аслыҡтан хәлһеҙләнә. Һуғыштың иң ныҡ аслыҡ йылында Оло Ыҡтамаҡтан ағаһының ҡатыны Юля апай аслыҡтан шешенгән улы Витяны санала һөйрәп алып килә. Уларҙың ғаиләһендә һигеҙ бала була. Өләсәйем уны аяҡҡа баҫтыра. Ул һуғыш бөткәнсе ауылда, өләсәйем ғаиләһендә йәшәй. Ғүмеренең ахырынаса ул өләсәйебеҙ Глашаны әсәй, тип йөрөтә. Ҡыҙы Валя Борғатъя мәктәбенә уҡыр-ға бара. Ике ҡыҙы ла ғүмер буйына баш-ҡорт телендә бик яҡшы аңлаша ине.
Эш буйынса мин 1993 йылда Борғатъяға барҙым һәм тирмән торған урынды күрҙем. Бындағы кешеләр менән һөйләшеп киттек. Өләсәйемдең һуғыш йылдарында бында тирмәнсе булыуын һөйләнем. Оло йәштәге бер ҡатын башҡортса-русса бутай-бутай, илап килеп мине ҡосаҡлап алды. Ул минең өләсәйемде иҫләй ине. Аңлауымса, уның ғаиләһен өләсәйем үлемдән ҡотҡарған. Тағы ла бер нисә өлкән ҡатын килеп етте. Улар барыһы ла ниҙер һөйләп, мине ҡосаҡлап иланы. Ауылдан мин илауҙан шешенеп, әммә өләсәйем өсөн ғорурланып ҡайтып киттем.
Ғүмере буйына өләсәйем кешеләргә ярҙам итте. Ул имсе булды. Сырхыуат шешен, боғаҡ сирен дауаланы, йылан саҡҡан кешене ҡотҡара ала ине. Был оҫталыҡ уға бик көслө табип булған һәм бик күп сирҙәрҙән дауалаған ҡарт өләсәйем Анна Фоминичнанан ҡалған. Ул хатта яраларҙан аҡҡан ҡанды ла туҡтата алған. Өләсәйем күп нәмәгә өйрәнә алмай ҡалдым тип гел көйә торғайны. Беренсенән, дәүләт гел имселәрҙе һәм үлән белгестәрен эҙәрлекләне, һәм был оҫталыҡ ныҡлы йәшерелде. Икенсенән, өләсәйем һәр ваҡыт тыуған йортонан йыраҡ йәшәй һәм туғандары менән һирәк күрешә. Ул тимер тәгәрмәсле “Фордзон” тракторында эшләргә тура килде, тип иҫенә төшөрә торған ине. 20 – 30-сы йылдарҙа ул ауыл өсөн күрелмәгән техника була. Йәш ҡыҙҙарҙы тракторсы булырға өйрәтәләр. Һуңынан уға оҙаҡ ҡына һауынсы булып эшләргә тура килә.
Инвалидлыҡ арҡаһында өләсәйем иртә пенсияға сыға. Ул беҙҙе, өс ейәнсәрен – оло ҡыҙы Антонинаның ҡыҙҙарын тәрбиәләне. Әсәйебеҙ ҡаты ауырыны, түшәктә ятты тиерлек. Унда ла һуғыштан һуңғы урман әҙерләүҙә һәм торф эшкәртеүҙәге ауыр эштәрҙең эҙемтәһе сағылды. Йәштәрҙе хеҙмәт бригадаларына эшкә алып китәләр. Ас-яланғас булалар. Әсәйем аяҡтарының итектәренә йәбешеп туңғанын иҫенә төшөрә торғайны.
Өләсәйем беҙҙе ҡарауҙы тулыһынса үҙ өҫтөнә алды. Беҙҙе ашатып, өҫтөбөҙҙө йыуыу ғына түгел, бына тигән итеп тегенә һәм бәйләй ҙә белә ине.
Ҡалалағы туғандарыбыҙ ебәргән әйберҙәрҙе өләсәйем беҙгә яраҡлы итеп тегеп биргән кейемдәрҙә фырт йөрөй торғайныҡ.
Глаша өләсәйебеҙ 1985 йылда 75-се йәшендә донъя ҡуйҙы. Эстонияның Силламяэ ҡалаһында ерләнде. Яҙмыш ҡушыуынса, беҙгә, уның ейәнсәрҙәренә 80-се йылдарҙа Эстонияла йәшәргә тура килде. Өләсәйебеҙ өлкән йәшендә беҙгә күсеп килде. Беҙ ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, уның гел беҙҙең эргәлә бул-ғыһы килде.
Оло ейәнсәре Ольга менән ейәнсәре Надежда (Валентинаның ҡыҙы) әле һаман Силламяэ ҡалаһында йәшәйҙәр һәм өләсәйебеҙҙең ҡәберен тәрбиәләп тоталар.
Беҙҙе әҙәпле, эшһөйәр кешеләр итеп тәрбиәләгәне өсөн өләсәйебеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Үҙенең бөтөн ғүмерен беҙгә бағышланы.
Һуғыш йылдарында ҡатын-ҡыҙҙар-ҙың хеҙмәте Тыуған илебеҙ тарихының героик йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уның әхирәт ауылдаштарының барыһының да тол булыуын үҙебеҙ күрҙек, һуғыштан һуң да кейәүгә сыҡманылар, балаларын яңғыҙҙары аяҡҡа баҫтырҙы. Икһеҙ-сикһеҙ хеҙмәт улар өлөшөнә төшкән.
Илебеҙ өсөн ғәйәт ҙур байрам алдынан өләсәйебеҙгә, уның тиңдәштәренә һәм ошо тыныс тормошто һаҡлап алып ҡалғандарҙың барыһына ла түбәнселек менән баш эйге килә!
Борғатъя ауылы халҡына ҙур үтенес! Бәлки кемдер өләсәйебеҙҙе һәм уның балаларын хәтерләйҙер әле. Тауыш биреүегеҙҙе үтенәм.