Бөтә яңылыҡтар

Һеҙҙең ҡаһарманлыҡҡа һоҡланам

Ҡартатайымдың Бөйөк Ватан һуғышына тиклем төшкән фотоһына ҡараған һайын күҙгә йәштәр эркелә.

Был фоторәсемдән миңә мөләйем йөҙлө, сибәр егет ҡараған. Уның ҡарашында ни тиклем рухи көс тупланған, бөтә төҫ-ҡиәфәтенән үҙ-үҙенә ышаныс, батырлыҡ, яғымлылыҡ бөркөлә. Уларҙың быуынына хас бул-ған сифаттар был. Шуныһы үкенесле: күптәренең йәш ғүмерҙәре һуғыш яланында өҙөлә. Беҙҙең тыныс тормошобоҙ, киләсәгебеҙ, Тыуған ил азатлығы өсөн батырҙарса һәләк булғандар иҫтәлегенә бағышлайым был мәҡәләмде.
Ҡартатайым Яҡупов Дәүләтбай Мәүлет улы Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында 1912 йылда тыуған. Олатайым Яҡупов Йыһанур Дәүләтбай улы: “Һуғыш бөтөргә бер нисә көн генә ҡалғас, атайым Германияла вафат булып ҡалған, әммә ерләнгән урыны билдәһеҙ”, – тип һөйләй ине. Күп йылдар ҡартатайым тураһында беҙ ата-әсәйем менән ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт табырға тырыштыҡ. Күптән түгел Башҡортостан эҙәрмәндәре ярҙамында был маҡсатҡа ирештек.
Табылған документтарға ярашлы, гвардия өлкән сержанты Яҡупов Дәүләт данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ҡылыслылар һәм танкыға ҡаршы ҡорал бүлектәре командиры булып хеҙмәт иткән. 1945 йылдың ғинуар айында Польшаның Томашев ҡалаһы һәм Янкув-Пшигодки ауылы өсөн алышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 3-сө дәрәжә Дан ордены менән наградланған. Ул был хәрби операцияларҙа фашистарҙың ике дзотын тар-мар итеүгә һәм төҙөк бронетранспортерҙарын тартып алыуға өлгәшә. Быға тиклем Украинаның Волынск өлкәһендәге Овадно станцияһы эргәһендә тимер юлы күперен дошман гарнизонынан азат итеп, беҙҙең һалдаттарға юл асҡан өсөн ҡарт олатайыма “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы тапшырылған. Фронтта күр-һәткән батырлыҡтары өсөн ул 1945 йылдың 27 февралендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән дә бүләкләнгән.
Олатайым һөйләгәнсә, уның атаһы йәштән үк ныҡышмал холоҡло, ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫ көслө ир-азамат бул-ған, кешеләргә һәр ваҡыт изгелек эшләргә, тыуған ере өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер тор-ған. Ғәҙеллек, тигеҙлек, азатлыҡ кеүек оло идеалдар менән янып йәшәгән. Шуға ла фронтта беренсе көндәренән алып үҙен аямай атакаға беренселәр-ҙән булып күтәрелеүенә, ауыр хәрби операцияларҙа ҡатнашыуына, яраланыуҙарына ғәжәпләнерлек түгел. Ҡыҙғаныс-ҡа ҡаршы, ҡарт олатайым һуғыш бөттө генә тигәндә, 1945 йылдың 23 апрелендә, Берлин эргәһендәге стратегик әһәмиәткә эйә булған Креммен ҡалаһы өсөн барған алышта һәләк була һәм был ҡала эргәһендә ерләнә. Уның батырлығы, уның рухы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡлана һәм уның рухи ҡиммәттәренә, гуманистик идеалдарына, әхлаҡи принциптарына тоғро булып ҡалырға, ауырлыҡтарға, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә көс бирә.
Мәҡәләмде ҡыҙыҡлы бер мәғлүмәт менән тамамлағым килә. Билдәле яҙыусы Али Карнай 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы гәзитенең баш мөхәррире була. 1942 йылда ул һуғыш ҡырында бер һалдат яҙмаларына килеп юлыға һәм, уларға таянып, “Дон далаларында” исемле бәйет яҙа. Был әҫәр алтынсы класс уҡыусылары өсөн “Туған әҙәбиәт” дәреслегенә лә ингән. “Дон далаларында”ғы хәл-ваҡиғалар ҡыҙылармеец Яҡупов исеменән тасуирлана. Үрҙә телгә алған яҙмалар уныҡы булһа кәрәк. Ғаиләбеҙ менән был әҫәрҙе уҡыған һайын ҡартатайыбыҙ Яҡупов Дәүләт Мәүлет улы менән оҡшашлыҡтарҙың, биографик факттар менән күп өлөштәрҙең тура килеүен күреп ғәжәпләндек. Минеңсә, был яҙмалар ысынлап та ҡартатайымдың көндәлеге булған. Бәйеттә шундай юлдар бар:
Ҡыҙылармеец Яҡупов –
Башҡортостан иленән.
Яҙам ошо бәйетемде,
Яраланғас билемдән.
Иҫән булһам, Тыуған илгә
Бер әйләнеп ҡайтырмын,
Беҙҙең баштан үткәндәрҙе
Телем менән әйтермен.
Ғәзиз балаҡайҙарымды
Ҡыҫып-ҡыҫып һөйөрмөн,
Үҙебеҙҙең күргәндәрҙе
Бәйнә-бәйнә һөйләрмен...
Пушкаларҙан да аттыҡ беҙ,
ПТР-ҙан да аттыҡ беҙ.
Ҡаршы килгән танкыларҙы
Селпәрәмә ваттыҡ беҙ...
Комэскадрон Ибраһимов
Беҙгә команда бирҙе:
– Эскадрон, атакаға! – тип
Яңғыратып бар ерҙе...
Стәрлелә ҡарбуз үҫә,
Алма үҫә Бөрөлә.
Янғантауҙан ҡараһаң,
Беҙҙең Өфө күренә...
Ошо факттарҙан сығып ҡарағанда ла, ҡыҙылармеец Яҡуповтың ҡартатайым булыуында шигем юҡ. Бәйет шундай юлдар менән тамамлана:
Бик һағынған саҡтарҙа
Тулған айға ҡарағыҙ,
Тыуған илдең ирке өсөн
Атакаға барабыҙ.
Беҙҙең йәмле илебеҙҙе
Дошман күҙе күрмәһен.
Беҙҙең гүзәл еребеҙҙе
Дошман тапап йөрөмәһен!
Һеҙҙең хыялдар тормошҡа ашты, ҡәҙерле ҡартатай. Бөгөн Башҡортостаныбыҙ, Рәсәйебеҙ сәскә ата, милләт-ара татыулыҡты, туғанлыҡты һаҡлап, уртаҡ уңыштарға ҡыуанып йәшәй. Ошо саф аяҙ күк, тыныс көндәр, азатлыҡ һәм бәхет өсөн мең-мең рәхмәт һеҙҙең бөйөк быуынға!
Регина Яҡупова,
Өфө ҡалаһы.