Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ерҙә йәшәү хаҡына көрәште һәм хеҙмәт итте

“Ҡәҙерле редакция! Яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллығы уңайынан Ҡаранай ауылы ветераны Хәсән Сафин тураһында яҙма ебәрәм. Сәләм менән, Ғүмәр ауылынан Фәрит Кинжабай улы Фәттәхов.

Бөйөк Ватан һуғышы халыҡ аңында юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыр-ҙы, уның характеры формалашыуға йоғонто яһаны. 1418 көн дауам иткән һуғыштың эҙемтәләре бөгөн дә, ете тиҫтә ярым йыл үткәс тә, һиҙелә. Кисергәндәренә ветерандар ғына ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтып ҡалмай, ә Тыуған иле яҙмышына битараф булмаған һәр кем ул заман ваҡиғалары тураһында күберәк белергә тырыша, улар менән тул-ҡынланыуҙан туҡтамай.
Сылтырап аҡҡан, борма-борма юлдар һалған, эреле-ваҡлы балыҡҡа бай, ярҙары һары тал һәм ерек ағастары менән күмелгән Кәшкиәк йылғаһының ярына (тау битләүенә) бәләкәй генә Ҡаранай ауылы төпләнгән. Заманында шул ауылдың мәсете, өйәҙ муллаһы (Ғатаулла Нурмөхәмәтов), ауыл муллаһы (Абдулла Низамов), старшинаһы (Сафи Нурмөхәмәтов), старостаһы (Мәүлетбай Әхмәтшин) булған.
Ауылы бәләкәй булһа ла хал-ҡы үтә эшсән, уңған булған. Ауыл аҡһаҡалдары тирә-йүн аҡһаҡалдары менән дә йыш осрашып, кәңәш итеп йәшәгәндәр. Ата-баба йолаһын һаҡлап, ауыл тирәһенән ситтән килгән урыҫтарға ла ер бирмәгәндәр.Үҙ ерҙәренә, үҙ һыу-ҙарына хужа булып йәшәгәндәр: мал аҫрағандар, иген иккәндәр, сауҙа иткәндәр.
Ана шулай бәләкәй генә ауыл старшинаһы ғаиләһенең 10 балаһы араһында 1910 йылдың 10 июнендә етенсе булып бер ир бала – Хәсән донъяға килгән. Балалыҡ йылдары 1921 йылға саҡлы ғәмһеҙ генә уҙа. Әммә, 1921 йылда, ҡапыл сирләп, атаһы үлеп киткәс, донъяның аҫты өҫкә килә. Әйтерһең дә мәңге йылытып торған еҙ батмустай ҙур ҡояшты кемдер урлай, әйтерһең дә ахырзаман килә. Етмәһә, граждандар һуғышы ауылға оло бәлә-ҡаза, афәт алып килә. Ауылда ғына түгел, бөтә ил буйынса йәйге ҡоролоҡ һәм аслыҡ, ҡытлыҡ бөтә нәмәне, хатта кешеләрҙе оҙон ағыу-лы теле менән ялмап йота башлай. Өлкән апайҙары төрлө ауылдарға кейәүгә китеп бөткәндәр. Өйҙә әсәһе Фәрхинурҙан башҡа тағы өс туғаны бар. Бына шул дүрт йән эйәһен туйҙырып, хәстәрлек күреү бурысы 12 йәшлек Хәсән елкәһенә төшә. Ауыл байы Уйылданға батрак булып яллана. Бай бик һаран, һәр нәмәгә бәйләнеп, көндәлек эш хаҡын бирмәй алып ҡалыу юлын эҙләп табып ҡына тора. Нисек кенә булмаһын, өйҙәгеләрҙе уйлап, бөтә шарттарҙы ла үтәй. Шул байҙа өс йыл буйына эшләй.
1924 йылда ауылға граждандар һуғышынан Шамил ағаһы ҡайтып төшә. Ул Петроград ҡалаһынан большевистик идеялар алып ҡайта. Беренсе сиратта ауыл йәштәрен ойоштороу, комсомол ячейкаһын төҙөү мәсьәләһе ҡуйыла. Тәүге ҡарлуғастарҙың береһе – Хәсән Сафин. Бер айҙан – комсомол ячейкаһы сәркәтибе. Бер төркөм комсомолдарҙы Магнитогорск ҡалаһына төҙөлөшкә оҙаталар. Магнитогорск ҡалаһына нигеҙ һалыу үҙе ҙур тарихи ваҡиға була. Ялҡынлы йәшлек йылдары, өшөү-туңыуҙы белмәй йәшлек дәрте менән рухланып, палаткаларҙа һәм ҡыуыштарҙа йәшәйҙәр. Шунда өс айлыҡ тракторист-машинист курсында уҡый. Курсты иң юғары баһаға тамамлай һәм шунда уҡ ҡушымта итеп механиклыҡ танытмаһы ла бирелә. 1929 йылда Хәсән Сафинды Башҡортостан комсомолы Өлкә комитетына саҡырып алалар. Бер ай әҙерлек курсы үткәс, Дыуан-Мәсетле волосы ойошмаһына секретарь итеп ҡайтаралар. Унда оҙаҡ эшләй алмай. Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә алына. Хеҙмәтен Украинаның Полтава ҡалаһында кавалерия часында үтә. 1931 йылдың көҙөндә ҡайта һәм ғаилә ҡора. Бөтәһе ете балаһы булып, үкенескә ҡаршы, шуларҙан бер ҡыҙы ғына иҫән ҡала. Бөгөнгө көндә ҡыҙы – Башҡортостандың халыҡ мағарифы отличнигы Зимфира хаҡлы ялда.
Дыуан-Мәсетле волосына Дыуан районының Арый, Әбдрәшит, Иҫке-Хәлил, Мәрйәмғол ауылдары ла инә. 1936 йылда Әбдрәшит ауылында трактор бригадаһы бригадиры була. 1937 йылда Мәсетле МТС-ына механик итеп ҡайтаралар. Ул йылдарҙа МТС директоры Крючев, ә политбүлек начальнигы Пономарев була. Хәҙерге Йыланыш ауылы урынлашҡан ерҙә Мәсетле МТС-ы урынлашҡан. Төрлө ауылдарҙан килгән тракторсылыр, комбайнсылар ғаиләләре менән, шулай уҡ йәштәр ҙә барактарҙа йәшәгәндәр.
Тәгәрмәсле һәм ЧТЗ-ы тракторҙары һәр ауылға берәр генә бүленгән. Уларының да алмаш частары етешмәй. 1940 йылда Һөләймән ауылына механик һәм трактор бригадаһына бригадир итеп ебәрәләр. 1941 йылдың майына тиклем эшләгәс, кире МТС-ҡа ҡайтаралар. Яҙғы баҫыу эштәренән һуң, көҙгө уңышты йыйыу алдынан тағы бер тапҡыр “Коммунар” комбайндарын ҡарап сығыу эштәре торған.
1941 йылдың 22 июне. Һабантуй. Ял көнө. Бөтә халыҡ, байрамса кейенеп, аҙыҡ-түлеген алып, Һабантуй була торған урын-ға ашыға. Еҙ табаҡтай ҡояш, үҙенең һөңгө нурҙарын ергә ҡаҙаған да, китергә ашыҡмай тирә-яғын байҡағандай һауала эленеп тора. Ағастарҙың япраҡтары, хәлһеҙләнеп тамағы кипкән юлсылай, тынып ҡалғандар. Шылт иткән дә тауыш юҡ. Ел дә иҫмәй, тынсыу һауа. Ҡыуаҡтың артында, көрәш майҙаны уртаһында, ике көрәшсе бер-береһенә бил бирмәйҙәр.
– Дөрөҫ түгел, аяҡ сала. Харамлаша, аяҡ салыу булмаһын, – тигән ауаздар ишетелеп ҡала. Кемдер, өҙҙөрөп, йөрәктәрҙе һағышҡа сорнап, гармун телдәренә баҫа. Кемдер “Ашаныҡ, уйнаныҡ, бушҡа үткәрмәйек ғүмер-ҙе”, – тип йыр һуҙа. Һабантуй ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Алыҫтан бер һыбайлы йән фарман елеп килә. Етер-етмәҫтән, бөтә Әй буйын яңғыратып
– Һуғыш! Һуғыш! Герман беҙгә ҡаршы һуғыш башлаған – тип һөрәнләгән. Халыҡ ниндәй хәлдә булһа, шулай ҡатып ҡал-ған. Бер аптырашып, тын ғына торғас, ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡандай, майҙан гөжләй башлаған. Ҡысҡырыш, илаш, ашыға-ашыға ауыл яғына ҡарай йүгереү
Ә иртәгәһенә тәүге ағайҙар-ҙың һуғышҡа китеүҙәрен, әсә-ләрҙең итәк тулы балалары менән әсе илап ҡалыуҙарын һуғыштың тәүге көндәрендәге күренеште онотмаған апайҙар, ағайҙар һөйләйҙәр.
Хәсән Сафин ағай был ваҡытта МТС-та мөдир һәм механик вазифаларын башҡарған була. Үҙ теләге менән һуғышҡа китергә хәрби комиссариатҡа бара, әммә уға бронь биреп ҡайтаралар. Әйткәндәй, 1939 йылда партияға кандидат итеп, ә 1940 йылда партия ағзаһы итеп алына ул.
МТС-тан да күптәр яу яланына китә. Хәсән ағай хәрби комиссариатҡа бер нисә мәртәбә бара, фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. Ниһайәт, 1942 йылдың октябрь аҙағында үҙ теләгенә ирешә, һәм доброволец булып фронт-ҡа китә. Уның теләге Алкинола ойошторолған атлы дивизияға барып эләгеү була, сөнки тәүге хеҙмәте кавалерия часында үткән. Үкенескә ҡаршы, атлы дивизияға өлгөрмәй: дивизия ойошторолоп, көнбайышҡа ебәрелгән була. Хәсән Сафин яңынан тулыландырыласаҡ танк дивизияһына беркетелә. Бер аҙна тигәндә, дивизия фронтҡа барып инә. Ул III Украина фронтының 155-се танк бригадаһы 20-се корпусына эләгә. Тәүҙә танк часында десант була. 1943 йылдың 8 октябрендә яралана, һәм 28 октябргә тиклем санчаста була. Бер аҙ арыуланғас, яра төҙәлә башлағас, тағы ла Ҡыҙыл Байраҡлы 155-се танк бригадаһына (дивизияға) кире ҡайта. Был юлы уны механик-водитель итеп тәғәйенләйҙәр. Орел-Курск дуғаһында тәүге алышта 150 мең яугир һуғышҡа инә һәм ҡорос аттар алышынан ни бары 250-ләп кенә әйләнеп ҡайта. Т-34 маркалы танкыһы ҡаты алышта яна. Экипаж ағзаһы Ковалев Сергейҙы бер нисек тә ҡотҡара алмайҙар, танк менән бергә янып, һәләк була. Ике иптәше менән снаряд соҡорона шыуышып төшәләр, шунда ла бер пулеметсы иптәшенә дошман пуляһы тейеп һәләк була.
Бер ваҡыт бәләкәй генә Мжа йылғаһы яры буйында урынлаш-ҡан штабҡа пакет алып барырға кәрәк була. Быларҙың иптәштәренә кесе командир бойороҡ бирә, ләкин теге егеттәр, йылғаны аша сыға алмайынса, фашист снайперы тарафынан һәләк була. Шунан Хәсән пакетты үҙе алып барырға рөхсәт һорай. Ә пулялар бер туҡтамай, һыҙғырып осоп тора. Ул пакетты баш кейеменә урап алып, йылғаны ярым йөҙөп, ярым тәгәрәп сыға, һәм пакетты ваҡытында иҫән-һау штабҡа барып етеп тапшыра. Хәсән ағай был ҡаһарманлығы өсөн “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ була. Ул яңынан шул уҡ 20-се корпустың танк часына беркетелә, ләкин, һалҡын тейеү сәбәпле, дивизия командиры Шепеталов уны штабта элемтәсе итеп ҡалдыра.
Орел-Курск дуғаһында – ҡуласаһында дошмандарҙы тар-мар иткәс, артабан Украинаны азат итеү йүнәлешендә һуғышалар.
1943 йылдың ноябрь айында тағы ла бик ҡаты яралана. Ҡапыл дошмандар снаряд яуҙыра башлай, һәм быларҙың блиндажы тупраҡ, бүрәнә ярсыҡтары менән күмелә. Командир ике яралы, бер медсестра һәм бер элемтәсенең тупраҡ аҫтында күмелеп ҡалыуы ихтимал булыуы һәм улар-ҙы ҡаҙып алырға кәрәклеген әйтә. Ҡаҙып ҡараһалар, ике яралы һалдат үлгән, ә медсестра менән Хәсән контузия алып, ҡабырғалары һынып, Хәсән Сафиндың ботона снаряд ярсығы инеп ултырған була. Бәхеткә, ярсыҡ һум иткә ингән. Алты ай госпиталдә ятып дауаланғас, 1944 йылдың 30 мартында хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип ҡайтаралар, сөнки, ҡабырғалар үпкәнең ярыһын тишеп, үпкәһе ауырта башлаған була. Шулай итеп, һуғыш юлы Румыния сигендә тамамлана.
Хеҙмәткә яраҡһыҙ булыуын 1944 йылдың 19 мартында хәрби табип Иванкин, хирург Овечкин тарафынан бирелгән 145-се һанлы справка раҫлай.
Ҡайтҡас, бер йыл буйы үпкәһе ауыртып, район дауаханаһында һәм Өфө госпиталендә дауалана.
1945 йылдың майында, Еңеүҙе байрам иткәндән һуң, райкомға саҡыралар. Сирләһә лә яңынан МТС мөдире булып эшләй башлай. 1946 йылдың ғинуар айында Куйбышев исемендәге колхоз рәйесе итеп эшкә ебәрәләр. Унда ике йыл эшләгәс, 1948 йылда Мәсетле сельпоһына рәйес итеп, ә 1950 йылда Кәшкиәк ауылы хал-ҡы тағы ла рәйес итеп һайлай. 1953 йылда үҙенең тыуған ауылы Ҡаранайға бригадир булып ҡайта. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем ауылында эшләй һәм йәшәй”.