Бөтә яңылыҡтар

“Беҙҙә йәшәү теләге көслө ине...”

Һуғыш йылдары кешеләр йөрәгендә һәм уларҙың ғаиләләренең яҙмыштарында тәрән яра ҡалдырҙы. Киләсәк быуын халҡыбыҙҙың ниндәй һынауҙар аша үткәне тураһында белһен һәм хәтерләһен өсөн беҙ йылдар, быуаттар аша тере хәтерҙе алып барып еткерергә тейеш. Һабанаҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәфисә Әхмәтйәнованың тыл хеҙмәтсәндәренән яҙып алған хәтирәләре һуғыш йылдарында тылдағы тормош тураһында һөйләй.

Фаиз Бәҙретдинов: “Миңә 11 йәш тулғайны инде. Һуғыш башланыуы тураһында ҡот осҡос хәбәрҙе радионан ишеттек.
Һуғыштың беренсе көнөндә үк биш кешене фронтҡа оҙаттылар. Атайымды ике йылдан һуң алдылар. Һуңыраҡ ағайымды ла оҙаттыҡ. Атайым яу яланында ятып ҡалды. Һуңғы хатында ул Волховский фронты йүнәлешендә барыуҙары тураһында яҙғайны. Ә ағайым яраланып, инвалид булып ҡайтты.
Үгәй әсәй менән үҫтем мин. Ғаиләлә – өс бала. Яланға ер тырматырға сыға инек. Ашарға юҡ, өҫтә – киндер ыштын, киндер күлдәк, аяҡта – сабата. Үҙемә сабата үрергә лә тура килде. Ҡышын урманға ағас йығырға ебәрәләр. Яҙын ололар менән, тимерҙән эшләнгән сәсеү тубалын муйынға аҫып, ашлыҡ сәсә инек. Ашау яғына килгәндә, ондан картуфһыҙ ғына өйрә бешереп ашаталар ине. Аслыҡ-ялан-ғаслыҡ ваҡыты. Әммә беҙ еңеүгә ышандыҡ, шул беҙгә дәрт биргәндер инде.
Һуғыш тамамланыуы тураһында ла радионан ишеттем. Бар халыҡ урам-ға сыҡҡан ине. Ҡыуанысыбыҙҙың иге-сиге юҡ. Берәүҙәре йырлай, берәүҙәре бейей, гармун тауышы яңғырай. Ҙур ауырлыҡтар, аяуһыҙ юғалтыуҙар аша бирелде ул беҙгә, әммә ул беҙҙең Еңеү ине! Ошоноң менән ғорурланырға тейешбеҙ. Киләһе быуын шуны онотмаһын ине”.
Фазила Хисамова: “Һуғыш башлан-ған осорҙа ғаиләбеҙҙә биш бала инек. Миңә 11 йәш. Үгәй атай менән үҫтек. Ул, һуғышта аяғын юғалтып, оҙаҡ госпиталдә ятты. Ҡайтыу менән Мәләкәҫ ауылына рәйес итеп ебәрҙеләр.
Ауыр, ҡайғылы ваҡыттар. Эшләргә кешеләр етмәй. Муйынға иләк аҫып, Хилай ағайға ашлыҡ сәсергә булыштым. Арыш ярмаһынан бутҡа бешерәләр. Уның менән генә туймай инек инде. Март айынан уҡ ашлыҡты һелкеп, сүпләп ашаныҡ. Күп кеше аслыҡтан үлә. Ҡайһы берәүҙәр һыйыр-ҙарын һуйып, һөтһөҙ ҡала ла, һуңынан астан үлә.
Һуғыштан һуңғы йылдар ҙа еңел булманы инде ул. Һөләймән юлында бригадир Әхәт ағай етәкселегендә келәт һалдыҡ. Ләмәҙтамаҡта картуф заводы асылғанда бер йыл эшләнем, 1948-1950 йылдарҙа – Әртәлә заводта. Ҡар яуғанда ла, ямғыр аҫтында ла утын әҙерләнек. Йәйгеһенә өҫ-башыма кейенеп, туғандарыма ла әйберҙәр алып ҡайта торғайным.
Шундай ауыр, ас-яланғас ваҡыт- тарҙы үтергә тура килде беҙгә. Йәшәү теләге көслө булған, күрәһең, барыһы ла Еңеү өсөн тырышты. Беҙ күргәнде киләсәк быуын күрмәһен инде!”.
Роза Нухова: “Миңә ун йәш... Әтейем һуғышҡа тиклем нарсудта секретарь булып эшләне. Уны 1942 йылда фронтҡа алдылар. Тәүҙә үҙен офицер-ға уҡытып, шунан Алкиноға һуғышҡа һалдаттар әҙерләү өсөн ебәргәндәр. Һуғыштың ҡыҙыу осоронда уларҙың үҙҙәрен дә яуға оҙатҡандар. 1943 йылда яраланып, ауылға ҡайтты һәм колхозда бухгалтер булып эшләне. 1944 йылда ҡабат фронтҡа китте. Ҡаты яраланып, Мәскәү өлкәһендә госпиталдә үлеүе тураһында хәбәр 1945 йылдың 15 майында килде.
Беҙ инәйҙең ҡулында дүрт ҡыҙ тороп ҡалдыҡ. Мин иң олоһо. Инәйем фермала эшләй ине. Уға фермала ярҙамлашырға ла, уҡырға ла кәрәк. Асия менән фермала һарыҡ көттөк. Яҙын сәсеүҙә булыштыҡ. Ололар тубалын элеп, ашлыҡ сәстеләр, беҙ улар-ға биҙрә менән ташып торҙоҡ. Йәй көнө баҫыуҙа ашлыҡ араһынан сүп үләне утаныҡ, көлтә бәйләштек.
Ауырлыҡтар кисереп, һигеҙенсе класты тамамланым. Шулай мал араһында күп йөрөп эшләгәс, Дыуанға зоотехникка уҡырға индем. Бер йылдан ситтән тороп уҡый башланым. Ул ваҡытта уҡыған кешеләр етмәй. Мине Фрунзе исемендәге колхозға зоотехник итеп ебәрҙеләр. Шунда яҙмыш буласаҡ тормош иптәшем Ғарифулла менән осраштырҙы. Тормош ҡороп, биш бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Юҡлыҡ, аслыҡ ваҡытында үҫеп, ауыр юлдар аша балаларҙы тормош юлына баҫтырғандан һуң, хәҙерге мул, тыныс тормошто күреүемә шатмын”.
Ғәлиә Мөхәмәтова: “Һуғыш башланған ваҡытта беҙ ғаиләлә биш бала инек. Миңә 17 йәш. Тәүге көндө үк Абдразаҡ ағайымды һуғышҡа алдылар. Өйҙә өс балаһы ҡалды. Һуңынан уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр алдыҡ. Атайым һуҡыр булыу сәбәпле һуғышҡа алынманы.
Ауылда аслыҡ-яланғаслыҡ. Йәйге көндәрҙә ашлыҡ сәсәбеҙ, көлтә йыябыҙ. Төнгөлөккә лә эшкә сығаралар ине. Ҡыштан яҙға тиклем урман киҫтек. Ниндәй эш ҡуштылар, шунда барҙым.
18 йәшемдә өс балаһы булған кешегә көсләп кейәүгә бирҙеләр. Тормош иптәшем һуғыш тамамланғансы Горький ҡалаһында шоферҙар әҙерләне. Өс баланы ла рәнйетмәй, яҡлап, аслыҡтан үлтермәй ҡараным.
Тормош ауыр булды инде ул. Киләһе быуын тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәһен ине”.
Тәмимә Ямалетдинова: “Әтейем Оло Ыҡтамаҡта иген әҙерләү келәтендә ҡарауылсы булып эшләгән саҡ. Бер заман: “Нимә эшләп ултыраһығыҙ, һуғыш башланған бит!” – тигән ҡур-ҡыныс хәбәр менән ҡайтып керҙе.
Бар халыҡ ҡапҡа алдына сығып шаҡ ҡатҡан. Устикиндәге бағана башынан тауыш көсәйткестән яңғыраған диктор тауышы Салйоғотҡа тиклем ишетелә.
Шул уҡ көндө машина менән хәрбиҙәр правление алдына килеп туҡтанылар. Ә икенсе көндө ағайҙарҙы, егеттәрҙе һуғышҡа алып киттеләр.
Яланда апайҙар бесән саба, беҙ йыябыҙ. Ҡулға эш тә бармай. Ҡолаҡта тик шул радионан килгән: “Говорит Москва...” тигән үҙәк өҙгөс тауыш. Көн дә ирҙәрҙе һуғышҡа алып китеп торалар. Улар бәхилләшеп китә.
Ул ваҡытта миңә 11 йәш ине. 3-сө класҡа уҡырға инергә тейешмен. Уҡыу сентябрҙә башланырға тейеш ине лә бит, ләкин борсаҡ йолҡорға йөрөттөләр, октябрҙә генә уҡырға төштөк. Мәктәп һыуыҡ, утын булмау сәбәпле оҙаҡ уҡый ҙа алманыҡ.
Атайымды 1941 йылдың авгусында һуғышҡа алдылар. Ул йылды ашлыҡ ныҡ уңғайны. Атайҙы оҙатҡанда инәйем менән дүрт бала ҡалдыҡ. Ашлыҡ урырға инәйем, Ризуан энем һәм мин сыҡтыҡ. Тамыры менән йолҡоноп сыҡҡан бойҙайҙы: “Немец капут, немец капут!” – тип, йән асыуы менән ергә һуғабыҙ. Ҡолой бабай күк атын Ризуан энекәшкә көлтә ташырға бирҙе.
Иптәштәремдең күбеһе Уралға заводҡа китте. Мин дә барам тип сыҡҡайным, инәйем һинһеҙ нимә эшләрмен, тигәс, тороп ҡалдым.
Һуғыш бара, беҙ эшләйбеҙ. Беҙ һуҡҡан ашлыҡты Сулеяға станцияға ташыйҙар. Ашлыҡ алып киткән бер нисә ҡатынды талап үлтергәс, артабан ҡатындарҙы ебәрмәй башланылар.
Эшләгән өсөн йә яулыҡ, йә туҡыма биреп ҡуялар. Нормаңды тултырһаң, ҡайтыр саҡта берәр ҡалаҡ һоло бирәләр.
43-сө йылмы, 44-се инеме икән, август айында бригадир биш гектар ерҙә яҫмала арыш ятыуы, йыйып алмаһаҡ, өҫтөбөҙгә ултыртасағы тураһында әйткәс, инәйем, Вәғизә апай менән киттек. Төнөн ярай ай яҡтыһы бар. Ялан аяҡ шуны 3-4 көн эсендә көлтәгә һалып бөттөк.
Әләгәҙ юлы буйында баҡса бар ине. Бесән башлар алдынан шунда оҙон түтәлдәр ҡаҙып, кишер, кәбеҫтә, мал өсөн татлы сөгөлдөр ултыртабыҙ. Шуның барыһын да эшкәртергә кәрәк. Көҙөн ат менән Салйоғотҡа ташый инек. Шуның өсөн берәр биҙрә кишер, сөгөлдөр бирәләр. Астан үлмәйбеҙ тип, эй, ҡыуанышабыҙ. Атайымдың: “Һуғышҡа керҙек”, – тип яҙған хаты ғына килде. Ә аҙаҡ хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр иттеләр.
Көнө-төнө эшләп, 45-се йылды яҡынайттыҡ. Беҙҙе юл эшләтергә алып сыҡтылар. Еңеү тураһында хәбәрҙәр ишетелә башлағас, беҙ ҙур теләк һәм дәрт менән бар көсөбөҙҙө һалып эшләнек. Радионан еңеү тураһында хәбәр ишеткәс, күңелебеҙҙә булған хис- тойғоларҙы һүҙ менән генә аңлатып бөтөрөрлөк түгел. Бар халыҡ урамға сыҡҡан. Гармун уйнайҙар, кемдер илай, кемдер көлә. Машиналар менән һуғыштан ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ булып, гармундарҙа уйнап ҡайттылар.
Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр беҙ күргәнде күрмәһендәр, беҙҙең һымаҡ бер телем икмәккә тилмереп ултырмаһындар, тип теләйем”.