Бөтә яңылыҡтар

Арыҡ ҡына ҡатын-ҡыҙ иңенә төшкән ауыр һуғыш йөктәре

Эй, бөгөнгө тормоштоң матурлығы, аҙыҡ-түлектең муллығы, кейемдең күплеге! Шөкөр итеп, шуның ҡәҙерен белеп йәшәргә генә ҡала! Тик эшләмәй ятҡан шаҡтай егеттәр, аяҡ-ҡулдары һау килеш кишер, ҡыяр үҫтерергә иренгән килендәр, араҡы менән мауыҡҡан ҡарт-ҡоро аптырата мине.

Ә бит ниндәй ауыр заманалар үткәргән халҡым. Асҡа интегеүҙәр, йыртыҡ көпө, сабата, киндераҡ (тиренән тегелгән аяҡ кейеме) менән үтте бит беҙҙең бала саҡ. Минең һүҙем Тайыш һәм Аҡҡын ауылдарының һуғыш осорондағы тормошо тураһында булыр.
Фатима әбейҙең бала сағы башҡа ҡыҙҙарҙыҡы кеүек Ыҡ һыуында ҡойоноп, уйнап, йырлап үтә. Буй еткәс Аҡҡын ауылы егете Сәғәҙигә кейәүгә сыға. Һап-һары итеп ҡырылған өҫтәл буш, тәҙрәләр ялан-ғас булһа ла, улар бер-береһенә һөйөү тулы күҙҙәр менән ҡарай. Оҙаҡ көттөрмәй йәш ғаиләлә өс ул, бер ҡыҙ донъяға килә. Фидиәт, Мөҙәрис, Фәймә һәм Нәжип тип атай улар һөйөү емештәрен.
Һуғыш башлана. Был ҡара ҡайғы бер ғаиләне лә урап үтмәй. Сәғәҙине һуғышҡа алалар. Фатима дүрт бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Иң кесеһе бик бәләкәй булғанлыҡтан, уға ат ҡарарға ҡушалар. Бик күп ир-егеттәр һуғышҡа китә. Ауылда оло йәштәге Ғәриф, Шабан, Ғәли, Динислам, Мофазал, Ғәйфулла, Шакир, Мирзағаян, Бәҙретдин бабайҙар һәм 13-14 йәшлек Муллаян, Ғәптелйән, Кинйәбай, Мәғәмүр, Ризуан, Әҡмәл, Фәрит, Хизбулла, Хафиз, Ғилемхан, Илһам, Фидиәт, Кәрәмәт төп эшсе көсө булып ҡала.
Исмаһам тамағы туяр тип, Фатима өлкән улы Фидиәтте күршеләре Факиһа һәм Йәмилә апай менән Сулеяға кәрәсингә ебәрә. Ултырып барыр әмәл юҡ, сөнки аяҡтар туңа башлай. Бер барып ҡайтыр өсөн өс көн китә. Беренсе көндө Йылы шишмә йылғаһы янына барып ҡуналар, икенсе көндө Сулеяға килеп етеп, кәрәсин алып, Ҡыйғы тирәһендә ҡуналар. Йоҡлау хаҡы – 0,5 литр кәрәсин. Өсөнсө көндө генә бригадирҙың йортона кәрәсинде ҡалдырып, аттарҙы тапшыралар.
Бер көндө улар, Арлау һәм Жулик ҡушаматлы аттарҙы егеп, юлға сығалар. Ҡайтып килгәндә Жулик Яңы Мишәр менән Аҙанғол ауылдары араһында туҡтай ҙа ҡуя. Арлау ары китә. Асыҡҡандыр, тип, атҡа “Ҡыҙыл маяҡ” фермаһынан бесән килтереп биргәнсе, хәл йыйғансы бер сәғәттәй ваҡыт үтеп тә китә. Ҡайтһалар, Арлау юҡ. Ул ваҡытта атты үлтерһәң, һыйырҙы алып сыҡҡандар. Ә ул – тамаҡ ялғарлыҡ берҙән-бер йыуаныс. Кире эҙләп китәләр. Таң беленә башлағас ҡына табалар уны. Бахырҡайыңдың арбаһы ағас араһына эләккән дә, ысҡына алмай торған шунда.
Ауылда ҡалғандар яҙ еткәс, яланда ҡуна ҡалып, үгеҙ егеп ер һөрәләр, тырматалар. Эшкә сыҡҡан кешегә бер ҡалаҡ он биргәндәр, шуны һыуға бутап эскәндәр. Шундай ауыр тормошта йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, ололар бигерәк яғымлы, ихтирамлы булалар.
Һуғыш башланған йылды ашлыҡ уңа. Ләкин сәселгән ер аҙ булыу сәбәпле, ашлыҡ күп булмай. Йыйып алған бөтә уңышты фронтҡа алып китәләр. Үҫмер малайҙар һыу буйынан ҡабырсаҡ һөҙөп, шуны котелокта бешереп ашайҙар. Ҡар ирегәс, өшөгән картуфты сүпләйҙәр, ә ҡышын яндарында һәр саҡ көрәк һәм тоҡ була. Башаҡ сүпләйбеҙ тип кешеләр, 15 километр юл үтеп, Ләүәлегә (Балаҡатай районы) баралар. Урыҫтар сыбыртҡы менән ҡыуалайҙар. Шул башаҡ менән ағыуланып үлеүселәр ҙә күп була.
Яҙ етһә эштәр көйләнә: ҡаҡы, балтырған, кесерткәнгә үҫергә ирек бирмәйҙәр. Бөтә нәмәне тоҙһоҙ ашап өйрәнәләр, сөнки уны табыуы бик ауыр була.
Тиҙҙән Фатима әбейем иренең һәләк булыуы тураһында хәбәр ала. Ул ҡайғыһынан хәлһеҙләнеп йығыла, бәләкәйләнеп ҡала, күҙҙәре төпкә бата. Монастан туғаны Сәмсийыһан, күмәкләп үләһегеҙ бит, тип, Мөҙәрис менән Нәжипте үҙенә алып ҡайта. Фатима әбейем әкренләп аяҡҡа баҫа, балалар хаҡына йәшәргә тейешмен тигән маҡсат ҡуя. Ниндәй генә эштәр башҡармай ул: түбә йыша, бур таш ташый, ер ҡаҙа.
Балалары күп булған ҡатындарға бигерәк ауыр була. Бер нисә айлыҡ балаларын өйҙә ҡалдырып, улар эшкә сыҡты, күбеһе фермала эшләне. Һыйырҙарҙы үҙҙәре көтәләр, үҙҙәре үгеҙ менән һалам ташып ашаталар, аҫтарын таҙарталар. Үлгән малдарҙы ла ашарға тура килә уларға.
“1943 йылда ашлыҡ уңманы, сусҡаларға ашарға бөттө. Райондан килгән кеше, бер сусҡа үлһә, һеҙ ҙә үләсәкһегеҙ, тип ҡурҡытып китте. Аптырағас, Ҡышлаҡҡа тиклем өс километр тирәһе юл ярҙыҡ, сусҡаларҙы көлтә бәйләгән ергә ҡыуҙыҡ. Улар ҡарҙы һөрөп, үҙҙәренә ашарға табып, шулай имен генә ҡыш сыҡты. Исмаһам, өҫтә кейем, аяҡта быйма булһа ла, ул тиклем ауыр булмаҫ ине, – тип һөйләй ине Фатима әбейем. – Шулай ҙа кистәрен йыйылып фронтҡа ойоҡ, бейәләй бәйләп, бәрәңге киптереп, посылка әҙерләйбеҙ, таҡмаҡтар әйтешеп, бейеп тә алабыҙ.
Дай дорога, дай дорога
Сулеяға китергә.
Һөйгәнеңә повестка бар
Армияға китергә.
1944 йылда ҡаты аслыҡ булып, күп кешеләр үлеп ҡалды. Ашлыҡ эшкәрткәндән һуң, эске кеҫәгә балаларға тип берәй ус ашлыҡ һалып алһаҡ, ауыл осонда агенттар тентеп алып ҡалалар. Тағы тотолһағыҙ, төрмәгә ебәрәбеҙ, тип әрләйҙәр ине. Унан тыш, ит, май һәм башҡа һалым кешеләрҙең теңкәһенә тейҙе. Көндәр буйы ырҙын табағында ашлыҡ эшкәртәбеҙ, ә үҙебеҙ астан интегәбеҙ, ҡурмас ҡурып ашарға рөхсәт итмәйҙәр. Әхмәҙғәли бригадир бигерәк уҫал булды, арбаны күтәрә алмай торһаҡ, сыбыртҡы менән һыҙырып ебәрер ине”.
Күп ҡатындарҙың ирҙәре һуғыш яланында ятып ҡала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙҙәрендә ауыр ҡайғыларҙы еңергә көс табып, йәшәне апаҡайҙар.
Фатима Бәҙретдинова 90 йәшкә етеп баҡыйлыҡҡа күсте. Уның тормош юлы ауыр булды, әммә ҡарт көнөндә бәхет күрҙе – балалары һәм ейәндәре иғтибарында һәм хәстәрендә йәшәне.
Фотола Фатима Бәҙретдинова.

Зәлифә Ғәлимова,
Тайыш ауылы.