Бөтә яңылыҡтар

ХӘТЕР

Һуғыш ғазабын, ауырлығын үҙ йөрәктәре менән кисергән оло йәштәге инәйемдәрҙең, әбейемдәрҙең ,бабайымдарҙың иҫтәлектәрен хәтеремә төшөрһәм, күңелем өҙгөләнә.

Ғәлиәскәр
Йомаҙил
Әхиәр
Уларҙың барыһы ла тиерлек параллель донъяға күскән. Шуныһы үкенесле: иң кәрәкле хәтирәләрҙе үҙҙәре менән алып киткәндәр, һорап яҙып алмағаныма үкенәм.
Һылыу, һомғол буйлы Хәҙисә ҡәртнәйемде хәтерләйем, тәҙрәләргә ҡарап, оло юлдан күҙҙәрен алмаҫ ине. Ҡапҡа алдында, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, алыҫтарға баға торғайны. Аңламағанмын шул. Баҡһаң, һуғышҡа китеп, кире әйләнеп ҡайтмаған улдарын көткән.
КӨТӨҮ
Оло юлдан күҙен алмайынса,
Һанай-һанай үткән йылдарын,
Көттө өләсәйем яу ҡырында
Ятып ҡалған ғәзиз улдарын.
– Ҡайтырҙар, – тип , көтөп һанай торғас
Тиҫбеләре инде шымарҙы.
Нисә тапҡыр көҙөн оҙатып ул,
Яҙын ҡаршыланы ҡоштар-ҙы.
Нисә тапҡыр төнөн айҙай балҡып,
Уянды ул, күреп ал төштәр.
Өмөтләнде: – Минең аҡҡоштарым,
Бына-бына ҡайтып төшөр-ҙәр.
Ғүмер боҙбармаҡтай. Йылдар – тамсы,
Һүнде бер саҡ уның күҙҙәре.
Таштай ғына булып күңелдәргә
Ятты инде һуңғы һүҙҙәре:
– Бәхил булың, китәм улдарыма,
Ҡайта алманылар үҙҙәре…
Был юлдарҙы, ҡулыма ҡәләм алғас, ҡәртнәйемдең тетрәндергес һағышлы яҙмышын йөрәгем, күңелем аша үткәргәс, оло йәшемдә яҙҙым.
Ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем балаларын көтөүҙән төңөлмәне ул, ышаныс , өмөт менән йәшәне. Тормош иптәше, олатайым Зәкәриә Батталов менән бәхетле ғүмер кисереп, береһенән-береһе матур, белемле дүрт балаға ғүмер бирә улар.
Заманында олатайым бик оҫта һөнәр эйәһе була, семәрләп, тәҙрә ҡаштарын, ҡыйыҡтарҙы биҙәй. Уның хаҡында Мәсетле районы энциклопедияһында шундай һүҙҙәр бар: “Яңы Мишәр ауылынан Зәкәриә Батталовтың оҫталығын билдәләмәү мөмкин түгел. Ул Өфө ҡалаһына барып Назаровтарға, Кәримовтарға, Хәкимовтарға йорт һала. Шунда оҫта архитекторҙарҙың эштәре менән таныша, өйрәнә. Ауылына ҡайтып яңылыҡтар индерә, быс-ҡы, бысаҡ, станок ярҙамында үҙ йортон матурлай. 1959 йылда ла уның йорто менән һоҡланырға мөмкин булған” (С. Н. Шитова).
Уның һәләте, әлбиттә, улдарына, ейәндәренә лә күскән.
Хәҙисә ҡәртнәйем татар милләтенән ине, Ҡазандан килгәйне, тип хәтерләйҙәр. Һөйләмдәрендә гел “якши” һүҙен ҡулланыр ине. Миңә уйынсыҡ итеп тәгәс ватыҡтарын йыйып биреүе иҫемдә ҡалған.
Әрме хеҙмәтендә булып, белем алған дүрт улын яуға оҙата ҡәртнәйем. Уларҙың бары береһе – Йомаҙил бабайым ғына кире әйләнеп ҡайта. Уҡытыу-сы булыуын, матур яҙыуын иҫәпкә алып, уны штабта ҡалдыралар. Һуғыштан һуң Белорет ҡалаһында йәшәне, Зәйтүнә әбейем менән бер ул, бер ҡыҙ үҫтерҙеләр.
Һуғышта хәбәрһеҙ юғалған Миндиғәли олатайымдың һуңғы хаты 1942 йылда Харьков ҡалаһынан килә. Һуғышҡа тиклем комбайнсы булып эшләгән олатайымды танкист итеп ҡуялар. “Ун кеше беҙ – туғыҙ үзбәк, унынсыһы мин, – тип яҙа ул. – Бик ҡаты аяуһыҙ һуғышҡа инергә әҙерләнәбеҙ, бәлки, иҫән ҡалмабыҙ!”
Бабайҙарым Әхиәр, Ғәлиәскәр Батталовтар бик аҡыллы, белемле матур егеттәр ине, тип хәтерләй уларҙы белеүселәр.Техника, фото менән мауыҡҡандар, гармунда уйнағандар, балта оҫталары булғандар.
Әхиәр Батталов телефонист булып һуғышта ни бары ике ай ҡатнашып, 1941 йылдың авгусында 23 йәшендә генә һәләк була. Ул Ленинград өлкәһе Большой Луцк ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.
Унан саҡ ҡына кесерәк Ғәлиәскәр – хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә.
Әле генә ҡулыма килеп эләккән фоторәсемдәрен ҡабат-ҡабат ҡарап, тетрәндем. Нәҫелебеҙҙең иң аҫыл, уны дауам итер-ҙәй, ғорурлығыбыҙ булырҙай егеттәрҙе, туғандарыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ, уларҙы беҙҙән ҡәһәрле һуғыш тартып алған. Үҙҙәрен күрмәһәк тә, белмәһәк тә, хәтер юғалмай бит. Олатай-ҙарыбыҙ, бабайҙарыбыҙ мәңге күңелдәрҙә һаҡланыр, һуғыштың иҫ киткес рәхимһеҙ, аяуһыҙ икәнлеген иҫкә төшөрөп торор.
Гөлсирә ШАФИҠОВА,
Йонос ауылы.