Бөтә яңылыҡтар

Бер фотоһүрәт тарихы

Ғаилә альбомы биттәрен асып, ваҡыт үтеүҙән һарғайған фотоһүрәттәр-ҙе ҡарап ултырғанда күңелде тарих төпкөлөнә киткән ваҡиғалар тураһында аңлатып булмаған тулҡынланыу той-ғоһо солғап ала.

Бына беҙҙең алда – 1941 йылғы фотоһүрәт. Беҙгә ҡырыҫ ҡараш ташлап улар – һуғыш балалары баға. Күҙҙәрендә билдәһеҙлек, һағыш, ололарса етди ҡараш. Улар Урта Аҡа ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы, аслыҡ, яланғаслыҡ йылдарында һигеҙ бала үҫтергән Мәймүнә һәм Мәүләүи Вәлиевтарҙың балалары.
Иң олоһо – Сания. Ул инде колхозда үҙенең хеҙмәт көндәренә (трудодендәренә) ниндәй ҙә булһа эш хаҡы алып ғаиләгә ярҙам итә алырлыҡ йәштә. Ауыр ирҙәр эшен башҡарып, тәүлектәр буйы колхоз баҫыуҙарында дежур итә.
Икенсе ҡыҙҙары Факиһа колхозда бухгалтер булып эшләй. Өсөнсөһө – Наилә, иртә өлгөргән 11 йәшлек бала. Хужалыҡ мәшәҡәттәре уның арыҡ иңдәренә ята, һеңлеләрен һәм энеләрен ҡарашып, әсәһенә ярҙам итә. Йәше бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, уға өлкәндәр менән бер рәттән яландан башаҡ сүпләргә, көтөү көтөргә, түтәл утарға, картуф күмергә тура килә.
Туғыҙ йәшлек Флүрә – дүртенсе ҡыҙҙары, апаһы менән бергә урман-ға еләк һәм бәшмәк йыйырға йөрөй, йорттағы мал-тыуар, ҡош-ҡортто, иркәләрен ҡарашырға ярҙам итә. Бишенсе ҡыҙҙары – ете йәшлек Венера. Апаларына эйәреп, өйҙә хәленән килгән эштәрҙе башҡара. Алтынсы ҡыҙҙары Ғәлиәгә – биш йәш. Етенсе Дамираға – өс. Ә иң кеселәре Рифатҡа – ни бары бер йәш.
Ғаилә башлығын фронт-ҡа алалар. Әсә кеше һигеҙ бала менән тороп ҡала. Хушлашҡанда аталары балаларын үбеп, ҡатынын ҡосаҡлай. Балаларын ҡур-ҡытмаҫ өсөн күҙ йәштәр-ен күрһәтмәҫкә тырышалар. Шунан атай кеше этте һыйпап: “Лапка, һин иң өлкәне булып ҡалаһың, ҡара, хужалыҡта ярҙам ит. Көтөгөҙ, мин ҡайтырмын!” – ти.
Мәүләүи ағай һүҙендә тора һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайта. Бөтә балалары ла уны имен-аман көтөп ала.
Ҡайһы ваҡыт йәштәр-ҙең эштән нисек арыу-ҙары, балаларын тәрбиәләүе нисек ауыр булыуы тураһында ишетергә тура килә. Улар ауыр һуғыш йылдары тураһындағы очерктарҙы, өләсәйҙәребеҙҙең нисек итеп балалар тәрбиәләүе, аслыҡ-ялан-ғаслыҡтан һәм үлемдән һаҡлауы тураһында уҡыһын ине.
Һуғыш балалары. Улар-ҙың һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын тапҡан, һөнәр алған. Сания менән Факиһа бухгалтерҙар булып китә, Наилә киномеханик булып эшләй, Флүрә колхозда хеҙмәт итә, Венера – мал ҡараусы, Ғәлиә – уҡытыусы, Дамира – йыйыштырыусы, Рифат – төҙөлөш бригадаһы мастеры. Бөгөн улар-ҙың ҡайһы берҙәре арабыҙҙа юҡ инде, әммә вариҫтары уларҙың бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн онотмай һәм улар менән ғорурлана.

Рәйлә ҒӘБИТОВА,

Оло Аҡа ауылы.