Бөтә яңылыҡтар

Бер кем дә битараф ҡалманы

Район ауыл биләмәләре араһында 1941-1945 йылдар-ҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына арнал-ған “Еңеү салюты” халыҡ ижады фестивале дауам итә.

14 мартта Абдулла ауыл клубы коллективы сығыш яһаны. Уларҙың жюри һәм тамашасылар иғтибарына тәҡдим иткән “Ҡайһы илдәрҙең ниндәй туп-раҡтарын түшәк иттең, ауылдашҡайым?” исемле программаһы тураһында район Мәҙәниәт һарайының фольклор буйынса белгесе Энгельс Ғәлиәкбәров яҙмаһы:
“Был фронтта һәм тылда бар ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәреүселәр иҫтәлегенә арнал-ған кисә ине. Сценарийға һуғыш йылдарында эшләгән һәм көрәшкән ауылдаштарының яҙмыштары һалынған. Улар-ҙың исемдәре мәңгелек, ауыл халҡы хөрмәт менән иҫкә ала.
Сарала 22 июндән башлап ошо ваҡыт хронологияһы тергеҙелде. Ул көн ауылда тормош ваҡиғаларға бай була. Өс пар – Сәлим улы Әфән менән Йәрмөхәмәт ҡыҙы Бибинур, Миндиямал әбейҙең улы Миңлеғәли менән Мофазалдың ҡыҙы Ғәйшә, Фәхретдиндең улы Ғәйнетдин менән Фәүҡиә апай туй яһайҙар. Ауылда барған һабантуйҙа “Юлдашсы” колхозы рәйесе Ахун Ғәйнетдинов хеҙмәт алдынғыларын бүләкләй.
Һуғыш тураһында тәүгеләр-ҙән булып хәбәр итеүселәрҙең береһе – Ҡасим Кашапов.
Һуғыш башланыуҙың икенсе көнөнә Шәкүр Мирсаев менән Шәмсемөхәмәт Мөниров үҙ тракторҙарында фронтҡа китәләр.
Программа сценарийына Абдулла ауылынан Тәғзимә Әҙиуллинаны һигеҙ килограмм арыш урлаған өсөн язаға тарттырыуҙары һәм төрмәгә оҙатыуҙары тураһында факт индерелгән.
Аяҡһыҙ ҡалыу сәбәпле Волховск фронтынан ҡайтарылған мәктәп директоры Ғәйфулла Сәғҙәтовтың Яңы йыл шыршыһы уҙғарыуы ла иҫкә алынды.
Йылыуға төшкән почтальонка Тайба һәм унан почта таратыу эшен алған Мөхтәрәмә ролдәре лә ысынбарлыҡта бул-ған образдарҙан алынған. Сулеяға иген алып барып, кирегә көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙары килтергән Хәсән һәм Зәхриә ҡарттар образы, Хәсән бабай-ҙың телефон аша мәрәкәләп һөйләшеүе сценарийға төҫ биреү өсөн генә индерелмәгән, ә дөрөҫлөктө күрһәтеү өсөн – быларҙың барыһы ла булған.
Колхоздың көндәлек хеҙмәте тураһында факттарҙы ла ситләп үтмәнеләр. Беренсе бригада бригадиры Мөкәрәмә Ардаева була. Баҡсасылар бригадирҙары, Сания, Мәғлифә, Шәмсинур, Ҡәтифә – уларҙың тырышлығы менән ауылда аслыҡты еңеп сығалар, үҫтерелгән барлыҡ иген фронт өсөн китеп тора бит.
Программа һуғыш тура- һында ишетеп кенә белгән үҫеп килгән йәш быуынға тәғәйенләнгән. Улар сәхнәләге ул йылдарҙың документтар ярҙамында тергеҙелгән күренештәрен бирелеп китеп күҙәтеп барҙы.
Артистар тулыһынса ролгә инде, ролдәрен бик ҡәҙерләп башҡарҙы. Был хәтер кисәһендә бер кем дә битараф ҡалманы, сөнки был бит беҙҙең тормош, беҙҙең тарих.
Беҙ хәҙер инде мәңгелек йортҡа күскән ветерандарыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Ошондай ҙур һынауҙарҙы еңеп сығып, Еңеүгә үҙ өлөштәрен идергән әбейҙәребеҙгә ҙур рәхмәт. Алдығыҙҙа хөрмәт менән баш эйәбеҙ.
Был кисәнән алып ҡайтҡан хис-тойғолар менән оҙаҡ йөрөнөм. Һуғыш йылдары батыр-ҙары һәм улар тураһында матур образдар тыуҙырыусы һәүәҫкәр артистар тураһында оҙаҡ уйландым. Абдулла ауылында ошондай оҫталар, таланттар булыуы һөйөнөслө. Сәхнәләштереү педагог Рәмзиә Сәғҙәтова, мәктәп, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы Вәсимә һәм Данис Сәғҙиевтар, Миләүшә һәм Фларит Ҡорбановтар, Нурия һәм Рәмзәүи Яхиндар, үҫеп килгән йәш быуын, атап әйткәндә, Алина Нурҡаева һәм башҡа әүҙем кешеләр тырышлығы менән уңышлы килеп сыҡты. Уларҙың барыһын да бер нәмә – Тыуған ергә, ауылдаштарға, сәнғәткә һөйөү берләштерә”.