Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәсетлеләр үҙ геройҙарын хәтерләй

Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтирәләргә бирелгәндә, Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов һәм Кутузов орденлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында иҫкә алмау мөмкин түгел.

Был дивизия – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу өсөн бер милләт һәм төбәк яугирҙарынан 1941 йылдың декабрендә Өфөлә булдырылған хәрби берләшмә.
Дивизияның төп өлөшө баш-ҡорттарҙан торһа ла, уның сос-тавы күп милләтле була. Дивизия комплектланып бөтөүгә яугирҙарҙың 82 процентын башҡорттар тәшкил итә, 14 проценты – татарҙар, 4 проценты – рустар, украиндар һәм баш-ҡа милләт вәкилдәре.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан күберәк үтә. Дивизия яуҙа үтә айырылып торғаны өсөн Юғары Главнокомандующий бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 3860 яугиры ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә, 78 һалдатҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, бишәүһе – Дан ордены кавалерҙары. Майорҙар Таһир Күсимов, Ғариф Маҡаев, Гәрәй Нафиҡов төрлө йылдарҙа полк командирҙары булалар, дивизия командирҙары – полковник (һуңынан – генерал-майор) Миңлеғәли Шайморатов, полковник Григорий Белов.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөн булдырыу тураһында закон проектын бер тауыштан хупланы. Дивизия хөрмәтенә йыл һайын 13 ноябрҙә байрам ителәсәк. Дата осраҡлы һайланмаған – 1941 йылдың нәҡ ошо көнөндә оборона дәүләт комитеты милли хәрби частар һәм берләшмәләр булдырыу тураһында ҡарар итә.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында беҙҙең райондаштарыбыҙ ҙа илебеҙ азатлығы өсөн һуғышҡан. Шул батырҙарҙың береһе – Хәйҙәр Ҡазый улы Ҡазыев. Ул 1904 йылда БАССР-ҙың Мәсетле районы Айып ауылында тыу-ған.
Тырыш, һәләтле Хәйҙәр Ҡазыевты Әбдрәхим ауылы хал-ҡы 1936 йылда “Ҡыҙыл Байраҡ” колхозына рәйес итеп һайлай һәм ул һуғышҡа киткәнгә тиклем ошонда эшләй. Хәйҙәр Ҡазыев етәкләгән дәүерҙә “Ҡыҙыл Байраҡ” колхозы малсылыҡ һәм игенселектә юғары өлгәштәргә ирешә, районда беренселеккә сыға. Шуға ла күсмә Ҡыҙыл байраҡ күп тапҡыр Әбдрәхим ауылы “Ҡыҙыл Байраҡ” колхозына бирелә. Хәй-ҙәр Ҡазыев 1940 йылда Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә делегат булып ҡатнаша (һүрәттә: икенсе рәттә һулдан дүртенсе).
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Хәйҙәр Ҡазыевҡа, колхоз рәйесе булараҡ, бронь бирелә. Ләкин ул бронде файҙаланмай, үҙе теләп 1941 йылдың 10 декабрендә фронтҡа китә. Хәйҙәр Ҡазыевты 112-се Баш-ҡорт кавалерия дивизияһына йүнәлтәләр.
1941–1942 йылдарҙа ҡышын кавалеристар Дим районының Жуково ауылында һуғыш алымдарына ныҡышмалы өйрәнә. 1942 йылдың апрелендә улар Сталинград йүнәлешендә фронтҡа ебәрелә.
Сталинград өсөн барған яуҙа Бөйөк Ватан һуғышы тарихында иң аяуһыҙ, иң дәһшәтле, хәл иткес бәрелештәрҙең береһендә 1942 йылдың октябрендә Хәйҙәр Ҡазый улы Ҡазыев һәләк була.
Тыуған Айып ауылында геройҙың ҡатыны Шәрифә Ғаббас ҡыҙы, улы Иҙелман, ҡыҙҙары Венера, Әнисә ҡала.
Мәсетле районы Йонос ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарға обелиск ҡуйылған. Шул мәрмәр ташта Хәйҙәр Ҡазыевтың да исеме бар.
Айып ауылы мәҙәниәт йорто алдына ла Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға таҡтаташ ҡуйылған. Унда ла Хәй-ҙәр Ҡазыевтың исеме мәңгелеккә уйылған.
Венера ШАФИҠОВА,
район мәғариф бүлеге
методисы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Пионер-ҙар һәм уҡыусылар йорто 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында районыбыҙҙан һуғышта ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт йыйыу буйынса акция уҙғара.
Мәғлүмәттәрегеҙҙе мәктәп музейҙары етәкселәренә йәки Мәктәп урамы, 2 адресы буйынса Пионерҙар һәм уҡыусылар йортона килтереүегеҙ һорала. Тел. 2-04-53. Электрон адрес: [email protected].